Һиндостанда Яңы йыл
Һиндостанда Яңы йыл — Григориан календарына ярашлы 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә башлана. Башлыса мәсихселәр тарафынан билдәләнә. Сағыштырмаса йәш байрам. Яңы йыл булараҡ байрам итеү өсөн Һиндостан донъяның башҡа күпселек өлөшөнә ҡушыла[1][2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Индуизмда Яңы йылға оҡшаш байрамдар юҡ. Шуның менән бергә үҙенең күләме һәм әһәмиәте буйынса Яңы йыл менән сағыштырырлыҡ традицион ваҡиғалар бар. Атап әйткәндә, һүҙ көҙгө Дивали байрамы хаҡында бара. Ғәҙәттә, ҡала урамдарында меңәрләгән фонарь һәм шәм ҡабыҙыла, йылғаларҙа яҡтыртылған кәмәләр йөҙә, ә фейерверктар иһә Яңы йылды хәтерләтә.
Яңы йыл Һиндостанда бер нисә календарға: будда, ай, һинд календарҙарына ярашлы билдәләнә. Мәсихселәр уны 1 ғинуарҙа, мосолмандар Мөхәррәм айының тәүге көнөндә (ислам календары буйынса) билдәләй. Илдең ҡайһы бер халҡы байрамды октябрь аҙағында - ноябрь башында, Дивали көнөндә билдәләй. Традицион һинд йылы 21-22 мартта, Чайтра айының тәүге көнөндә башлана. Көнбайыш Европа мәҙәниәтенән килгән 31 декабрь—1 ғинуар көнө. Әммә алыҫ ауылдарҙа, илдең төпкөлөндә Яңы йыл байрамын билдәләмәйҙәр.
Традицион Яңы йыл Һиндостан өсөн яҙ көнө үтә, өҫтәүенә был байрамдың датаһы үткәреү урынына бәйле. Уның бер нисә исеме бар — Дивали (будда календары буйынса), Вишу, Угади, Вайсакхи. Һиндостандың төньяҡ өлөшөндә Яңы йыл байрамдарын 13-14 ғинуарҙа биләдәләйҙәр, уларҙы Лори тип йөрөтәләр[3][4].
1 ғинуар көнө Һиндостанда Көнбайыш йоғонтоһо аҫтында күптән түгел байрам тип иҫәпләнә башлай, был Һиндостандың популяр туристик йүнәлеш булыуы менән дә бәйле. Илдә булған диндәрҙең береһендә лә Яңы йыл байрамы телгә алынмай һәм шуның менән бәйле ниндәйҙер урындағы йолаларҙың булмауы аңлатыла. Бөтә дини конфессияларҙан Һиндостанда Яңы йылды мәсихселәр күберәк ярата. Мәҫәлән, Гоала католиктар күп, шуға күрә байрам саралары шаҡтай күләмле үтә[5]. Байрам Европанан килгәнгә күрә, уны донъяуи тип әйтергә мөмкин. Байрамды башлыса йәштәр билдәләй, улар ресторандарҙа һәм төнгө клубтарҙа, дуҫтары менән уҙғарыуҙы өҫтөн күрә. Оло быуын вәкилдәре байрамды ғаилә менән бергә ҙур булмаған өҫтәл артында үткәреүгә өҫтөнлөк бирә. Европаның һәм Яңы донъяның күп кенә илдәренә оҡшаш эре компанияларҙа корпоратив саралар уҙғарыла.
Һиндостанға хас тотош карнавал йөрөштәре үтә. Уҡтан атыу буйынса ярыштар, конкурстар һәм йәрминкәләр үткәрелә, һауа йыландары ебәрелә, усаҡ аша һикерәләр[6].
Төнъяҡ Һиндостанда Яңы йыл башланыуын ғәҙәттәгесә 13-14 ғинуарҙа, беҙҙәге иҫке Яңы йыл билдәләгән көндә, билдәләп үтәләр. Был байрам Лори тип атала. Байрам көнөндә усаҡ яғалар һәм уның тирәләй ритуаль йөрөштәр башҡаралар. Ошонда уҡ дөгөнән һәм кукуруздан ашамлыҡтар әҙерләйҙәр һәм уларҙы ҡатнашыусыларға тараталар. Икенсе көндө балалар өйҙәргә йөрөй, йырҙыр йырлайҙар, хужалар бының өсөн уларға тәм-томдар йәки аҡса бирәләр[4].
Йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы йыл алдынан Һиндостанда кешеләр күңел һәм тән таҙартыу йолаһын башҡара. Улар ғибәҙәтханаларға бара, иҫке үпкәләрҙән һәм кире хистәрҙән ҡотолоу өсөн доға ҡыла. Бындай рухи таҙарыныу уларға яңы тормош башларға ярҙам итә[7].
Яңы йыл алдынан индустар үҙ йорттарында тәртип урынлаштыра, иҫке кейемдәрҙән һәм сүп-сарҙан ҡотола. Ташланған әйберҙәрҙе алыу — насар билдә.
