Әтлек
Әтлек | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Adenophora liliifolia (L.) A.DC. | ||||||||||||||||
|
Әтлек (рус. бубенчик лилиелистный, лат. Adenophora liliifóliaлатинса) — ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙең береһе. Бына ошо үҫемлек йыш ҡына ҡотҡарған да инде асҡа үлеүҙән. Шул уҡ ваҡытта дауа ла булған. Ҡәҙимге «ҡыңғырау сәскә» тип йыйып йөрөгән үҫемлек булараҡ беләләр. Урыҫса «бубенчик лилиелистный» тип атала икән.
Әтлек — күк ҡыңғырау сәскәле үлән, уның һары төҫтәге йыуан тамыры ашарға яраҡлы. Уның тамырын йыуып, мейестә киптергәндәр ҙә ҡул тирмәнендә тартып он яһағандар. Шунан күмәс бешергәндәр. Сейләй ашап булмай.
Әтлек тамырында вирустарҙы үлтерә торған матдәләр тапҡандар. Шәреҡ табиблығында уның үпкә ауырыуын дауалау өсөн ҡулланылыуы билдәле. Төрлө үңәҙҙәргә, бактерияларға ҡаршы файҙаланыла, ашҡаҙан яраһын, йәрәхәтте йүнәлтә, иммунитетты нығыта, кальций, тимер, фосфорҙы үҙләштерергә ярҙам итә.
Хәҙерге көндә медицинала әтлек препараттарын һыуыҡ тейгәнде, йүткереүҙе, коклюшты, эс ауырыуҙарын, быуманы, гипертонияны, нервы ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланалар.