Антонио Вивальди
Анто́нио Лючио Вива́льди (Лучио[13], Лючио[14]) (итал. Antonio Lucio Vivaldi; 4 март 1678 йыл — 28 июль 1741 йыл) — итальян композиторы, скрипкасы, педагог, дирижёр; католик руханийы. Вивальди XVIII быуаттағы Италия скрипка сәнғәтенең иң танылған вәкилдәренең береһе[15]. 90 опера авторы. Вивальди башлыса музыкаль ҡоралдар, бигерәк тә скрипка өсөн яҙылған әҫәрҙәре менән билдәле. Иң билдәлеһе — «Йыл миҙгелдәре»[15].
Тере сағында уҡ бөтә Европала скрипкасы булараҡ киң танылыу ала. Вивальди композитор булараҡ танылған булһа ла, вафатынан һуң уның исеме онотола башлай. Вивальди элек-электән башлыса инструменталь концерттары, бигерәк тә скрипка, менән билдәле була. Уның иң билдәле әҫәрҙәре — «Дүрт миҙгел» исеме аҫтында дүрт скрипка концерты улар «Гармонияның уйлап табыу менән бәхәсе» циклына инә. Һуңғы ваҡытта Вивальди әҫәрҙәренең әүҙемләшеүе менән бәйле һығымталар уның бөйөк композитор талантының масштабын асыҡлауға ярҙам итә. Уның күп кенә әҫәрҙәре Венециялағы Оспедале-делла-Пьета сиркәүенең ҡатын-ҡыҙҙар музыкаль ансамбле өсөн яҙылған, унда ул рухани булараҡ 1703 йылдан 1715 йылға тиклем һәм 1723 йылдан 1740 йылға тиклем хеҙмәт иткән. Вивальди операларының Венеция, Мантуа һәм Веналағы мөғжизәле постановкалары уңыш яулай. Император Карл VI менән танышҡандан һуң, Вивальди, карьераһы буйынса үрләү өмөтө менән, Венаға күсә. Әммә Вивальди килгәндән һуң күп тә үтмәй император вафат була, ә композитор үҙе, бер йылдан да аҙыраҡ ваҡыт үткәс, фәҡирлектә вафат була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫмер сағы
Антонио Вивальди 1678 йылдың 4 мартында Венецияла тыуған, ул ваҡытта Венеция Венеция Республикаһының баш ҡалаһы була. XX быуат уртаһына тиклем Вивальди биографияһын тикшереүселәр композиторҙың тыуған даталарын төрлөсә фаразлай, уның тыуған йылы 1675 йыл булған тип тә иҫбатлағандар була, башҡа даталар ҙа килтерелә. 1963 йылдың ғинуарында инглиз ғалимы Эрик Пол (Eric Paul) тапҡан Изге Иоанн Предтеча сиркәүенең яҙмалары композиторҙың тыуған көнөн тулыһынса билдәләргә мөмкинлек бирә. Тыуғандан һуң шунда уҡ кендек инәһе уны суҡындыра, сөнки ул барыһын да сабыйҙың ғүмеренә хәүеф янауына инандыра. Аныҡ ҡына билдәле булмаһа ла, баланың бындай тиҙ суҡындырылыуы, моғайын, йә һаулығы насар булыуы, йә ул көндө ҡаланы тетрәткән ер тетрәү арҡаһында булғандыр, тип фаразлап була. Ер тетрәү тәьҫире аҫтында әсәһе баштан уҡ Вивальди дин әһеле булыр тип уйлай. Рәсми рәүештә Вивальди ике айҙан сиркәүҙә суҡындырыла[13].
Антонионың ата-бабалары Брешияла бик хөрмәтле кешеләр була, унда 1655 йылда уның атаһы Джованни Баттиста (1655—1736) донъяға килә. Ун йәшендә Антонио әсәһе менән Венецияға күсеп килә, унда ул парикмахер һөнәрен үҙләштерә. Ул ваҡытта итальян бөҙрәханаларында сиратын көтөп ултырған клиенттар ваҡыт уҙғарһын өсөн төрлө музыка ҡоралдарын тоталар. Джованни, ваҡыты булғанда, скрипкала ла уйнай һәм артабан тулыһынса музыкаға бирелә.
