Эстәлеккә күсергә

Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 27 ғинуар 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Ишембай районы
Һөнәр төрө уҡытыусы

Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы (урыҫ. Амирханова Фаягуль Тимербаевна) (тыу. 1964 йыл, 27 ғинуар) – педагог, педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы (2000 йыл), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2016 йыл), йәмәғәт эшмәкәре[1].

Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы Ишембай районы Ҡарайған ауылында 1964 йылдың 27 ғинуарында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. 1981 йылда Ишембайҙағы 2-се интернат-мәктәпте (хәҙерге Ә.Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) тамамлағас, 1981 – 1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Педагогик хеҙмәт юлын Ишембай ҡалаһы менән бәйләй,

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986-1992 йылдар — Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе;

1992-2005 йылдар — Ишембай ҡалаһының 15-се мәктәбе;

2005-2013 йылдарҙа Республика кадет мәктәп-интернаты;

2013 йылдан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты[2]. .

Хеҙмәттә өлгәшкән ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2000" регион-ара конкурсы лауреаты (2000);
  • "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2016" регион-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе ( 2016);
  • Мәскәү ҡалаһында уҙған туған тел (шул иҫәптән рус теле) уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй конкурсында "Уҡытыусы-оҫта" номинацияһы еңеүсеһе (2016);

.

  • 2009, 2017 йылдарҙа “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәренә уҙғарылған "Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары" конкурсының Грантына лайыҡ була;
  • 2007, 2016, 2022 йылдарҙа "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" конкурсыһы еңеүсеһе булараҡ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дә Грантына лайыҡ була;
  • 2016 йылдың 19-21 авгусында Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Федерацияһының Премьер-министры Д.А.Медведев ҡатнашлығында үткән Бөтөн Рәсәй педагогтарының Август кәңәшмәһендә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы (2000 йыл),
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2016 йыл);
  • “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” айҡанлы юбилей миҙалы (2018 йыл, мәғариф өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн);
  • Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Дипломы (2013 йыл);
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт Хаты (“Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм башҡорт теле һәм мәҙәниәтен, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереүҙә тос өлөш индергәне өсөн”) (2021);
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт Хаты (2020 йыл);

Уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса үткәрелгән регион-ара олимпидаларға, фәнни-ғәмәли, фәнни-эҙләнеү конференцияларына, конкурстарға уңышлы әҙерләгәне өсөн төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була:

  • Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары (2019, 2020, 2021 йылдар) (“2018/2019 уҡыу йылында “Башҡорт теле” предметы буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусыларының олимпидаһында абсолют еңеүсе әҙерләгәне һәм һәләтле балалар менән эшләүҙә юғары профессионализмы, ижади ҡарашы өсөн");
  • Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының Рәхмәт хаты.

Китабы һәм матбуғатта баҫылған мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әмирханова Ф.Т. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡытыу”. - Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2016. - 96 бит.

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында донъя күргән мәҡәләләре:

  • Ислам - иман сығанағы. /"Башҡортостан уҡытыусыһы”. - 1995, № 5.- 40-43-сө бб
  • "Ноғман Мусиндың таң менән сыҡ юлдарға" романынан "Кәбир" өҙөгөн өйрәнеү."Башҡортостан уҡытыусыһы". - 1999, № 12. - 40-42-се бб
  • "Башҡортостан - минең йөрәгем" (Рәми Ғариповтың "Башҡортостан" шиғырын анализлау / "Башҡортостан уҡытыусыһы". - 2005, № 7. - 42-43-сө бб.
  • «Кеше күңеле диңгеҙ бит ул…» (З. Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт» хикәйәтен анализлау/ "Башҡортостан уҡытыусыһы". - 2006. № 10.- 41-43-сө бб.
  • Р. Өмөтбаевтың «Әмир баҫыуы» хикәйәһен өйрәнеү/"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы. - 2008. - № 2. - 16-17-се бб.
  • Хәл ҡылымдарҙың телмәрҙәге роле /"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы. - 2015. № 4.- 7-9-сы бб.
  • Әҙәбиәтте өйрәнеү – халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу юлы /"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы, 2016. - № 12.- 41-43-сө бб.
  • Шағир менән осрашыу. /"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы.- 2022. - № 6, 38-41-се бб.
* Ф. Т. Тимербаева Ишембай районының "Торатау" гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Ф.Т.Әмирханованың тәжрибәһе төрлө конференция материалдарында, уҡытыу ҡулланмаларында ла донъя күрә:

