Һуҡырҙар йәмғиәте йорто (Псков)
Һуҡырҙар йәмғиәте йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Псков |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Һуҡырҙар йәмғиәте йорто — Псков ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән ике ҡатлы кирбес бина. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта Псков дәүләт университеты тарих факультетының уҡыу корпусы сифатында ҡулланыла
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Псковта, Леон Поземский урамдында, ике ҡатлы ҡоролма урынлашҡан. Ер участкаһы XIX быуаттың уртаһында башҡа күрше участкаларҙан үҙенең ҙур майҙаны менән айырылып тора. 1856 йылға бында ҡоролмаларҙың барлығы тураһында беренсе мәғлүмәттәр барлыҡҡа килә, башлыса былар хужалыҡ ҡаралтылары була.
1870 йылдар башында участка сауҙагәр А.М.Гуляевтың вариҫтарына ҡарай. 1874 йылға ужалыҡ ҡаралтылары юҡҡа сыға, ә был урында ике ҡатлы йорт барлыҡҡа килә. Йорт ихатаһында ике флигель һәм кибет урынлаша. Бинаның үҙендә икмәкхана һәм ашхана була. 1881 йылда ҡоролмаларҙың хужаһы А.М.Гуляевтың ҡыҙы һәм Валка сауҙагәре ҡатыны Злакоманова Ольга Александровна була. 1892 йылда бында таштан ике ҡатлы флигель төҙөлә, фасадында шундай яҙыу була: "1892 й. КИЗ". Бөтә ҡоролмаларҙан нәҡ ошо бина беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған[1].
Архив мәғлүмәттәре 1909 йылдарҙа ошо бинала бакалея кибете, оҫтахана һәм икмәк һатыу кибете, емеш-еләк кибете, ике сәйхана, һыра кибете, бөҙрәхана, ит кибете, буяу оҫтаханаһы урынлашыуын хәбәр итә.
Совет осоронда, 1950 йылға тиклем, бында Һуҡырҙар йәмғиәтенең быйма баҫыу цехы урынлаша
1953 йылда һүтеп алынған ҡоролмалар урынында ярым подвал менән Һуҡырҙар йәмғиәтенең ике ҡатлы йорто төҙөлә. Уның адресы Леон Поземский урамы, 4, ә һуңғараҡ ул "6" литераһы менән алмаштырыла[2].
Бина хужалыҡ ысулы менән Һуҡырҙар йәмғиәте ағзалары тарафынан 1949 йылғы проект буйынса төҙөлә. Авторҙары-архитектор К. Дидрихс. Бина һуҡырҙарға йәшәү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөе төҙөлгән, шулай уҡ план-схемаһында өс машина урынына гараж проектлана[3].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуҡырҙар йәмғиәте бинаһы составына ярым подвалда ҡаҙанлыҡ, кер йыуыу бүлмәһе, китапхана, ярҙамсы биналар, ашхана келәте, йыуыныу бүлмәһе, газдан һаҡланыу урыны инә; беренсе ҡатта хакимиәт, дөйөм ятаҡтағы бүлмәһенә ятаҡтың 5 фатиры, ғаиләлеләрҙең фатирҙары, медпункт һәм дөйөм ҡулланылышлы санузел, ашхана, балалар бүлмәһе, гардероб менән вестибюль; икенсе ҡатында 8 бүлмәле ятаҡ, ғаиләлеләр фатирҙары, уҡыу залы, сәхнә менән тамаша залы, түңәрәк дәрестәре бүлмәһе, санузел урынлаша.
Йортта төп өс инеү урыны була, береһе урам яҡтан һәи ике инеү урыны ихата яғынан баҫҡыс майҙансығына сарҙаҡҡа һәм подвал биналарына сығыу менән. Шулай уҡ айырым инеү урыны ихата яғынан- ашхана янында әҙерләү һәм подвал бүлмәләренә - аҙыҡ-түлек һәм күмер келәтенә була.
Бина үҙе урынлашҡан урам боролошон ҡабатлай. Ярым подвал менән ике ҡатлы йырттоң дүрт ҡырлы ҡыйығы бар.
Ҡоролманың бөтә төҙөлөшөндә неоклассицизм күҙәтелә. Төп фасадтың симетрик-үҙәк композицияһы уны айырып тора. Үҙегендә ҙур булмаған ризалит урынлаша[4].
Үҙәк өлөшө төп инеү урыны һәм аркалы өс тәҙрәнән ғибәрәт. Был инеү урыны стилләштерелгән антамбелемент менән портик рәүешендә һәм парлы пилястралар менән биҙәлгән. Икенсе ҡат кимәле тура мөйөшлө тәҙрәләр өҫтөндә сандриктар менән билдәләнгән.
Фасад яҡтары яңғыҙ пилястралар менән нығытылған. Стилләштерелгән кәрниз бина композицияһын тамамлай. Ҡапҡастар һәм ҡат-ара тартымдар арҡыры фасадтарҙы биҙәй. Бинаның ихата яғында, тәҙрә һәм ишек ситләүҙәре юҡ.
Коридор системаһы бөтә ҡаттарҙың планы нигеҙендә ята. Терәк һәм капиталь стеналар бөтә ҡаттар өсөн дөйөм. Тик икенсе ҡатта арҡыры капиталь стеналарҙың өлөштәре юҡ. Терәү бағаналар һәм тотҡалар менән баҫҡыстарҙың ағас яндауырҙары ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра[5].
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылдан йорттоң биналарында башҡа ҡайһы бер дәүләт учреждениелары урынлаша.
Хәҙерге ваҡытта был бина Псков дәүләт университетының тарихи факультеты ихтыяждары өсөн ҡулланыла. Бында буласаҡ юғары квалификациялы белгестәр-тарихсылар белем һәм тәжрибә алыуҙы дауам итә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дом общества слепых, улица Леона Поземского, д. 6. Псков . Дата обращения: 3 декабрь 2020.
- ↑ Прогулка по Пскову из центра на Запсковье . Дата обращения: 3 декабрь 2020.
- ↑ Памятники истории и культуры Псковской области . Дата обращения: 3 декабрь 2020.
- ↑ Дом общества слепых, улица Леона Поземского, д. 6. Псков . Дата обращения: 3 декабрь 2020.
- ↑ Памятники истории и культуры Псковской области . Дата обращения: 3 декабрь 2020.