Һыбыҙғы (хикәйә)
Һыбыҙғы | |
Нигеҙләү датаһы | 1887 |
---|---|
Атамаһы | Свирель |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Баҫма йәки тәржемә | The Reed[d] |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 29 август (10 сентябрь) 1887 |
Баҫылған | Новое время[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Һыбыҙғы — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 29 авгусында «Новое время» гәзитенең 4130-сы һанында «Ан. Чехов» ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Һыбыҙғы» хикәйәһе 1888 йылда А. Ф. Маркс сығарған «Рассказы» йыйынтығына индерелә.
Чехов тере саҡта хикәйә венгр, словак, француз һәм чех телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәнҡитсе И. Л. Леонтьев хикәйә менән бик ныҡ һоҡлана, үҙенең яҙылмай ҡалған бер хикәйәһен иҫкә алып: «...Әгәр Чехов яҙһа, унан бына тигән «Ведьма» һәм «Свирель» хикәйәләре кеүек нәфис гәүһәр килеп сыҡҡан булыр ине»[1] - ти.
К. К. Арсеньев «Һыбыҙғы» («Свирель») хикәйәһен Чехов әҫәрҙәре араһындағы «яҡшы» хикәйәләр иҫәбенә индерә[2].
П. Краснов «Свирель» тураһында былай тип яҙа: «Йәмғиәттәге әҙәпһеҙлек дөйөм урыҫ хәйерселеге, уның юҡҡа сығыуы менән тәрәнәйә. «Һыбыҙғы (Свирель)» хикәйәһендәге Лука Бедный беҙҙе тирә -яҡты урап алған ысынбарлыҡтың вағайыуына ышаныуын белдерә»[3]. Хикәйә тураһындағы фекерҙәрен тәнҡитсе А. А. Александров, Г. Качерец, Е. Ляцкий һәм башҡалар ҙа яҙа.[4][5]
Персонаждар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мелитон Шишкин, Дементьев утары приказчигы.
- Лука Бедный, һыбыҙғыла уйнаусы көтөүсе.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер ваҡыт Дементьев утарының приказчигы Мелитон Шишкин этен эйәртеп урманда һунар иткән. Ул урман ситенә сыҡҡанда һыбыҙғыла уйнаған көтөүсе Лука Бедныйҙы осрата. Көтөүсе менән приказчик һауа торошо тураһында, элек һунарға йөрөгәндәре тураһында иҫтәренә төшөрөп һөйләшеп торалар. Уларҙың уйынса, хәҙер бөтә нимә лә насарыраҡ — балыҡ та элеккесә шәп түгел, йыртҡыс хайуандар, һунар ҡоштары ла юҡҡа сыҡҡан тигәндәй, йылғалар ҙа һайыҡҡан, урмандар ҙа ҡырҡылып бөтөп бара. Уларҙың икеһе лә ярлы йәшәй. Приказчик ғаиләһендә һигеҙ бала, ҡатыны һәм әсәһе бар, ә эш хаҡы айына бары ун һум ғына. Ярлылыҡтан уның ҡатыны «шайтанға оҡшаған», ә үҙе эсә башлаған. Приказчикҡа көтөүсе : «Йәл, туған! Эй, хоҙайым, шул тиклем йәл! Ер, урман, күк йөҙө… төрлө йән эйәһе — барыһы ла бит тормош өсөн барлыҡҡа килгән, ҡулайланған, барыһы ла аҡыл менән барлыҡҡа килтерелгән. Ә шуларҙың барыһы ла бер тин көмөш тә тормай. Ә иң йәл булғаны-кеше».
Ямғыр яуа башлағас, әңгәмәселәр һаубуллаша һәм приказчик үҙ юлы менән китә. Китеп барған сағында Мелитон Шишкин көтөүсенең һыбыҙғыла күкте, ерҙе, ҡояшты, урманды һәм үҙенең этен йәлләп һаман уйнағанын ишетеп бара.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Свирель // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, page 230, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Le Pipeau, traduit par Édouard Parayre, Éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1970, ISBN 2-07-010550-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Свирель 2017 йыл 26 май архивланған.. Оригинальный русский текст