Astana Opera

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Астана Опера» театры
«Астана Опера» милли академик опера һәм балет театры НАО
Театр төрө

музыкаль

Эшләй башлаған

14 декабрь 2012 йылда

Нигеҙләүсе

Ҡаҙағстан Президенты
Нурсолтан Назарбаев

Театр бинаһы
Урынлашҡан

Астана

Адресы

010000, Астана,Ҡунаев урамы, 1

Телефон

+7(7212)709-600

Архитектура стиле

неоклассицизм

Проект авторы

Беджет Паколли

Архитектор

Мабетекс Групп

Скульптор

М. Мансуров, Т. Ермеков, К. Нурбатуров

Асылған

21 июнь 2013 йыл

Вместимость

1250 (төп зал)

Статус

опера театры

Етәкселәре
Ведомство

Ҡаҙағстан Республикаһының Мәҙәниәт һәм мәғлүмәт министрлығы

Директоры

Галым Ахмедьяров

Художество етәксеһе

балетта - Алтынай Асылмуратова
операла - Байгали Момбеков

Төп дирижёр

Бурибаев Алан Аскар улы

Баш балетмейстер

Турсынбек Нуркалиев

Главный хормейстер

Ержан Даутов

Ссылки

astanaopera.kz

 «Астана Опера» театры Викимилектә

«Астана Опера» милли академик опера һәм балет театры — 2012 йылда Астанала төҙөлгән театр. Республика президенты Нурсолтан Назарбаев инициативаһы буйынса һалынған дәүләт опера театры. Ҡаҙағстан классик балетының һәм Ҡаҙағстан милли операһының төп сәхнә майҙаны булып. Тетар бинаһы милли әһәмиәттәге йәш архитектура һәйкәле тип танылған[1].

Бина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина өс йыл тирәһендә төҙөлә. Ул 20102013 йылдарҙа алып барыла һәм 320 миллион долларға барып баҫа. Уның тышҡы йөҙө һәм интерьерҙары өҫтөндә 33 илдең архитекторҙары, төҙөүселәре һәм белгестәре эшләй. Ил президенты Нурсолтан Назарбаев проектҡа даими рәүештә үҙенең төҙәтеүҙәрен индерә, шул иҫәптән бина төҙөлөп бөтөү алдында торғанда ла. Уның тәҡдиме менән төп театр фойеһының бейеклеге арттырыла. Фойеның иҙәндәре, стеналары, декоратив панелдәре һәм бормалы мәрмәр баҫҡыстары Сицилия мәрмәре менән йөҙләнгән.

Труппа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Труппа конкурс нигеҙендә һайлана. Баһалама ағзалары составына башҡалар менән бер рттән «Ла Скала», Ҙур һәм Мария тетарҙары вәкилдәрен инә, улар оркестранттар, йырсылар, бейеүселәрҙе һайлай[2]. Беренсе тамаша 2013 йылдың 21 июнендә ҡуйыла. Ул Мукан Тулебаевтың «Биржан менән Сара» операһы була. Тәүҙә тетар акционерҙар йәмғиәте булараҡ эшләй[3].

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың һуңында Нурсолтан Назарбаев тетар етәксеһе Т. Мухамеджановатың урынына Т. Альпиевты ҡуя. 2015 йылдың мартында балеттың художество етәксеһе вазифаһына Мария тетарының прима-балеринаһы Алтынай Асылмуратова саҡырыла, ә баш дирижер вазифаһына Алан Бурибаев тәғәйенләнә. 2016 йылдың 28 сентябрендә Ҡаҙағстан Президенты Указы менән Ахмедьяров Галым Алги улы «Астана Опера» дәүләт опера һәм балет театрының яңы директоры итеп ҡуйыла[4]

  • Директоры — Галым Ахмедьяров
  • Балеттың художество етәксеһе — Алтынай Асылмуратова
  • Баш дирижер — Алан Бурибаев
  • Баш балетмейстер — Турсынбек Нуркалиев
  • Баш хормейстер — Ержан Даутов

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]