Әйһәйлүк (йыр)
Уҡыу көйләүҙәре
Әйһәйлүк | |
Башҡарыусы | |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
3:47 |
Әйһәйлүк —— башҡорт халыҡ йыры.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элегерәк заманда Икенсе Бөрйән ырыуы Мостай ауылында бер һыҙма мыйыҡлы һылыу йәш егет булған. Шаян да, hүҙгә лә оҫта, йырға ла шәп икән, ти. Егет сағында бер йәш кенә сибәр ҡыҙға ғашиҡ булып, уны hәp ваҡыт күргehe килеп йөрөгән. Әммә ҡыҙҙы тап килтереп һөйләшеү бик үк еңел булмаған. Шуға ҡарата шаян йыр ҙа сығарған, хатта.
Бының шаянлығы ғүмергә китә. Һөйгән ҡыҙына өйләнеп, балалар атаһы булғас та, кешеләрҙе көлдөрөп, уларҙың күңелдәрен аса торған булған. Ҡатыны: «Хәҙер ҡартайып, балалар атаһы булып киттең, һыҙма мыйығың да aғapып, терпәйешеп бөттө, үҙең һаман шаяраһың», — ти икән. Шуға көйҙөң исемен: «Әйһәйлүк», йәки «Балалар aтahы» тип алып китә булалар
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам,
- Әйһәйлүк,
- Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, ай һәүкәләп,
- һәпем, һәпәүләкәйем.
- Бер аҙ ғына тороп һөйләшкәнсә,
- Әйһәйлүк,
- Ҡарт инәһе йөрөй шул, ай һәүкәләп,
- һәпем, һәпәүләкәйем.
- Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды,
- Әйһәйлүк,
- Ҡыҙҙар һорай сәсмәүҙә, әй, суғына,
- һәпем, һәпәүләкәйем.
- Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды,
- Әйһәйлүк,
- Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма,
- һәпем, һәпәүләкәйем.
Нотаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.