1677 йылда Джованни Камилла Каличкиоға өйләнә (1655—1728) һәм бер йылдан һуң уларҙың Антонио исемле улдары тыуа. Сиркәү яҙмаларына ярашлы, Антонионың өс апаһы — Маргарита Габриэла, Сесилия Мария һәм Дзанетта Анна һәм ике ағаһы — Бонавентура Томасо һәм Франческо Гаэтано була, улар атаһының эшен дауам итеп, парикмахер һөнәрен һайлайҙар.
1685 йылда Джованни Баттистаның исеме «Sovvenno dei musicisti de Santa Cecilia» музыкаль берләшмәһенә нигеҙ һалыусылар исемлегендә барлыҡҡа килә, уның режиссеры — билдәле композитор, бер нисә опера авторы Джованни Легренци була. Артабан Джованни Изге Марк соборы капеллаһында баш скрипкасы була. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул йылдарҙа Джованни Вивальдиҙың тулы исеме Джованни Баттиста Росси икәне билдәле. Антонио атаһына оҡшап ерән сәсле була, шуға күрә уны һуңынан «ерән сәсле рухани» тип атайҙар (итал. il prette rosso)[14]. 1689 йылда «La Fedeltà sfortunata» исеме аҫтында опера ҡуйыла, уны Джованни Баттиста Росси ижад иткән, бынан сығып Вивальдиҙың атаһы үҙе лә композитор булған, тип фаразларға була.
Композиторҙың йәш йылдары һәм музыкаль белеме тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Моғайын, атаһы улын скрипкала уйнарға өйрәтә, һәм буласаҡ композитор 10 йәшенән музыкаға ылыға, 1689—1692 йылдарҙа изге Марк соборы капеллаһында атаһын алмаштыра.
Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, Антонио музыка теорияһына һәм композицияға Джованни Легренцинан һабаҡ ала[14], әммә Легренци 1690 йылда вафат булғанға күрә, күп кенә тикшеренеүселәр был фактты шик аҫтына алалар. Люксембург ғалимы Вальтер Колнедер Легренци стиленең йоғонтоһон Вивальдиҙың тәүге композитор әҫәрҙәренең береһендә — «Laetatus sum…» әҫәрендә үк күрә, уны Вивальди 1691 йылда 13 йәшендә яҙа. Скрипкасының виртуоз уйнауы Антонионың билдәле рим скрипкасыһы Арканджело Кореллиҙың музыкаль стиле тәүге әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡанға күрә, Антонио был оҫтанан скрипкала уйнарға өйрәнгәндер, тигән фараздар тыуа. Әммә бөгөнгө көнгә тиклем быны иҫбатлаусы аныҡ дәлилдәр юҡ, һәм Антонионың сиркәү хеҙмәте даталарының ваҡыт хронологияһы уның 1703 йылда Римда уҡыу осороноң датаһына тап килмәй[16].
Вивальдиҙың һаулығы насар була — «strettezza di petto» («күкрәктәге тығыҙлыҡ») кеүек симптомдар астманың бер төрө тип аңлатыла. Был уға скрипкала уйнарға, ижад итергә, шулай уҡ музыкаль сараларҙа ҡатнашырға ҡамасауламаһа ла, шулай ҙа тынлы ҡоралдарҙа уйнарға мөмкинлек бирмәй[17].
Йәш сағы
Венециялағы "Ospedale Pietà " консерваторияһы
Атаһының сиркәү соборында хеҙмәт итеүе һәм руханиҙар менән бәйләнеше йәш Антонионың артабанғы карьераһын һайлауға йоғонто яһай. Антонио дин әһеле булырға ҡарар итә, һәм был аңлашыла, сөнки ул замандарҙа Италияла рухи һәм музыкаль карьераны берләштереү ғәҙәти күренеш була[16]. 1704 йылда ул вазифаһына тәғәйенләнә. әммә һаулығы насар булыу сәбәпле Мессаны еңелерәк үткәреүгә рөхсәт ала. Тиҙҙән Вивальди үҙ вазифаһын ҡалдыра, әммә дин әһеле булып ҡала.
