Һунарсы башҡорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡасим Дәүләткилдеев. Һунарсы башҡорт.

Һунарсы башҡорт (рус. Башкир-охотник) — башҡорт совет рәссамы, 1937 йылдан СССР Художниктар союзы ағзаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалған Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы әҫәре[1].


Рәссәмдың биографияһынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһында Күгел ауылында (хәҙерге Благовар районы) тыуған. Ата-әсәһе Ҡасим бәләкәй саҡта вафат булып, ул Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. Уның рәссам булғыһы килә, әммә ул заманда мосолмандарға тере кеше һүрәтен төшөрөү тыйылған була. Уға шундай кире ҡараштарҙы еңеп, бик ҙур ауырлыҡтар кисереп, ныҡышмал егет Петербургта Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә, уны тамамлап, Художество академияһында уҡый башлай, әммә уны тамамлай алмай.

1917 йылда ул Өфөгә ҡайтырға мәжбүр була һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй. Өфө художество түңәрәгендә әүзем эшләй, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, Өфөлә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе була. М. В. Нестеров Өфө художество музейы ойошторолғас, Ҡ. Дәүләткилдеев унда бер нисә йыл эшләп ала, унан киткәс тә музей менән бәйләнешен өҙмәй.

1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, Ҡасим Сәлиғәскәр улы Дәүләткилдеев унда эшләй башлай, башҡорттарҙан беренсе рәсем сәнғәте уҡытыусыһы була.

Егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен ныҡлы өйрәнә, шул маҡсатта республика буйлап экспедицияларҙа йөрөй. 1928 йылда, ул хәҙерге Белорет һәм Учалы районы ауылдарында булып китә.

Рәсемдең тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасим Дәүләткилдеев 1928 йылдың йәйендә республика буйлап ижади сәфәргә юллана. Уның менән юлға рәссамдар Юлий Блюменталь һәм Александр Тюлькин була. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Белорет районының) Инйәр ҡасабаһына киләләр. Уларҙы ҡасабаға терәлеп торған Уҫманғәле ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтов өйөндә урынлаштыралар.

Ҡасим Дәүләткилдеев Инйәрҙәге завод күренешен, көнкүрешкә бәйле сюжеттар, бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында — «Һунарсы башҡорт» һүрәте.

Һүрәттең геройы Инйәр буйында йылға түбәнендә урынлашҡан Манышты ауылынан була. Манышты ла Инйәрҙән бер нисә саҡрымдағы ауыл.

Портреттың артында рәссам былай тип яҙып ҡуйған: «Бигарҫлан Солтанов, һунарсы, 30 йәш, 20 айыу алған, 16 бүре тотҡан. Партиялы, инвалид. Инвалидлығын һунарҙа алған. Эте Бурзик (Бурҙай булғандыр)»[2].

1929 йылда АҠШ-та Сан-Диегола «Милли төбәктәр рәссамдары» тип аталған Бөтә донъя күргәҙмәһенә Юлий Блюменталь, Василий Сыромятников, Александр Тюлькин, Ҡасим Дәүләткилдеевтың әҫәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һәм «Һунарсы башҡорт» әҫәрҙәре була.

Рәсем тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Әҫәр бик күп күргәҙмәләрҙә, шул иҫәптән АҠШ-та ла күрһәтелә. Бына нимә тип яҙған Валентина Сорокина, сәнғәт белгесе:

Рәссамдың герой биографияһына иғтибары ниндәй тулҡынландырғыс! Сәнғәти образ аша автор тамашасыға нисек шул тиклем мәғлүмәт бирә белә? Тамашасы алдында бөтөнләй баһадир кәүҙәле булмаған кеше ултыра. Тәбәшәк буйлы, асҡаҡ. Рәссам ҡағыҙҙағы композицияны шулай төҙөй — сикле генә майҙанды ул тотош биләп ултыра. Кәүҙәһен тотоуында, йөҙөндә хәрәкәткә әҙерлек, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ һыҙатлана. Портрет Ҡасим Дәүләткилдеевтың тәғәйен тәьҫораттан дөйөмләштерерлек образ тыуҙыра белеүенең, халыҡтың әхлаҡи көсөн, матурлығын һүрәтләй белеүенең сағылышы[3].

»

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Каталог «Живопись и графика. Касим Девлеткильдеев» 2003 год
  • Илдар Шәрипов. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. — «Тамаша», 2014, № 4

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Касим Девлеткильдеев — первый художник из башкир (К 130-летию со дня рождения выдающегося мастера живописи)[1]
  2. Касим Девлеткильдеев писал свою знаменитую картину с 12-летней девочки из Белорецкого района[2]
  3. Художник Касим Девлеткельдиев. Часть 2 [3]