Эстәлеккә күсергә

Ғәрәп цифрҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәрәп цифрҙары
Рәсем
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Ғәрәп цифрҙары Викимилектә
Ғәрәп цифрҙары (шрифт тыныш билдәләре ҡуйылмайынса яҙылған)

Ғәрәп цифрҙары — хәҙерге ваҡытта күпселек илдәрҙә унарлы иҫәпләү системаһында һандарҙы яҙыу өсөн файҙаланылған ун билдәнән торған ғәҙәти йыйылманың атамаһы: 0, 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9.

Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге — һинд-ғәрәп һәм фарсы цифрҙарының таралыу территорияһы
Альмохадтар хәлифәлеге — ғәрәп цифрҙарының таралыу территорияһы

Ғәрәп цифрҙары Һиндостанда V быуаттан да ҡалмай барлыҡҡа килә. Шул ваҡытта уҡ һандарҙы билдәле бер тәртиптә яҙыуға күсеү мөмкинлеген биргән нуль (шунья) төшөнсәһе асыла һәм барлыҡҡа килә.

Ғәрәп һәм һинд-ғәрәп цифрҙары — ғәрәп яҙмаһына[1] ҡулайлаштырылған һәм яҙылыштары бер аҙ үҙгәртелгән һинд цифҙары ул.

«Китаб әл-джәбр үә-л-мукәбәлә» тип аталған атаҡлы эш авторы, ғалим Әбү Джафар Мөхәммәт ибн Муса әл-Хәрәзми яҙыуҙың һинд системаһын бик популярлаштыра. Ғалимдың был китабының атамаһы аҙаҡ алгебра термины булып китә. Әл-Хәрәзми Мосолман Испанияһына тиклем бөтә хәлифәлектә һандарҙы унарлы иҫәпләү системаһын ҡулланып яҙыуҙы популярлаштырыуға булышлыҡ иткән «Һинд иҫәбе тураһында» тигән китабын яҙа.

Математик Ас-Сиджизиның 969 йылда яҙған трактаты һәм астроном Әл-Бируниҙың 1082 йылда яҙған трактатының күсермәһе һаҡланған. Уларҙа һинд цифрҙары бирелгән[2][3]. Азияның хәҙерге ғәрәп илдәрендә, шулай уҡ Мысырҙа, Иранда, Фәләстиндә һәм Афғанстанда ҡулланылған цифрҙарҙың, нигеҙҙә, әл-Бируни хеҙмәттәрендәгеләрҙән айырмаһы бик аҙ. Ғәрәптәр уларҙы «ар-кам хиндия» (أَرْقَام هِنْدِيَّة) — «һинд цифрҙары» тип атай. (Ләкин Европала уларҙы һинд-ғәрәп һәм фарсы цифрҙары тип атайҙар, сөнки хәҙерге Һиндостанда йәшәгән халыҡтарҙың цифрҙары, ҙур үҙгәрештәр кисереп, урта быуаттағы һинд цифрҙарынан бик ныҡ айырыла.)

Әммә Төньяҡ Африканың Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенән иртә бүленеп сыҡҡан ғәрәп илдәрендә һәм Испанияла был цифрҙар бик ныҡ үҙгәрештәр кисергән. X быуат башында ғәмәлдә урындағы ғәрәптәр «губар» тип аталған яңы цифрҙар системаһын булдыра. Уларҙың яҙылышы үҙгәрә бара, һәм Көнбайыш Африка математигы Ибн әль-Банна әл-Марракуши (1256—1321) трактатында бөтә цифрҙар ҙа тиерлек хәҙерге Европала ҡулланылған цифрҙарға оҡшаш була (тик дүрт һәм биш цифрҙары 90 градусҡа әйләдерелгән була)[2]. Африканың хәҙерге ғәрәп илдәрендә (Мысырҙан башҡа) Европала ҡулланылған цифрҙар файҙаланыла. Ғәрәптәр уларҙы «ар-камун арабия» (أرقام عربية) — «ғәрәп цифрҙары» тип йөрөтә.

X быуатта европалыларға ғәрәп цифрҙары билдәле була.

Вигилан кодексы Көнбайыш Европала ғәрәп цифрҙарының тәүге тапҡыр атап үтелеүен һәм уларҙың һүрәтен (нулдән башҡаһын) теркәгән[4]. Улар маврҙар менән Испанияға 900 йылдар тирәһендә килгән.