1703 йылдың сентябрендә Вивальди Венеция тирәһендәге «Pio Ospedale della Pjeta» исемле балалар йортонда «скрипка оҫтаһы» булып хеҙмәт итә. Венецияла шундай уҡ дүрт учреждение була. Уларҙың маҡсаты ауыр хәлдә ҡалған балаларҙы, шулай уҡ ғаиләләре уларға ярҙам итә алмаған етемдәргә йәшәү урыны һәм белем биреү була. Был учреждениелар Республика иҫәбенә финанслана. Малайҙар сауҙа һөнәренә өйрәнә һәм 15 йәше тулыу менән уҡыу йортон ташлап сыға. Ҡыҙҙар музыкаль белем алалар, улар араһынан иң талантлылары Вивальди ойошторған оркестрҙа һәм хорҙа шөғөлләнәләр. Вивальди ул ваҡытта уҡ бик көслө скрипкасы булып һанала. Балалар йортонда эшләй башлаған саҡта уға 25 йәш тула. Нәҡ ошонда ул үҙенең күпселек әҫәрҙәрен ижад итә. Бында ул 30 йыл эшләй. Оспедалдәге уҡыусылары араһында иң һәләтлеһе Анна Мария даль Виопин була.
Вивальди уҡыусылар өсөн Библия текстарында концерттар, кантаталар, вокаль музыка яҙа. 60-тан ашыу булған был әҫәрҙәр төрлө: уларға яңғыҙ, хор һәм оркестр өсөн киң күләмле хор әҫәрҙәре инә. 1704 йылда Вивальди шулай уҡ скрипканан тыш альт буйынса ла уҡыта башлай. Үҙ заманында Вивальди ҡабул иткән маэстро ди Коро вазифаһы күп ваҡыт һәм эш талап итә. Уға һәр байрамға яңы оратория йәки концерт төҙөргә, шулай уҡ етемдәргә музыка теорияһын өйрәтергә һәм билдәле бер музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтергә тура килә.
Вивальдиҙең йыш ҡына Ospedale директорҙар советы менән мөнәсәбәттәре көсөргәнешле була. Совет йыл һайын уны уҡытыусы вазифаһында тотоу-тотмау тураһында тауыш биреүҙе ойоштора. Тауыш биреү бер тауыштан бик һирәк була; һәм 1709 йылда уны хупламайҙар[17]. Бер йыл штаттан тыш эшләгәндән һуң композиторҙы ҡабаттан эшкә алалар (1711 йыл). Вивальди бер йыл булмаған осорҙа уның ысын баһаһын аңлайҙар, күрәһең. 1716 йылда ул музыкаль етәксе итеп тәғәйенләнә һәм учреждениеның бөтә музыкаль эшмәкәрлеге өсөн яуаплы була[18][17].
1705 йылда Венецияла Джузеппе Сала нәшриәтендә уның 12 сонатаһы баҫылып сыға. 1709 йылда Венецияла Бортоли нәшриәтендә баҫылған Вивальдиҙың икенсе опусы чембало (итальянса клавесин) оҙатыуында скрипка өсөн 12 сонатаһын үҙ эсенә ала. 1706 йылда Вивальди тәүге тапҡыр күмәк кеше француз илселеге һарайында сығыш яһай. Виртуоз скрипкасылар аталы-уллы Вивальдиҙарҙың исемдәре итальян картографы Винченцо Коронелли әҙерләгән «Венеция буйынса белешмә» баҫмаһында ла телгә алына. Был осорҙа Вивальди Пьяцца-Брагоранан күрше Сан-Проволо мәхәлләһендәге ҙурыраҡ йортҡа күсә. 1711 йылда «L’estro armonico» (Гармониялы илһамr) исемле 12 концерты баҫтырыла. Шул уҡ йылда ныҡлы йыллыҡ эш хаҡы ала һәм тәрбиәләнеүселәрҙең концерттарының төп директоры була, 1713 йылдан- «Пиета» («Ospedale della Pietà») ҡатын-ҡыҙҙар консерваторияһы директоры[19].Был йылдарҙа йәш Вивальди уҡытыу һәм композиторлыҡ эшмәкәрлеген берләштереп, тырышып эшләй. Уның исеме тыуған Венецияла билдәлелек ала, ул ваҡытта Венецияға сәйәхәтселәрҙең күпләп килеүен иҫәпкә алғанда, Вивальдиҙың популярлығы Венециянан ситтә лә тарала. Әйтәйек, 1709 йылда "Пиета"ла оратория менән таныштырғанда Вивальди Дания короле Фридрих IV менән таныша, һуңынан уға 12 скрипка сонатаһын бағышлай.1712 йылда Венецияла булған сағында Антонио немец композиторы капельмейстер Готфрид Генрих Штёльцель (Gotfried Heinrich Stölzel) менән осраша. Шулай итеп, Штёльцель Вивальди менән шәхсән бәйләнешкә ингән беренсе немец музыканты була[16].
