Әбәк-көбәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әбәк-көбәк уйыны
Эбек.jpg
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
ялан
Физик активлыҡ
уртаса

Әбәк-көбәк (урыҫ. Абак-кубяк)— башҡорт милли балалар уйыны.

Уйнаусылар араһынан көтөүсе һайлана. балалар бер-бер артлы теҙелешеп тора. көтөүсе алда торған баланың усына һуғып:

Әбәк-көбәк, алтын табаҡ,

Етә алһаң, көмөш ҡалаҡ,

Етә алмаһаң, артыңа

Етмеш көрәк көл!-

ти ҙә йүгереп ҡаса, ә тегенеһе уны баҫтыра. көтөүсе, ҡасып барып, теҙелгән төркөмдөң артына баҫа алһа, баҫтырылған бала көтөүсе була. Ә инде ҡаса алмай баҫтырған балаға тотолһа, яүынан үҙе көтөүсе була; баҫтырып тотҡаны төркөмдөң артына барып баҫа. Уйын шул тәртиптә дауам итә.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 й. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.