C2C

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
C2C

C2C (от ингл. Consumer-to-consumer, һүҙмә-һүҙ — «Ҡулланыусы ҡулланыусы өсөн») — һуңғы ҡулланыусы (consumer) менән һуңғы ҡулланыусының  электрон сауҙаһын аңлатҡан термин, йәғни һатыусы ла, һатып алыусы ла юридик мәғәнәләге эшҡыуар түгел.  

Ғәҙәттә, бындай коммерция мөнәсәбәттәрендә өсөнсө яҡ булараҡ аралашсы ҡатнаша, ул   сауҙа майҙансығын, мәҫәлән, интернет-аукциондарҙы,  һатыу/һатып алыу иғландары сайтын һ. б. ойоштора. Аралашсы шулай уҡ түләүҙең үтеүен башҡарыусы йә гарантиялаусы булырға мөмкин. Аралашсы тауарҙың алыныуын гарантияламай, әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа бәхәстәрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ аралашсы тауарҙың һатылыуын әүҙемләштереүҙә ҡатнашмай, бының менән һатыусы үҙе шөғөлләнә.  С2С схемаһының үҙенсәлектәренә трансакция сығымдарының бәләкәй булыуын, тауар хаҡының сағыштырмаса арзанлығын индерергә була. Кире яғы — мутлашыуҙар ихтималлығы[1]. Улар менән көрәш сараһы итеп майҙансыҡтар абруй (репутация) системаһын индерә[2].

Миҫалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

C2C моделен уңышлы ҡулланыу миҫалдары: онлайн аукциондар (EBay), ҡулланыусылар иғландары сайттары   (мәҫәлән, Craigslist һәм Gumtree)[3][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]