Һауа-Махал
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Һауа-Махал | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1799 |
---|---|
Дәүләт | Һиндостан |
Административ-территориаль берәмек | Джайпур[d] |
Урынлашыу | Джайпур |
Архитектор | Sawai Pratap Singh[d] |
Архитектура стиле | Архитектура Великих Моголов[d] |
Рәсми асылған ваҡыты | 1799 |
Ҡаттар һаны | 5 |
Мираҫ статусы | State Protected Monument[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of the Hawa Mahal[d] |
Категория для видов с данного объекта | Category:Views from the Hawa Mahal[d] |
![]() |
Һауа-Махал — джайпур махараджаһы Савай Пратап Сингхтың (1778—1803 йылдарҙа хаким иткән) һарай комплексының биш яруслы һәрәм тармағы, 1799 йылдан да һуң түгел Кришнаның тажы формаһында алһыу ҡомташтан төҙөлгән. Бинаның фасадында 953 бәләкәй генә тәҙрә тишектәре теҙелгән, улар эҫе көндәрҙә уның эсен елләтергә ярҙам итә. Ҡоролманың исеме — «Елдәр һарайы» ошонан алынған. Һауа-Махал — Джайпурҙа туристарҙың төп иҫтәлекле урыны һәм раджпут архитектураһының билдәле ҡомартҡыларының береһе.