Вивальдиҙың 1718 йылдан башлап гастролдәрҙә йыш булыуына ҡарамаҫтан, Пиета уға айына ике концерт яҙыу бурысы өсөн ике йехин түләй, шулай уҡ оркестр менән биш тапҡырҙан да кәм түгел күнекмәләр үткәрергә тейеш була. «Пиета» яҙмаларынан күренеүенсә, композиторға 1723 һәм 1733 йылдар араһында 140 концерт өсөн аҡса түләнгән.
Композиторлыҡ эшмәкәрлегенең башы. Венеция (1713—1718)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вивальди Үҙенең карьераһын опера композиторы булараҡ башлай. 1713 йылда өс актлы «Виллалағы Оттон» («Ottone in villa») операһын яҙа, уның премьераһы шул уҡ йылдың 17 майында Виченцала «Театро-делле Грази» (Teatro delle Grazie) операһында үтә[20][21]. Был опера ҡатмарлы сюжет интригалы опера-серианың үҙенсәлекле өлгөһө булып тора. Доменико Лалли либреттоһына яҙған, һуңынан Вивальди уның менән бер нисә тапҡыр хеҙмәттәшлек итеп, рим тарихы эпизодтарының береһен тергеҙә. Ғөрөф-ғәҙәткә ярашлы, кастрат йырсылары ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарып, солист сифатында сығыш яһай. Уларҙың сығышы ир-ат тауыштарының көсөн һәм сағыулығын ҡатын-ҡыҙҙарҙың еңеллеген һәм хәрәкәтсәнлеген берләштерә. Постановка бик уңышлы үтә, уға венециан импресариолары иғтибар бүлә. Тиҙҙән Вивальди Сан-Анджело театры хужаһы Модоттонан яңы операға заказ ала. Модотто менән ул үҙенең һуңғы «Фераспе» операһына (1739) тиклем дуҫлыҡ ептәрен өҙмәй[22]. 1714 йылда ул үҙенең икенсе операһын ижад итә — «Orlando finto pazzo», либреттоһын Грацио Браччьоли яҙа, әлеге опера итальян шағиры Лудовико Ариостоның данлыҡлы «Френус Роланд» шиғырын ирекле эшкәртеүҙе кәүҙәләндерә[23]. Тиҙҙән композитор латин текстарына ике оратория яҙа — 1714 йылда «Фараондар аллаһы Моисей» һәм 1716 йылда "Тантана итеүсе Юдифь. Беренсе ораторияның партитураһы һуңынан юғала. Изге сесилия консерваторияһында оратория тексты һаҡланып ҡалған, унда ролдәрҙе башҡарыусылар исемлеге бар, исемлектән бөтә партияларҙы, шул иҫәптән ир-егеттәр партияларын, тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар башҡарыуы күренә. «Тантана итеүсе Юдифь» ораторияһы Вивальдиҙең иң яҡшы әҙәрҙәре иҫәбенә инә. Композиторҙың таланты танылыуы менән бергә уның уҡыусылар һаны ла арта бара, әммә яңы уҡыусылар ҙә, композиторлыҡ эштәрҙең күплеге лә уны театрҙағы эштән айыра алмай. 1715 йылда ул Сан-Анджело театрынан заказ ала — «Nerone fatto Cesare» («Цезарь булып киткән Нерон») операһындағы 12 ария. 1716 йылда Вивальди ошо уҡ театр заказы буйынса тағы ла бер опера ижад итә — «L’incoronazione di Dario» («Дарийҙың коронацияһы»). Ошо уҡ йылда ул «La costanza trionfante degl’amori e de gl’odii» («Постоянство, торжествующее над любовью и ненавистью») операһын яҙа, был операны ул Сан-Моизе театры өсөн ижад итә, уның менән дә Вивальди артабанғы йылдарҙа хеҙмәттәшлек итә. Әлеге опералар премьералары 1716 йылғы карнавалда үтә[23]. Вивальди Венецияла ғына түгел, башҡа тарафтарҙа ла танылыу таба: 1718 йылда уның опера «Scanderbeg» («Скандербег») операһы Флоренция театры сәхнәһендә ҡуйыла.
