Эстәлеккә күсергә

Һары станцияһы янындағы һуғыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары станцияһы янындағы һуғыш
Дәүләт  Рәсәй

Һары станцияһы янындағы һуғыш — Граждандар һуғышы осоронда, 1918 йылда, Көньяҡ-көнбайыш фронттың Орск участкаһында булып үткән хәл иткес һуғыштарҙың береһе[1].

1918 йылдың 27 сентябрендә Орскиҙағы ҡыҙыл арммецтар гарнизоны икегә бүленә. Гарнизондың бер өлөшөнә ҡаланы башҡорт һәм казак ғәскәренән обороналау һәм Аҡтүбәгә сигенеү бурысы ҡуйыла. Икенсе өлөшө дошман көстәрен Орскиға һөжүм итеүҙән туҡтатыу маҡсатында уларҙың иғтибарын ситкә йүнәлдерергә тейеш була (икенсе бер фараз буйынса гарнизаондың икенсе өлөшөнә Ырымбур ҡалаһын баҫып алыу маҡсаты ҡуйыла).

Орск гарнизонының Ырымбур йүнәлешендә хәрәкәт иткән өлөшөнә (4 меңгә яҡын ҡыҙыл армеец) ҡаршы Орск тимер юлының Һары тимер юл станцияһы районында казактар һәм 4-се башҡорт пехота полкының штабс-капитан Громаковский командалыҡ иткән 2-се батальоны һөжүм итә. Асырғанышлы алыш барышында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы часы ҡыйратыла, ҡыҙыл армеецтарҙың бер өлөшө Аҡтүбә ҡалаһына ҡаса. Һары тимер юл станция янындағы һуғыш еңеү менән тамамланғанға күрә, башҡорт ғәскәре һәм казак ғәскәре частарына әллә ни ҙур булмаған юғалтыуҙар менән Орск ҡалаһын яулап алыу мөмкин була[2]..

Орск фронты командующийы Н. П. Карнаухов, Ырымбур казак ғәскәренең штаб начальнигы генерал-майыр А. Н. Вагин һәм Айырым Башҡорт корпусы командующийы генерал-лейтенант Х. И. Ишбулатов тарафынан 2-се батальондың һалдаттары һәм офицерҙарына яу барышында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлыҡтары өсөн рәхмәт белдерелә. Күп кенә башҡорт хәрби хеҙмәткәрҙәре аҡтар командованиеһының наградаларына лайыҡ була[3]..

Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002;

А. А. Ва­лидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920): сб. док. и материалов. В 2 ч. Ч.1. Уфа, 2005.

Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Кн.1. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). Уфа, 2009.