Эстәлеккә күсергә

Бурдж-әл-Ғәрәп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Burj al-Arab битенән йүнәлтелде)
Бурдж-әл-Ғәрәп
Торған урыны Дубай, БҒӘ
Төҙөлөш 19941999
Ҡулланыу Отель, ресторан
бейеклек
Антенна / осло ҡыйыҡ 321 м
Техник параметрлар
Ҡат һаны 60
Архитекторы Atkins Middle East (Том Райт)

Мәғлүмәт һәм фото Emporis

SkyscraperPage бит

Бурдж-әл-Ғәрәп (ғәр. برج العرب‎, һүҙмә-һүҙ «Ғәрәп манараһы») — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең иң ҙур ҡалаһы булған Дубайҙа урынлашҡан бик бай ҡунаҡхана. Ул һыу эсендә, диңгеҙ ярынан 280 метр алыҫлыҡта, махсус яһалған утрауҙа тора, ер менән күпер ярҙамында тоташҡан. Бейеклеге 321 метр. 2015 йылда Бурдж-эль-Ғәрәп бейеклеге буйынса Азияла 56-сы, донъяла 70-се урында булған.

Отель 1994 йылда төҙөлә башлай, 1999 йылдың 1 декабрендә асыла. Отель ғәрәп судноһының доу парусы формаһында төҙөлгән. Түбәһенә яҡын вертолеттар өсөн майҙансыҡ урынлашҡан, ә икенсе яҡтан — ресторан «Эль-Монтаха» (ғәрәпсә Ныҡ юғары), икеһе лә консоль балкалары менән терәтелгәндәр.

Отелдың холлы ике ҡатлы. Беренсе ҡатта ҡунаҡханала йәшәүселәрҙе теркәйҙәр, икенсе ҡатта кибеттәр һәм кафелар, тиҙ йөрөшлө лифттарға алып барған коридор урынлашҡан. Коридорҙың иҙәне үҙенсәлекле мозаика менән ҡапланған. Икенсе ҡатҡа эскалаторҙар ярҙамында күтәреләләр, эскалаторҙар холдың уң яғында урынлашҡан. Эскалаторҙар янындағы диуарға уйылып аквариумдар ҡуйылған, ә улар араһында баҫҡыс менән эшләнгән, яҡтыртылып торған фонтан урынлашҡан.

«Бурдж-әл-Ғәрәп» донъяла иң юғары атриум вестибюль (180 метр). «Бурдж-әл-Ғәрәп»тә ғәҙәти бүлмәләр юҡ, ул 202 ике ҡатлы номерҙарға бүленгән. Иң бәләкәй номер 169, ә иң ҙуры — 780 кв. метр. Бурдж-әл-Ғәрәп — донъяла иң ҡыйбат ҡунаҡханаларҙың береһе. Стандарт номерҙа бер төн ҡуныу — 1000-дән 15 000 долларға тиклем,ә Royal Suiteлә — яҡынса 28 000. Отелды төҙөү өсөн күпме аҡса сарыф ителеүе тураһында мәғлүмәттәр йәмәғәткә белдерелмәй.

  • Отель үҙен ете йондоҙло тип белдерә, әммә был гипербола, сөнки отелдәрҙең рейтинг системаһы буйынса иң күп ранг — 5 йондоҙ. Рәсми сайт буйынса, Бурдж-әл-Ғәрәп — биш йондоҙло делюкс.
  • Бурдж-әл-Ғәрәп интерьерында яҡынса 8000 квадрат метр 22-каратлы сусаль алтын файҙалана. Бөтә номерҙар техника һәм дизайндың иң яңы ҡалыптары буйынса эшләнгән, уңайлыҡ яғынан һәм бай йыһазландырыуы буйынса бик юғары дәрәжәлә торалар. Бөтә номерҙарҙың тотош диуарҙы алып торған тәҙрәләре диңгеҙгә ҡарайҙар.
  • Отель ресторандарының береһе, «Эль-Монтаха», Фарсы ҡултығынан 200 метр бейеклектә урынлашҡан, һәм унан Дубай ҡалаһына күренеш асыла. Унда тиклем панорамлы лифт мендерә.
  • Икенсе ресторан, «Эль-Махараш»ҡа (ғәрәпсә — Устрица) кешеләрҙе һыу аҫты кәмәһенә оҡшатып төҙөлгән суднола алып баралар. Был ресторандың бик ҙур аквариумы бар, уны миллиондан артыҡ литр диңгеҙ һыуы менән тултыралар. Бактың диуарҙары 18 см ҡалынлыҡтағы плексигластан яһалған, был аквариумдың эсендәгеһе ҙурайтып күрһәтелмәһен өсөн эшләнгән. Conde Nast Traveler журналының баһаһы буйынса «Эль-Махараш» рестораны — донъяның иң яҡшы ресторандарының береһе булып тора.

Кино барлыҡҡа килеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бурдж-эль-Ғәрәп «Кешеләрҙән һуң тормош» — ул артыҡ дымлылыҡтан емерелә.