1747 йылғы типтәр-бобыль ихтилалы
1747 йылғы типтәр-бобыль ихтилалы — Уҫы һәм Себер даруғалары халҡының хөкүмәткә ҡаршы сығышы[1], ихтилалға һалымдарҙың артыуы сәбәпсе була.
Алдағы ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бобылдәр (ерһеҙ ярлы крәҫтиәндәр) һәм типтәрҙәр, башҡорттар кеүек уҡ, ситләтелгән һалым түләй[2]. ХVII йылдың аҙағынан улар ҡайһы бер хеҙмәт йөкләмәһен үтәүгә йәлеп ителә башлайҙар. Был хеҙмәтсән халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра 1717 йылда Нуғай һәм Себер юлдарының төрлө ауылдары бобылдәре һәм типтәрҙәре, 1708 йылда уларҙы хеҙмәт йөкләмәһенән азат итеүҙе вәғәҙә ителеүенә ҡарамаҫтан, һаман да хеҙмәт йөкләмәләренә тарттырылыуға зарланалар.
Сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1747 йылдың 22 майында сыҡҡан Сенат указы төп сәбәп була. Указ буйынса типтәргә һәм бобылдәргә яһаҡ (һәр йортттан 82 тин) урынына һалым (һәр ир-ат башына 80 тин) һалыныуы тураһында иғлан ителә. Ошо уҡ указ буйынса мишәрҙәргә яһаҡ (һәр йорттан 25 тин) иғлан ителә.
Ихтилал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1747 йылдың май аҙағында сыуалыштар көсәйә башлай.
Ҡатнашыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ихтилал етәкселәре:
- Абдул Люселеев
- Мортаза Нурмешов
- Нурка Борисов
- Сабан Ураев
- Сенька Семенов.
Ихтилалда типтәрҙәр, мишәрҙәр һәм бобылдәр ҡатнаша. Июлдә Уҫы даруғаһы Алтыбай, Ҡаҙы, Һикәяҙ, Тәгәй, Таҙлар ауылдарынан һәм Себер даруғаһы Байгилде, Бәҙәй, Мәләкәс, Нимесләр, Үкәрле, Шиҙы ауылдарынан типтәрҙәр һәм бобылдәр урындағы хакимиәт вәкилдәрен туҙҙырғандан һуң Өфө воеводаһы вазифаһын башҡарыусы полковник Люткинға мөрәжәғәт итәләр. Улар һалым түләргә риза булмауҙары тураһында ғариза яҙалар һәм Санкт-Петербургка ялыу менән барар өсөн үҙ һайлаған кешеләренә паспорт бирелеүе тураһында үтенәләр. Август айында ризаһыҙлыҡ Уҫы даруғаһы мишәрҙәрен солғап ала.
Баҫтырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыуалыштарҙың көсәйеүенән ҡурҡып, Ырымбур губернаторы Неплюев ихтилал ҡупҡан ергә генерал-майор г. Штокман (1750 кеше) һәм секунд-майор С. Ф. Кублицкий (550 кеше) етәкселегендә хөкүмәт ғәскәрҙәрен йүнәлтә[3]
Ғәскәрҙң яҡынлашыуы менән типтәрҙәрҙең һәм бобылдәрҙең күпселек өлөшө яңы һалымды түләргә риза була. Уҫы даруғаһы типтәрҙәре һәм бобылдәрҙең бер өлөшө (400-гә яҡын кеше) властарға буйһоноуҙан баш тарта һәм Тере Танып йылғаһы буйындағы алышта ҡыйратыла (70-кә яҡын кеше һәләк була, 100 кеше әсирлеккә алына, ҡалғандары ҡаса). Ихтилалдың етәкселәре ҡамсы менән һуҡтырыла һәм Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек каторгаға ебәрелә, ҡалған әсирҙәр өлөшләтә төбәктән ситкә һөрөлә йәки ҡамсы менән һуҡтырыла һәм старшиналарға порукаға бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — башҡорт энциклопедияһы 2017 йыл 4 июль архивланған.
- ↑ 2у ИГАкл/И. Гакман башҡорт ихтилалы анов. Башҡорт ихтилалдары ООООООООСООО ӨФӨ "ҺЫУ Б. Б. КИТАГ 63.3(2)е ц е н з е н т а р. 46 кандидат 40(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Шток Георгий(недоступная ссылка)