Цифрҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
"Цифра" бите бында йүнәтелә.

Ци́фрҙар (латинса cifra ғәрәпсә ғәр. صفر‎ (ṣifr) «буш, нуль») — һандарҙы («һүҙҙәрҙе») яҙыу өсөн тамғалар («хәрефтәр») системаһы (һан тамғалары). «Цифр» һүҙе, асыҡлау булмағанда, «ғәрәп цифрҙары тип аталған» ун тамғаның: 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 («алфавиттың») береһен аңлата. Был цифрҙар теҙмәһе ике-(күп) урынлы кодтар һәм һандар барлыҡҡа килтерә.

Шулай уҡ башҡа күп төрлө варианттар («алфавиттар») бар:

Көндәлек телмәрҙә ҡулланылған күплектәге «цифрҙар» һүҙе лә «һанлы мәғлүмәтте» аңлатырға мөмкин, сөнки теләһә ниндәй һан цифрҙар йыйылмаһы менән яҙыла. Мәҫәлән, «шундай цифрҙар килтерәбеҙ», һәм хатта бер генә цифр менән яҙылған бер генә һанлы мәғлүмәт тураһында һүҙ барһа ла күплек һаны ҡулланылырға тейеш. Әммә «бында цифрҙар ҙурыраҡ» тип әйтеү дөрөҫ түгел, сөнки цифрҙар түгел, ә һандар сағыштырыла.

«Цифр» һүҙе ғәрәп телендәге صفر ṣifr «бер нәмә лә, ноль» һүҙенән килеп сыҡҡан һәм хәҙерге урыҫ телендә, цыган, цыплёнок, цыпочки һәм др кеүек ҡағиҙәнән ситләшкән һүҙҙәрҙән айырмалы рәүештә, «и» хәрефе аша яҙыла.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо замандарҙа һандар тура һыҙыҡлы билдәләр (таяҡсалар) менән тамғаланған: бер таяҡ берәмекте, ике таяҡ - икене һ.б. һүрәтләгән. Яҙыуҙың был ысулы ағасҡа эшләнгән киртектәрҙән килеп сыҡҡан. Ул әле лә «рим цифрҙарында» 1, 2, 3 һандарын һүрәтләгәндә ҡулланыла. «Ғәрәп цифрҙарының» Һиндостандан килеп сығыуын фәндә тик XIX быуатта ғына таныйҙар. Ул заман өсөн яңы булған был фекерҙе беренсе булып әйтеүсе Шәреҡте өйрәнеүсе рус ғалимы Георгий Яковлевич Кер (16921740) була. Кер 1731 йылдан алып Мәскәүҙә сит ил эштәре коллегияһында тәржемәсе булып эшләй.

Ғәрәп-һинд унарлы цифрҙарының милли варианттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 A   B   C   D   E   F   G   H   I   J   K   L   M   N   O   P   Q   R   S   T   U 
0 ٠ ۰
1 ١ ۱
2 ٢ ۲
3 ٣ ۳
4 ٤ ۴
5 ٥ ۵
6 ٦ ۶
7 ٧ ۷
8 ٨ ۸
9 ٩ ۹

A — стандарт европа, B — ғәрәп, C —көнсығыш-ғәрәп, D — деванагари, E — бенгал, F — гурмукхи, G — гуджарати, H — ория, I — тамильские, J — телугу, K — каннада, L — малаялам, M — тайские, N — лаос, O — тибет, Р — бирман, Q — кхмер, R — монгол, S — лимбу, T — яңы тай лы, U — яван

Тәңкәлә ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәңкәлә һинд цифрҙары тәүге тапҡыр 976 йылда ғәрәптәр менән туранан-тура бәйләнеш булған Испанияла осрай. Иң тәүге һинд цифрлы рус тәңкәләре 1654 йылға ҡарай. Һуңғы тапҡыр славян цифрҙары 1718 йылда һуғылған баҡыр тәңкәләрҙә барлыҡҡа килде[1]

Китаптарҙа биттәрҙе нумерлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҙур китаптың биттәрен нумерлау (итальян шағиры Петрарканың әҫәрҙәр йыйынтығы) беренсе тапҡыр 1479 йылда һинд цифрҙары менән башҡарыла[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Депман И. Я. История арифметики — М.: Просвещение, 1965. — Б. 93.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Титло — переводчик чисел (глаголица, кириллица, римские, китайские, арабские, арабские восточные, бенгали, гуджарати, гурмукхи, деванагари, каннада, лао, малаялам, ория (уткали), саураштра, тайские, тамильские современные, телугу, тибетские, бирманские, лимбу (яктумба), кхмерские, монгольские)
  • Черникова Н. Числа и цифры // Наука и жизнь. — 2010. — № 4.