Вивальдиҙың прогрессив опера стиле уға консерватив музыканттар менән бәйле ҡайһы бер проблемалар тыуҙыра, мәҫәлән, һәүәҫкәр музыкант [[Бенедетто Марчелло] менән. Вивальдиҙың 1737 йылда үҙенең ҡурсалаусыһы маркиз Бентивогьоға яҙған хатында ул 94 опера яҙыуына һылтана. Әммә Вивальдиҙың 50-гә яҡын операһы ғына табыла, ҡалған операларға ҡағылышлы документация юҡ. Әйтергә кәрәк, Вивальди, һис шикһеҙ, үҙ заманында бик күп опералар яҙған булһа ла, ул бер ҡасан да Алессандро Скарлатти, Иоганн Адольф Хассе, Леонардо Лев, Бальдассаре Галуппи кеүек бөйөк замандаш композиторҙарының данына ирешә алмай.
Уның иң уңышлы опералары — La Costanza trionfante һәм «Farnace», уларҙың һәр береһе сәхнәлә алты тапҡыр тергеҙелә. Дөйөм алғанда, 1713 йылдан алып 1718 йылға тиклемге осорҙо күп тикшеренеүселәр композитор ижадының иң һөҙөмтәле этабы тип һанай: ошо биш йыл эсендә ул бөтәһе һигеҙ опера яҙа[16][20].
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антонио Вивальди — бик күп әҫәрҙәр ижад иткән композитор. Ул 90 опера авторы[19], шул иҫәптән «Неистовый Роланд» (Orlando furioso), «Нерон, ставший Цезарем» (Nerone fatto Cesare, 1715, шунда уҡ), «Коронация Дария» (L’incoronazione di Dario, 1716, шунда уҡ), «Джустино» (Giustino, 1724; шулай уҡ «Юстин»), «Обман, торжествующий в любви» (L’inganno trionfante in amore, 1725, шунда уҡ), «Фарнак» (1727, шунда уҡ, һуңынан «Фарнак, правитель Понта» тип атала), «Кунегонда» (1727, шунда уҡ), «Олимпиада» (1734, шунда уҡ), «Гризельда» (1735,"Сан-Самуэле" театры, Венеция), «Аристид» (1735, шунда уҡ), «Тамерлан» (1735, Филармония театры, Верона), «Оракул в Мессении» (1738, театр «Сант-Анджело», Венеция), «Ферасп» (1739, шунда уҡ); оратории — «Моисей, бог фараона» (Moyses Deus Pharaonis, 1714), «Торжествующая Юдифь» (Juditha Triumphans devicta Holo-fernis barbarie, 1716), «Поклонение волхвов» (L’Adorazione delli tre Re Magi, 1722), «Монтесума» (Motezuma, 1733).