  • Мәскәү ҡалаһындағы Мәғарифты үҫтереү федераль институты үткәргән “Бөтөн Рәсәй туған телдәр (шул иҫәптән рус теле) уҡытыусылары конкурсы”нда күрһәтелгән видеодәрес һылтанмаһы: https://www.youtube.com/watch?v=i51JZt_l5M4.
  • Әҙәбиәткә юл – халҡыбыҙҙы һаҡлауға ла юл. “Хәҙерге белем биреү процесы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләләре”. Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференция материалдары. - Өфө: БДУ.- 2016. - 445-447-се бб.
  • Милли мәктәптә Н.Мусин әҫәрҙәрен өйрәнеү. “Ноғман Мусин: Евразия киңлегендә үҙ-ара мәҙәни диалог. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 85 йәшенә арналған Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) ғилми-мәҙәни конференция материалдары”. - Өфө: “Аэрокосмос һәм ноосфера” МҮ, 2016. - 27-31-се бб.
  • Региональ-ара “Ғарипов уҡыуҙары” форумы: “Заманса технологиялар ҡулланылған иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе” номинацияһы еңеүсеһе. - Өфө, 30.12.2021й.

Әмирханова Ф.Т. оҙаҡ йылдар мәктәп уҡыусыларын Республика кимәлендә үткәрелгән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсына әҙерләй. Йылдан-йыл коллегалары менән бергә конкурстың эпосты сәхнәләштереү һәм башҡа турҙары буйынса еңеүсе һәм призер командалар әҙерләй. Ә конкурстың төп туры – мәшһүр эпосты һөйләүселәр турында Ф. Әмирханованың Гран-при яулаған дүрт уҡыусыһы бар:Төхвәтуллин Ислам (2013), Хисмәтуллина Гөлфруз (2016), Шәрипова Гөлсәсәк (2018) һәм Шәрипова Ғәлиә (2022). Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы еңеүселәре: Хисмәтуллина Гөлфруз (2016й.), Әйүпова Гөлдәр, Сәғәҙиева Ләйсән (2018й.), Шәрипова Гөлсәсәк (2020й.), Шәрипова Ғәлиә, Ниғәмәтуллина Элиза (2022й.), Ниғәмәтуллина Элиза (2023й.).

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фаягөл Тимербай ҡыҙы байтаҡ йылдар “Башҡорт телендә халыҡ-ара диктант” яҙыу акцияһында әүҙем ҡатнаша: диктант яҙыуҙар ойоштора, аудиторияларҙа диктант тексын уҡый, шулай уҡ акцияла ҡатнашыусыларҙың эшен тикшереү комиссияларында ла эшләй. 2019, 2021 йылдарҙа “Башҡорт телендә халыҡ-ара диктант” яҙыу акцияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республика Башлығының Рәхмәт хаттары менән, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының “Башҡорт телендә халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһында эксперт комиссияһы составында актив эшләгәне өсөн” Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

  1. Ишембайҙар үҙ мөғәллимдәре менән ғорурлана. — Ишембай районы: "Торатау" гәзите, 2007.9 октябрь.
  2. Резеда Шәңгәрәева. Уҡытыусылар һынауҙы “5”-кә үтте”. -Ишембай районы. "Торатау" гәзите. 2016 йыл, 19 февраль. 14-се һан
• Миңзифа Илтенбаева. Йыл уҡытыусыһы конкурсынан. - Башҡортостан, 2000 йыл, 22 март.
• Мөнир Ҡунафин. Йыл уҡытыусыһы лауреаттары.Йәшлек. - 2000 йыл, 18 март.
• Таңсулпан Ибраһимова. Һомай кеүек ҡыҙҙар беҙ, Урал кеүек улдар беҙ. - Йәншишмә, 2016 йыл, 27-се һан, 8 июль.
• Хәйруллина Яҙгөл. Туған теле һөйөүе беҙгә күсә. - Йәншишмә, 2022 йыл, 7-се һан, 18 февраль.
• Эльвира Әлмөхәмәтова. Ишембайҙар үҙ мөғәллимдәре менән ғорурлана. - Торатау, 2007 117-се һан, 9 октябрь.
• Эльвира Әлмөхәмәтова.“Урал батыр” конкурсында йәнә Ишембай йәштәре исеме яңғыраны. - Торатау, 2014 йыл, 54-се һан, 2 июль.
• Резеда Әхмәтгәрәева. Эпосты иң яҡшы һөйләүселәр – Ишембайҙар! - Торатау, 2017 йыл, 32-33-сө һан, 25 апрель.
• Гөлсәсәк Шәрипова. Бөтәбеҙ ҙә миллионер булдыҡ. - Йәншишмә, 2017 йыл,16-сы һан, 21 апрель.
• Резеда Шәңгәрәева. Уҡытыусылар һынауҙы “5”-кә үтте”. - Торатау, 2016 йыл, 14-се һан, 19 февраль.
• Гөлназ Халиҡова. Берҙәм һәм көслө булыуыбыҙҙы раҫланыҡ. - Торатау, 2016 йыл, 27-се һан, 5 апрель.
• Эльвира Әлмөхәмәтова. Гран-при – Ишембай егетендә. - Торатау, 2013 йыл, 76-сы һан, 2 июль.