Эстәлеккә күсергә

Әй, халыҡ! (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әй, халыҡ!
Нигеҙләү датаһы 1885
Атамаһы Ну, публика!
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q96781476? һәм Q55120989?
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 30 ноябрь (12 декабрь) 1885
Баҫылған Пёстрые рассказы[d][1] һәм Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Әй, халыҡ!Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылып, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 48-се һанында, 1885 йылдың 30 ноябрендә А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйәлә тимер юлының бәйләнсек кондукторы һүрәтләнә.

А. П. Чеховтың «Әй, халыҡ!» хикәйәһе 1885 йылда яҙылып, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 48-се һанында, 1885 йылдың 30 ноябрендә А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйә шулай уҡ А. Ф. Маркс баҫҡан «Пестрые рассказы» йыйынтығында, СПб., 1886, нәшер ителә.

Тәнҡитсе П. Краснов: «Әй, халыҡ!» хикәйәһендә Чехов «хәҙерге заман кешеһенең» шул тиклем ауыртыулы нервынан борсолоуын күрһәткән», - ти. Ул: «Нервылы кондуктор Подтягин, йоҡоло пассажирҙы бер тапҡыр билетен һорар өсөн, икенсе тапҡыр станция начальнигын илтереп, үҙенең йоҡоло пассажирҙы уятырға хаҡлы икәнлеген күрһәтеү өсөн, өсөнсө тапҡыр пассажир алдында уны борсоғаны өсөн ғәфү үтенергә килеп уята»,- тип яҙа[2].

Л. Н. Толстой хикәйәне яҙыусының иң шәп хикәйәләренең береһе тип таба.

А. П. Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, поляк, румын, серб-хорват, словак һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Хикәйәләге ваҡиға поезд вагонында бара. Бер төндә обер-кондуктор Подтягиндың башына үҙенең эштә алған аҡсаһын аҡлар өсөн, әҙерәк эш күрһәтеп алғыһы килә. Ул башҡа кондукторҙарҙы уята ла улар менән бергә вагондар буйлап китә. Йоҡоло пассажирҙар тертләшеп уяна һәм уға билеттарын күрһәтә.

II класс вагонындағы бер ябыҡ пассажирҙан ул билетын күрһәтеүҙе һорай, ләкин пассажир бик ҡаты йоҡоға талған булып сыға. Ниһайәт, кондуктор пассажирҙы уятҡас, тегеһе үҙенең һаулығы бик насар булыуҙан йоҡоһоҙлоҡтан интегеүе һәм яңы ғына йоҡлап китеүенә зарлана: «Эй, Хоҙайым! Мин ревматизмдан ыҙа сигәм… өс төн буйы йоҡлай алманым, шунлыҡтан морфий эстем, ә һеҙ мине, билет тикшереп, йәнемде ҡыяһығыҙ! Был бит шул тиклем кешелекһеҙлек! Әгәр һеҙ минең шулай йоҡлап китә алмай интеккәнемде белһәгеҙ, шундай буш нимә өсөн мине борсомаҫ инегеҙ… Йәлләй белмәйһегеҙ, шул тиклем миһырбанһыҙһығыҙ! Минең билет нимәгә кәрәк булды инде һеҙгә? Шул тиклем йүләрлек был!». Подтягин пассажирға үпкәләгәнен күрһәтеп, һаман пассажирҙан билет таптырыуын дауам итә. Вагондағы халыҡ пассажирҙы яҡлап сыға.

Кондуктор пассажирҙы тағы ла ике тапҡыр уята — башта, станция начальнигын пассажир янына саҡырып килтереп, үҙенең хаҡлылығын иҫбатлай, аҙаҡтан пассажирҙы борсоғаны өсөн уның алдында ғәфү үтенер өсөн уята. Ә пассажир уның һәр бер килгәне артынан асыуланырға һәм дарыуының тағы ла яңы порцияһын эсергә мәжбүр була.

Халыҡ, бик ныҡ асыуланып, тулҡынлана башлағас, кондуктор хеҙмәткәрҙәр вагонына инеп китә һәм үҙен тынысландырыу өсөн ярты шешә араҡы һалып эсә, шуның артынан ул хеҙмәте, бурысы һәм намыҫлылығы тураһында бөтөнләй онота.

  • Чехов А. П. Ну, публика

{0}[13]{/0}} (1936) // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

  • Voir Dictionnaire Tchekhov, page 83, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Ah

{0}[13]{/0}} (1936) Les usagers !, traduit par Édouard Parayre, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.

  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=174
  2. «Труд», 1895, № 1, стр. 206