Эстәлеккә күсергә

Әхмәр ауылы бәйете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәр ауылы бәйете
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 2023

«Әхмәр ауылы бәйете» (урыҫса: «Баит деревни Ахмер») — башҡорт халыҡ бәйете. XVIII—XIX быуаттарҙа башҡорттарҙың уңдырышлы һәм төрлө ҡаҙылма байлыҡтарына бай ерҙәрен хәйләләп һатып алыу тураһындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижадының социаль-тарихи йүнәлештәге өлгөһө[1].

Был ауыҙ-тел ижады өлгөһө бик аяныслы хәлдә ҡалған халыҡ бәләһенә ябай ауыл кешеләренең уй-фекерен асып һала. Бәйеттә аҫаба башҡорт ерҙәрен сит-яттарға бик арзан ғына хаҡҡа һатҡан ауыл аҡһаҡалдары ҡарата тәнҡит һүҙҙәре әйтелә.

Бәйет 19 ..й. Башҡортостандың Баймаҡ районында Мөхәмәҙи Янбаевтан яҙып алынған[1].

Тәүге тапҡыр 1995 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан фольклорсы Риф Сөләймәнов төҙөгән йыйынтыҡта донъя күрә.

Әхмәр ауылы бәйете

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бик шәп өрә Ирәндектең ел-дауылы,

Сирек сәйгә ерен һатҡан Әхмәр ауылы,

Килә икән сит ерҙәрҙән Виктор Павлы,

«Хәҙер был ер — беҙҙеке бит», — тиерҙәр инде.

Ҡорт саҡҡандыр шул ҡарттарҙың бармағына,

Һатҡандар бит Сонтор үҙәк тамағын да.

Ашап-туйып сумғас ерҙәрҙең ҡаймағына,

Ахырында, зәм-зәм һыуы, тиерҙәр инде.[1]

  1. 1,0 1,1 1,2 Риф Сулейманов. Жемчужины народного творчества Урала. Уфа. Китап.1995. Т.8000/стр.248
  • Риф Сулейманов. Жемчужины народного творчества Урала/Уфа. Китап/1995/стр.248/страницы: 64, 184/ББК 85.92.
.