Үҙ йорттарын урындағы халыҡ сағыу биҙәй. Милли колорит хужабикәләрҙең үҙҙәренең торлағын биҙәгән һүрәттәрҙә күҙәтелә. Биҙәктәр уңышты һәм именлекте символлаштыра. Торлаҡтарҙы тыш яҡтан банан япраҡтары менән биҙәйҙәр. Бина ҡыйығына шәмдәр һәм яҡтыртҡыстар эленә.
Һиндостандың ҡайһы бер райондарында ҡатын-ҡыҙҙар йыл буйына бәхет һәм уңыш йәлеп итеү өсөн тәндәрен ҡына менән биҙәй. Индустар байрамса кейеме кейә һәм уны ал, аҡ, ҡыҙыл һәм шәмәхә төҫтәге тере сәскәләр менән биҙәй[6].
Яңы йылдың беренсе көнөндә индустар әрләшмәй, бәхәсләшмәй, бурысҡа алмай һәм яҡшы кәйефтә булырға тырыша. Сөнки Яңы йылды нисек ҡаршы алһаң, шулай үткәрерһең, тип ышана. Шулай уҡ Һиндостанда йәшәүселәр ғибәҙәтханаларға бара, унда улар доғалар аша киләһе йылда Аллаһтан фатиха һорай[8].
Байрамдың төп геройы — индуизмда иҫкенең юҡҡа сығыуы һәм яңының килеүен символлаштырған илаһтарҙың береһе Бхоги Манун тора[9].
Яңы йыл биҙәүестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостандың ҙур ҡалаларында Яңы йыл биҙәүестәре Европа стилендә эшләнгән. Фатирҙарҙа, йорттарҙа, сауҙа үҙәктәрендә һәм майҙандарҙа күркәм яһалма шыршылар ҡуйыла, йәрминкәләр һәм баҙарҙар эшләй. Урамдарҙы байрам гирляндалары биҙәй.
Индустар шулай уҡ урындағы экзотик ағастарҙы (пальма йәки манго ағастарын) биҙәй. Уға ялтырауыҡтар, шоколад, кәнфиттәр, еләк-емеш һәм ҡулдан яһалған уйынсыҡтар эләләр. Ғаилә мәжлесенән һуң халыҡ милли бейеүҙәр һәм ҡарасҡы яндырыу өсөн урамға сыға[8].
Байрам өҫтәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостандағы яңы йыл өҫтәлендә мотлаҡ ашамлыҡ — ул милли ризыҡ, былау аналогы бириани. Ул ит, йәшелсә менән дөгө ярмаһынан һәм бик күп тәмләткестәрҙән ғибәрәт. Һиностанлылар өҫтәлгә тағы сабджи — карри менән йәшелсәнән рагу, пикули — гәрсис майында маринадланған емеш-еләк һәм йәшелсә, чапати — сөсө күмәс һәм самос — ит, сыр йәки йәшелсә һалып бешерелгән бөйөрөктәр ҡуя.
Әйткәндәй, байрам ашы ни тиклем киҫкен булһа, киләһе йыл шул тиклем уңышлыраҡ буласаҡ, тигән ышаныу бар. Шуға күрә ризыҡтарҙа чили боросо, дәрсен, кориандр, кардамон, имбирь һәм башҡа тәмләткестәр күп[8].
Яңы йыл бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы йылға Һиндостанда бүләктәр менән алмашыу ҡабул ителгән, улар бер-береһенә емеш-еләк бүләк итергә ярата һәм улар тәмле һәм файҙалы булғанға ғына түгел. Һиндостанда һәр емеш-еләк билдәле бер мәғәнәгә эйә, мәҫәлән алма — бәхет өсөн, мандариндар — гармония өсөн, ә манго — сәләмәтлек символы булараҡ яуап бирә. Ҡалғанында иһә бүләктәр йышыраҡ практик — йорт өсөн ваҡ-төйәк, текстиль, һауыт-һаба йәки хатта көнкүреш техникаһы[10].
Мотлаҡ йола — ярлы туғандарға, яҡын туғандарға бүләк биреү. Бының өсөн емеш-еләк, сәтләүек тултырылған кәрзиндәр булдырыла һәм уларҙы тере сәскәләр менән биҙәйҙәр. Ә балаларға батмус тулы тәм-томдар бүләк итәләр[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Новый год в Индии
- ↑ Новый год в Индии
- ↑ Индийский новый год
- ↑ 4,0 4,1 Школа жизни.ру Людмила Белан-Черногор. Чем интересен Новый год в Индии?
- ↑ Новый год в Индии
- ↑ 6,0 6,1 Как встречают Новый год в Индии
- ↑ Празднование Нового года в Индии: традиции и обычаи
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Как празднуют Новый год в Индии
- ↑ НОВЫЙ ГОД В ИНДИИ ТРАДИЦИИ И ОБЫЧАИ ИНТЕРЕСНЫЕ ФАКТЫ
- ↑ Ни ёлки, ни оливье: как празднуют Новый год в Индии, Иране и Корее?
- ↑ Как празднует Новый год Индия и его особенности