Өҫтәмә ҡиммәткә һалым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Өҫтәмә ҡиммәткә һалым (НДС) — ситләтелгән һалым, тауарҙар, эштәр йә хеҙмәттәр етештереү барышында хасил ителгән тауар йә хеҙмәт ҡиммәтенең бер өлөшөн дәүләт бюджетына алыу формаһы.

НДС ҡулланыу һөҙөмтәһендә тауарҙы, эште йә хеҙмәтте һуңғы ҡулланыусы һатыусыға тотош ҡиммәттән һалым түләй, ләкин был сумма бюджетҡа һатыуҙың иң һуңғы баҫҡысынан алдараҡ инә башлай, сөнки уны етештереүҙә ҡатнашҡан һәр кем үҙенең өҫтәмәһен түләй бара.

Рәсәйҙә өҫтәмә ҡиммәткә һалым күләме 18 процент тәшкил итә һәм, операция 10 процент ставкалы исемлеккә йә 0 процент ставкалы исемлеккә инмәгән булһа, һәр осраҡта ҡулланыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өҫтәмә ҡиммәткә һалымды Морис Лоре (1954 йылда Францияның Иҡтисад, финанс һәм сәнәғәт министрлығының Һалымдар, йыйымдар һәм НДС буйынса дирекцияһы директоры) уйлап таба. Башта яңы һалым төрө 1954 йылда Францияның колонияһы Кот-д’Ивуарҙа һынау үтә. Тәжрибәне уңышлы тип тапҡан француздар уны үҙҙәрендә тәүләп 1958 йылда индерә. Һуңынан Европа иҡтисад берләшмәһе Советының директиваһы менән Европа берләшмәһенең бөтә илдәренә 1972 йыл аҙағына тиклем үҙ илдәрендәге иҡтисади эшмәкәрлек субъекттары өсөн өҫтәмә ҡиммәткә һалымды индерергә ҡушыла.

Рәсәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙә НДС 1992 йылдың 1 ғинуарынан[1] ғәмәлдә. Һалымды иҫәпләү һәм түләү тәртибе башта «Өҫтәмә ҡиммәткә һалым тураһында»ғы Закон менән билдәләнә, 2001 йылдан РФ Һалым кодексының 21-се бүлеге менән көйләнә.

Һалым түләүселәрҙең айырым категорияларына һәм операцияларҙың айырым төрҙәренә һалым һалынмай. Дөйөм алғанда Һалым кодексында НДС буйынса алынмалар һәм льготалар 100-ҙән ашыу. Атап әйткәндә, үтеп киткән календарь өс йәнәш ай эсендә ойошманың йә индивидуаль эшҡыуарҙың тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатҡандан алған төшөмө билдәле бер дәүмәлдән артмаһа (РФ Һалым кодексының 145-се статьяһы 1-се пунктына ярашлы — 2 млн. һум), әгәр ойошма йә эшҡыуар махсус һалым режимдарына (УСН, ПСН, ЕНВД, ЕСХН) күсһә, НДС түләүҙән азат булыу хоҡуғына эйә.

Һалым ставкалары (РФ Һалым кодексының 164-се статьяһы)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 0 % ставкаһы, мәҫәлән, экспорт буйынса таможня процедураһында сығарылған тауарҙарҙы һатҡанда; тауарҙарҙы халыҡ-ара ташыу хеҙмәттәрен күрһәткәндә ҡулланыла.
  2. 10 % ставкаһы, мәҫәлән, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек тауарҙарын; балалар өсөн тауарҙарҙы; медицина тауарҙарын һатҡанда ҡулланыла.
  3. 18 % ставкаһы — төп ставка, башҡа бөтә осраҡтарҙа ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зуйков И. С. Исчисление и уплата налога на добавленную стоимость — М.: Налоговый вестн. (Приложение к журналу Налоговый вестник; № 5), 2006. — 303 б. — 5000 экз. — ISBN 5-93094-188-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]