Эстәлеккә күсергә

Әбжәдиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әбжәдилек битенән йүнәлтелде)
Әбжәдиә
Нигеҙендә эшләнгән согласная буква[d]
Яҙыу Ғәрәп алфавиты

Әбжәдиә (ғәр. أبجدية‎ мәғ. алфавит); Хисаб әл-жәмәл (ғәр. حساب الجمل‎; рус. Абджадия) — ғәрәп хәрефтәрен ҡулланып, һандарҙы билдәләү системаһы һәм уның менән бәйле ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған һүҙҙәрҙең дөйөм суммаһын табыу мөмкинлеге.

Тарихи яҡтан ғәрәп алфавитының хәрефтәре финикия алфавитынан килеп сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта финикия алфавитына тап килмәгән 6 хәреф алфавиттың аҙағына урынлаштырылған.

Был тәртип тәүге дүрт хәреф буйынса: әлиф, бә, джим (жим), дәл — әбжәд тип атала. Һинд («ғәрәп») цифрҙарына күсер алдынан һандарҙы билдәләү өсөн хәрефтәр ҡулланылған, һәм уларҙың һан күрһәткесе әбжәдтәге тәртипкә тап килгән. Һинд цифрҙарына күскәндән һуң күп тә үтмәй алфавит тәртибе хәҙерге тәртипкә үҙгәртелә.

Әммә һүҙҙәрҙе һандарға, ә һандарҙы һүҙҙәргә әйләндереү мөмкинлеге кәрәк булып ҡала. Әбжәдиә математиканың алгебра бүлегенең барлыҡҡа килеүе менән туранан-тура бәйле: ул суфый герменевтикаһында киң ҡулланыла.

Ю. А. Рубинчик редакцияһындағы фарсы-рус һүҙлегендә фарсы хәрефтәре өсөн әбжәдиә Ғәф (گ) хәрефе өсөн генә күрһәтелгән.

Әбжәдиә менән хәҙерге алфавит

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
һүҙ аҙағында һүҙ уртаһында һүҙ башында айырым тороусылар әбжәдиә транслитерацияһы
1
2 б
400 т
500 ҫ
3 дж
8 х̣
600 х̮
4 д
700 з
200 р
7 ҙ
60 с
300 ш
90 с̣
ﺿ 800 д
9 т
900 [zˁ], [ðˁ]
70
1000 ғ
80 ф
100 ҡ
20 ҡ
30 л
40 м
50 н
5 һ
6 үә
10 й