Эстәлеккә күсергә

Хунгарикум

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һунғарикум битенән йүнәлтелде)
Хунгарикум
Дәүләт  Венгрия
Юрисдикция таралышы Венгрия
Әҫәрҙең теле Венгр теле
Нәшер ителеү ваҡыты 2 апрель 2012
Чардаш
A vőfély in traditional costume, c. 1885
Гуляш
Дьюлайская колбаса
Токайские вина
Свинья породы «мангалица»


Хунгарикум, Һунғарикум (мадьярса  hungarikum, Hungary — Венгрия һәм unicum — уникаль) — Венгрия культурологияһында киң ҡулланылған төшөнсә, бер төркөм Венгрияла эшләп сығарылған, етештерелгән, уникаль, венгрҙарҙа киң таралған әйберҙәр, күренештәр, хеҙмәтләндереү үҙенсәлектәре. Һунгарикумдар исемлегенә ингән әйберҙәр венгрҙарҙың көнкүрешенә, йолаларына һәм мәҙәниәтенә бәйле һәм Венгрияның милли үҙенсәлеген тәшкил итәләр. Һунгарикум төшөнсәһе киң мәғәнәлә бөтә венгрҙар менән бәйле нәмәләрҙе, был саҡта хатта күренекле венгрҙарҙы, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм улар уйлап сығарған әйберҙәрҙе лә атайҙар. Венгр теле үҙе һунгарикум булып тора. Һунгарикум — үҙенә күрә Венгрияның символы, венгр халҡының ғорурлығы булырлыҡ нәмәләр.

1999 йылда Венгриялағы дүрт халыҡ-ара әһәмиәткә эйә компания: Херенд фарфор мануфактураһы, «Пик» венгр салямиһын, «Токай» шарабын һәм «Zwack Unicum» венгр ликерын етештереүселәр — үҙҙәренең продукцияһын донъя кимәлендә танытып, һатыуға булышлыҡ итеүсе «Hungaricum» клубын булдыра. 2003 йылда был клубҡа Кишкунхалашта Халаш селтәрҙәрен етештереүселәр фонды ла ҡушыла. Улар бергәләшеп, үҙенә күрә Венгрияның визит карточкаһына әйләнгән «Венгрия үҙенсәлеге»н булдыра, унда клубта торған фирмаларҙың продукцияһы инә .

2010 йылда үткәрелгән «Будапешт яҙғы фестивале»ндә (мадьярса  Budapesti Tavaszi Fesztivál) «Фришш» галереяһы «Hungaricum 2010» йәш рәссамдар әҫәрҙәре күргәҙмәһе ойоштора. Уларҙың эштәрендә нимәне «Хунгарикум» тип атап булыуы тасуирланған була.[1]

Аш-һыу
  • киң билдәле күп итеп паприка һалынған итле ризыҡтар— пёркёльт, паприкаш[hu] һәм венгр көтөүселәренең борондан килгән аҙығы гуляш (бограч)
  • Венгр колбасалары: Дьюлай[hu], Чабай[hu] колбасалары
  • Будапештса «Херц» һәм Сегедса «Пик» салямиҙары(уларҙың өҫтө йоҡа ғына үңәҙ менән ҡапланған)
  • Дебрецен сосискалары
  • Добош (торт)
  • Гунделсә ҡоймаҡ
  • Туро Руди
Иҫерткес эсемлектәр
  • палинка — слива, абрикостан (Кечкеметтан), сейәнән, персиктан, еләктән һәм ферментланған йөҙөм емеше һутынан ҡойолған бренди
  • «Zwack» компанияһының шифалы үләндәр менән төнәлелгән « Уникум» ликеры
  • Токай шараптары һәм ассу
Ауыл хужалығы
  • тәбиғәт шарттарына тиҙ яраҡлашыусы һоро төҫтәге венгр малы;
  • һыуыҡтарға бирешмәй торған, көслө, оҙон йөнлө «мангалица[hu]» тоҡомло сусҡа, уның майында холестерин бик күп түгел ти
  • «Рацка» тигән тоҡомло һарыҡ
  • Кувас, пули, комондор атамалы көтөүсе эттәре
A female Vizsla
  • Мако ҡалаһынан һуған
  • Калочай һәм Сегед паприкаһы
  • Сабольч алмалары
  • Сатмар сливаһы
  • Кечкемет персиктары
Чайный сервиз «Ротшильд» Херендской фарфоровой мануфактуры
Халыҡ кәсептәре һәм декоратив көнкүреш сәнғәте
Халашские кружева
Венгр бейеүҙәре
География
  • Үҙәк Европалағы иң ҙур Балатон күле
  • Термаль (йылы) һыулы Хевиз күле
Lake Hévíz
Билдәле кешеләр