Эстәлеккә күсергә

Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 май 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Абдулла, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы

Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы (2 май 1965 йыл) — иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2016 йылдан Мәсетле муниципаль район хакимиәте башлығы[1].

Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллин 1965 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Абдулла ауылында тыуған.

2001 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм 2007 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған.

19841986 йылдарҙа Совет Армияһынан хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Мәсетле районының Әй совхозында эшләй башлай, 1989 йылға тиклем автогаражда водитель, 4-се бүлексә механигы була.

1989 йылда Мәсетле районының «Сельхозхимия» ойошмаһына водитель булып эшкә күсә, 19921995 йылдарҙа ошо ойошманың Абдулла аҡбур таш карьеры начальнигы була.

1996 йылда ауылдаштары яңынан тергеҙелгән Абдулла ауыл Советы хакимиәт башлығы итеп һайлап ҡуя. Бер саҡырылыш эшләгәндән һуң 19992000 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡтағы 153-сө һөнәри белем биреү училищеһендә махсус предметтар буйынса, 20002001 йылдарҙа Абдулла төп дөйөм белем биреү мәктәбенә математиканан уҡыта.

20012005 йылдарҙа ҡабаттан Абдулла ауыл Советы хакимиәт башлығы булып эшләй.

2006 йылдан Мәсетле муниципаль районы башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, иҡтисад, транспорт, элемтә һәм торлаҡ-комуналь хеҙмәте буйынса урынбаҫары була.

2012 йылдан Мәсетле районының «Ҡарағай» шифаханаһында хужалыҡ бүлеге начальнигы, директорҙың хужалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡара.

2016 йылда Мәсетле муниципаль районы хакимиәте башлығы итеп һайлана.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлдө. Фельдшер-акушер пунктары яңыртыла. Күп фатирлы йорттарҙа йылытыу системаһы реконстурциялана. Ауыл хужалығы етештерүсәнлеген арттырыу буйынса күп көс һалына. Район брендына әйләнгән Халыҡ-ара ҡубыҙ һәм өҙләү фестивале, «Мәсетле оҫтаханаһы» конкурсы яңы үргә үҫте.[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2020)
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9