Христиан динен тотҡан Барселона (Барселона графлығы) һәм мосолман Кóрдоваһы (Кордова хәлифәлеге) араһындағы тығыҙ бәйләнештәр арҡаһында, Сильвестр II (999 йылдан 1003 йылға тиклем Рим папаһы) ғилми мәғлүмәт менән танышып тороу мөмкинлегенә эйә була, ул саҡтағы Европала бындай мөмкинлек бер кемгә лә тәтемәй. Атап әйткәндә, Сильвестр II Европала беренселәрҙән булып ғәрәп цифрҙары менән таныша, уларҙың рим цифрҙары менән сағыштырғанда ҡулланылыш өсөн уңайлы булыуын аңлай һәм Европа фәненә уларҙы индереүҙе пропагандалай. XII быуатта Роберт Честерский Әл-Хәрәзмиҙең «Һинд иҫәбе тураһында» тигән китабын латин теленә тәржемә итә, һәм ул Европа арифметикаһының үҫешенә һәм ғәрәп цифрҙарын индереүҙә уғата ҙур роль уйнай[5].

Испанияны баҫҡынсыларҙан ҡотҡарғас, европалыларҙың ғәрәптәр менән бәйләнеше йомшара. Ғәрәп цифрҙары француз математиктары хеҙмәттәрендә хикмәтле формалар ала бара, өҫтәүенә европалылар элеккесә рим цифрҙарын ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә. 1192—1200 йылдарҙа {{{Алжир}}}ҙа һәм башҡа ғәрәп илдәрендә математиканы өйрәнгән итальян математигы Фибоначчи европалыларҙың иғтибарын ҡайтанан ғәрәп һандарына йүнәлтә. Яңырыу дәүерендә ғәрәп фәненә иғтибар арта, сөнки итальян математиктары Европаға ғәрәп ҡулъяҙмаларын алып ҡайта. Китап баҫыу эше киң йәйелдерелгәнгә тиклем Көнбайыш Европа фәнендә цифрҙарҙың көнбайыш-ғәрәп һыҙмаһы буйынса яҙылышы нығына бара.

Африканың ғәрәп илдәрендә (Мысырҙан башҡа) ҡулланылған ғәрәп цифрҙары 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9
Азияның ғәрәп илдәрендә һәм Мысырҙа ҡулланылған һинд-ғәрәп цифрҙары ٠ ١ ٢ ٣ ٤ ٥ ٦ ٧ ٨ ٩
Фарсы цифрҙары ۰ ۱ ۲ ۳ ۴ ۵ ۶ ۷ ۸ ۹
Һиндостанда ҡулланылған һинд цифрҙары (в письме деванагари),
Гуджарати яҙмаһында цифрҙар
Гурмукхи яҙмаһында цифрҙар
Бенгаль яҙмаһында цифрҙар
Ория яҙмаһында цифрҙар
Телугу яҙмаһында цифрҙар
Каннада яҙмаһында цифрҙар
Малаялам яҙмаһында цифрҙар
Тамиль яҙмаһында цифрҙар
Тибет яҙмаһында цифрҙар
Монголяҙмаһында цифрҙар
Бирма яҙмаһында цифрҙар
Тай яҙмаһында цифрҙар
Кхмер яҙмаһында цифрҙар
Лаос яҙмаһында цифрҙар
Цифрҙарға тап килгән ҡытай иероглифтары, 零〇

Унарлы иҫәпләү системаһын тап ғәрәптәр таратҡаға күрә, тарихҡа «ғәрәп цифрҙары» атамаһы инеп ҡала. Азияның ғәрәп илдәрендә һәм Мысырҙа файҙаланылған цифрҙар, Европа илдәрендә ҡулланылғандарҙан ныҡ айырыла.

  • Абджадия
  • Римские цифры
  • Восточные арабские цифры
  1. وجهات النظر حول أصل الأرقام ا&# … 2010 йыл 24 ноябрь архивланған. (ғәр.)(ар.)
  2. 2,0 2,1 J. J. O’Connor and E. F. Robertson. The Arabic numeral system. http://www-history.mcs.st-andrews.ac.uk/HistTopics/Arabic_numerals.html
  3. وجهات النظر حول أصل الأرقام ا&# … 2010 йыл 24 ноябрь архивланған. (ғәр.)(ар.)
  4. Florian Cajori. A history of mathematical notations. — 1993. — P. 50. — 385 p. — ISBN 0-486-6766-4.
  5. Юшкевич А. П. История математики в средние века. — М.: Гос. изд-во физико-математической литературы, 1961. — С. 156, 191, 331.

 дней))