- Ҡыллы оркестр һәм бассо континуоһы өсөн 44 концерт;
- 49 кончерто гроссоһы;
- Ҡыллы оркестр һәм/йәки бассо континуоһы менән бер музыка ҡоралы өсөн 352 концерт (скрипка өсөн — 253, виолончель өсөн — 26, виоль д’амур өсөн — 6, арҡыры флейта өсөн — 13, буй флейта өсөн — 3, гобой өсөн — 12, фагот өсөн — 38, мандолина өсөн — 1);
- 2 музыка ҡоралы өсөн ҡыллы оркестр оҙатыуында һәм/йәки континуо бассо менән 38 концерт (25 скрипка өсөн, 2 виолончель өсөн, 3 скрипка һәм виолончель өсөн, 2 валторна өсөн, 1 мандолина өсөн);
- Ҡыллы оркестр һәм/йәки бассо континуо оҙатыуында 3 һәм унан да күберәк музыка ҡоралдары өсөн 32 концерт.
Континуо бассо оҙатыуында төрлө музыка ҡоралдары өсөн 100-ҙән ашыу соната; кантаталар, серенадалар, симфониялар, Stabat Mater һәм башҡа сиркәү әҫәрҙәре авторы.
Вивальди һынлы сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вивальдиҙы һүрәтләгән бер нисә сәнғәт әҫәре һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, 1723 һәм 1725 йылдарҙа француз рәссамы Франсуа Морелон де ля Кавэ композиторҙың портреттарын яҙа. Әммә иң билдәле төҫлө портрет — Вивальдиҙың фараз ителгән портреты ғына, сөнки унда уның фамилияһы яҙылмаған. Унда бөйөк композитор һүрәтләнгән тигән фараз портрет Венецияла табылып, скрипкасыны һүрәтләгәнгә генә эшләнгән (ә Вивальди вивальди виртуоз скрипкасы булған). Был портреттың башҡалар портреттарға бер-оҡшаш булмауы һәм композиторҙың инициалдары булмауы төҫлө портретта, ысынлап та, Вивальди һүрәтләнеүенә шик тыуҙыра. Картиналарҙың береһе Болоньяла Халыҡ-ара музыка музейында (итал. Museo internazionale e biblioteca della musica) һаҡлана. 1723 йылда итальян рәссамы Пьер Леоне Гезци композиторға «Ерән рухани» («Красный священник») тигән карикатура төшөрә.
Кинематографта образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Вивальди, принц Венеции» (Франция, 2006, режиссёры — Жан-Луи Гийерму)
- «Вивальди, рыжий священник» (Италия, 2009, режиссёр — Лиана Марабини)
- «Сказки старого пианино. Антонио Вивальди» (йәнһүрәт, Рәсәй, 2007, режиссёры — Оксана Черкасова)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антонио Вивальди исеме бирелгән:
- Меркурий планетаһындағы кратерға[24].
- Италияла Сиена институтына[25], (етәксеһе Франческо Малипьеро булған).
Музыкаль фрагменттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Музыкаль фрагменттар — формат Ogg Vorbis
- Весна. Часть 1 Аллегро
- Весна. Часть 2 Ларго
- Весна. Часть 3 Аллегро
- Лето. Часть 1 Аллегро нон мольто
- Лето. Часть 2 Адажио
- Лето. Часть 3 Престо
- Осень. Часть 1 Аллегро
- Осень. Часть 2 Адажио мольто
- Осень. Часть 3 Аллегро
- Зима. Часть 1 Аллегро нон мольто
- Зима. Часть 2 Ларго
- Зима. Часть 3 Аллегро
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118627287 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 https://www.francemusique.fr/personne/antonio-vivaldi
- ↑ 4,0 4,1 Antonio Vivaldi // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 5,0 5,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
- ↑ 6,0 6,1 Česká divadelní encyklopedie
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 1960.
- ↑ 8,0 8,1 Istituto dell'Enciclopedia Italiana Vivaldi, Antonio // Enciclopedia on line (итал.)
