Стәрлетамаҡ — Белорет трактындағы әбей батша күперҙәре
Уҡыу көйләүҙәре
(Әбей батша күперҙәре (Бөрйән районы) битенән йүнәлтелде)
Ташкүпер | |
Кәтеринә күперенең таш нигеҙе | |
Географик координаталар: 54°42′36″ с. ш. 55°57′17″ в. д.HGЯO | |
Файҙаланыу өлкәһе |
Автомобилдәр һәм |
---|---|
Киҫешә | |
Урынлашыу урыны |
Бөрйән районы Берәтәк ауылы |
Эксплуатация | |
Асылыу ваҡыты |
1769 |
Ташкүпер (Әбей батша күпере, Кәтерина күпере) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Берәтәк ауылы эргәһендә Оло Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер. Ул Екатерина II осоронда Стәрлетамаҡ — Белорет трактында (халыҡ телендә «Екатерина юлы») XVIII быуатта төҙөлгән күперҙәрҙең береһе.
Төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берәтәк ауылы менән Ишембай районының Һәйет ауылы араһында ике күпер бар: береһе ағастан (1975 йылда яңынан төҙөлә), икенсеһе таштан. Таш күпер тәү төҙөлгән килеш тиерлек һаҡланған һәм әле лә сафта.
Күперҙәрҙең төҙөлөү тарихы тураһында:
Брәтәк ауылы Белорет — Стәрлетамаҡ трактында урынлашҡан. Был бик боронғо юл. Был юл халыҡ телендә «Екатерина юлы» тип тә йөрөтөлә. Юл һалыу тарихы Әүжән-Петровск заводы менән бәйле булырға тейеш. Берг-коллегияның 1753 йылдың 16 ноябрендәге указына ярашлы Әүжән йылғаһы буйында купец К. Матвеев тарафынан заводҡа нигеҙ һалына. 1755 йылда завод эшләй башлай. Ҡағы заводы 1769 — йылда Демидов тарафынан төҙөтөлә. Егәҙе ауылы һәм заводы 1890 йылда барлыҡҡа килә |
, — тип яҙа Вәли Ғүмәров[1].
Катерина юлы, күперҙәр тураһында викидәреслектән уҡығыҙ[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фотолар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Кәтеринә күперенең таш нигеҙе
-
Оло Нөгөш аша Кәтерина күпере
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите. 2013 йыл, 5 март, шишәмбе, № 27 (9505) (Рафаэль Атауллин. Брәтәк ауылы)
- Ғүмәров В. Ғ.Брәтәк ауылы тарихы