Өсбосмаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өсбосмаҡ

Төп блюдо

Милли аш-һыу
Авторы
Тыуған иле

 Рәсәй

Викимилектә медиафайлдар Өсбосмаҡ

Өсбосмаҡ, учпочма́к (татар. өчпочмак — «треугольник», башҡ. өсбосмаҡ, өс мөйөш[1]) — татар һәм башҡорттоң милли ризығы, эслеге картуф, ит, ҡағиҙә булараҡ, һарыҡ ите, һәм башлы һуғандан торған, әсе, һирәгерәк сөсө ҡамырҙан бешерелә.

Ризыҡтың төп үҙенсәлеге булып бешереү ысулы тора: башҡа күпселек оҡшаш ризыҡтарҙан айырмалы рәүештә, бәлештең эслеге сей килеш һалына.

Дөйөм технология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

0,5 сантиметрлыҡ шаҡмаҡлап туралған һарыҡ итен һәм сей картуфты ваҡ итеп туралған башлы һуған менән бутарға. Ҡамырҙан тәрилкә үлсәмендә түңәрәк киҫергә, эслеген һалырға һәм пирамида формаһын биреп, уртала тишек ҡалдырып, өҫтән бөрөп сығырға. Бер аҙ тота биргәс, һыйыр майы менән майларға ла, мейескә ҡуйырға кәрәк. Ярты сәғәттән һуң мейестән алырға, ҡалдырылған тишектән бер-ике ҡалаҡ мул тоҙланған һәм боросло ит һурпаһы ҡойорға, йомортҡа һөртөргә лә яңынан бешерергә ҡуйырға кәрәк. Тағы ла ярты сәғәт тотҡас, мейестән алырға, өҫтөн май менән һыларға, кәрәк тиклем тағы ла бер аҙ һурпа ҡойорға мөмкин.

Эслек өсөн:

  • һарыҡтың һум ите — 250 г,
  • картуф — 250 г,
  • һуған — 1 шт.,
  • һурпа — 1/2 стакан,
  • тоҙ,
  • онталған ҡара борос.

Ҡамыр өсөн:

  • он — 300 г,
  • һыйыр майы — 3 ҡалаҡ,
  • йомортҡа — 2 шт.,
  • һыу — 1/3 стакан,
  • әсетке — 1 сәй ҡалағы,
  • шәкәр — 1 сәй ҡалағы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мигранова Э. В. Башҡорттар. Туҡланыуҙың традицион системаһы: Тарихи-этнографик эҙләнеү. — Өфө: Китап, 2012, С.280.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]