- ↑ https://archivi.cini.it/antoniovivaldi/archive/IT-AVI-GUI001-000002/antonio-vivaldi-materiali-cartacei.html
- ↑ https://www.musicsperlacobla.cat/compositor.php?autor_id=1596
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/41384ad1-8008-43b0-b82d-082169acb463 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ 13,0 13,1 Камзолова, М. Н. Музыкальное путешествие по городам Италии: учебно-методическое пособие. — Scientific magazine Kontsep, 2015.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Классическая музыка. История музыки, биографии великих композиторов и музыкантов / ответственный редактор Ю. Орлова. — М. : Издательство «Э», 2015. — С. 45—47. — ISBN 5457942228.
- ↑ 15,0 15,1 [http://slovari.yandex.ru/вивальди/БСЭ/Вивальди(недоступная ссылка) Антонио/ Большая советская энциклопедия
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 Walter Kolneder. Antonio Vivaldi: his life and work. — University of California Press, 1970 — ISBN 0-520-01629-7
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Michael Talbot, Vivaldi (London: J.M. Dent & Sons, Ltd., 1978), 39.
- ↑ Heller, Karl Antonio Vivaldi: The Red Priest of Venice, Amadeus Press (1997), ISBN 1-57467-015-8
- ↑ 19,0 19,1 Музыкальная энциклопедия. Вивальди. Под редакцией Ю. В. Келдыш в 6 томах. Т 1. — М.: Советская энциклопедия, 1973. 2013 йыл 3 июль архивланған.
- ↑ 20,0 20,1 Reinhard Strohm. The Operas of Antonio Vivaldi. — L.S. Olschki, 2008 — p. 111 — ISBN 88-222-5682-4
- ↑ Примечание: в то время как в большинстве источников отмечено, что премьера оперы прошла в Teatro delle Grazie, Рейнхард Штром указывает Teatro delle Garzerie. В этом случае необходимо отметить наличие расхождений в названиях венецианских театров. Согласно Джанфранко Фолене, Teatro delle Grazie был построен на месте сгоревшего в 1683 году Teatro delle Garzerie.
- ↑ Игорь Белецкий. Антонио Вивальди: краткий очерк жизни и творчества. — И: Музыка, Ленинградское отд., 1975
- ↑ 23,0 23,1 Муз-лит-ра. Вивальди — биография. 2017 йыл 26 сентябрь архивланған.Muzlitra.ru
- ↑ Григорий Квасневский. «Как имена улетают в космос». Журнал «Профиль», № 14 (132), 03.04.2010
- ↑ Все биографии…биографии великих людей. Вивальди Антонио Лучо. 2012 йыл 10 март архивланған.Allbiograf.ru
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барбье П. Венеция Вивальди: Музыка и праздники эпохи барокко = La Venise de Vivaldi: Musique et fêtes baroques. — СПб.: Издательство Ивана Лимбаха, 2009. — С. 280. — ISBN 978-5-89059-140-1.
- Вирджилио Боккарди. Вивальди. — Жизнь замечательных людей (Том 1085). — М.: Молодая гвардия, 2007. — С. 272. — ISBN 978-5-235-03014-5.
- Eleanor Selfridge-Field. A new chronology of Venetian opera and related genres, 1660-1760. The calendar of Venetian opera. — Stanford University Press, 2007. — С. 778. — ISBN 978-0-80474-4379.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антонио Вивальди Викимилектә | |
Антонио Вивальди Викияңылыҡтарҙа |
- Произведения Вивальди на сайте Classical Connect Бесплатная библиотека классической музыки на Classical Connect
- Антонио Вивальди — Времена года в фонотеке классической музыки 2013 йыл 30 октябрь архивланған. Бесплатная фонотека классической музыки.
- Проект «Anima Veneziana». Издание биографии Вивальди на русском языке и каталога произведений
- Антонио Вивальди: ноты произведений на International Music Score Library Project
- 4 мартта тыуғандар
- 1678 йылда тыуғандар
- Венецияла тыуғандар
- 28 июлдә вафат булғандар
- 1741 йылда вафат булғандар
- Венала вафат булғандар
- Венала ерләнгәндәр
- Италия композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Опера композиторҙары
- Италия музыканттары
- XVIII быуат тарихы
- XVIII быуат композиторҙары
- Католик монахтар
- Барокко эпохаһы композиторҙары