European Article Number
European Article Number, EAN (тауарҙың Европа номеры) — стандарт штрих-кодтың Европа стандарты, тауар һәм етештереүсе идентификаторын кодлау өсөн тәғәйенләнә. Американың UPC стандартының өҫкүмәклеге булып тора.
Стандартлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]EAN кодтарын стандартлаштырыу һәм теркәү менән Европаның EAN ассоциацияһы шөғөлләнә, ул АҠШ-тың UCC (Uniform Code Council, Inc.) һәм Канаданың ЕССС (Electronic Commerce Council of Canada) ойошмалары эшләгән стандарттарҙы дауам итеп үҫтерә. 2005 йылда был ойошмалар берләшә һәм стандартлаштырыу буйынса глобаль «GS1» ойошмаһын хасил итә. «Рәсәйҙәге GS1 милли ойошмаһы» был ойошманың Рәсәй Федерацияһындағы вәкиле булып тора.
Был стандарт бөтә илдәр өсөн универсаль һанала, ә Америка һәм Канада милли ойошмалары үҙ илдәрендәге бөтә сауҙа компанияларына иҫкергән UPC ҡоролмаларын һәм программаларын яңыға алмаштырырға тәҡдим итә.
Кодтың төрҙәре:
- EAN-8 (ҡыҫҡартылған) — 8 һан кодлана.
- EAN-13 (тулы) — 13 һан кодлана.
- EAN-128 — регламентланған төркөмдәргә берләшкән теләһә күпме хәреф һәм һан кодлана.
EAN-8 һәм EAN-13 кодтары тик һандарҙан тора. Мәҫәлән: 2400000032632. EAN-128 коды менән Code-128 алфавиты буйынса теләһә ниндәй һандағы хәрефтәр һәм һандар кодлана. Мәҫәлән: (00)353912345678(01)053987(15)051230, бында (15) төркөмө 2005 йылдың 30 декабре тигән яраҡлылыҡ мөҙҙәтен белдерә.
Эшләү тарихы һәм UPC-тан айырмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүҙә штрих менән кодлауҙың Universal Product Code (UPC) тигән Америка системаһы эшләнә.
Ул супермаркеттарҙа киң таралыу таба, шунлыҡтан европалылар ҙа уны индереү тураһында уйлаша башлай. Ике мәсьәләне хәл итергә кәрәк була: етештереүселәр үҙҙәренең тауарына код ҡуйһын өсөн уларҙы американ кодтарынан айырылып торған кодтар менән тәьмин итергә һәм магазиндарға Америка кодтарын да, Европа кодтарын да уҡыу мөмкинлеген бирергә, өҫтәүенә, тауар ҡабында ике түгел, ә бер дөйөм код тороуы мөһим. Американың 12 урынлы кодына бер һан өҫтәп, 13 урынлы код ҡулланырға хәл ителә.
Американдарға һәм канадалыларға 0 һаны тәҡдим ителә.
EAN-13 кодының эске төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был кодтарҙың эске айырмаһы ун өсөнсө һанды хисаплап сығарыу механизмына бәйле.
13-сө һан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе һан | 6 һанлы беренсе (һул) төркөм |
6 һанлы икенсе (уң) төркөм |
---|---|---|
0 | LLLLLL | RRRRRR |
1 | LLGLGG | RRRRRR |
2 | LLGGLG | RRRRRR |
3 | LLGGGL | RRRRRR |
4 | LGLLGG | RRRRRR |
5 | LGGLLG | RRRRRR |
6 | LGGGLL | RRRRRR |
7 | LGLGLG | RRRRRR |
8 | LGLGGL | RRRRRR |
9 | LGGLGL | RRRRRR |
4 һанлы беренсе (һул) төркөм |
4 һанлы икенсе (уң) төркөм |
---|---|
LLLL | RRRR |
Беренсе һан (иллюстрацияла — 5 һаны) өҫтәмә штрихтар менән түгел, ә штрих-кодтың һул яртыһын кодлау ысулы менән кодлаштырыла (10 төрлө була ала). Таблицанан күренеүенсә, беренсе һанды кодлау өсөн штрихтарҙың башҡасараҡ һыҙылышы файҙаланыла, ул L хәрефтәре һәм G хәрефтәре менән билдәләнгән. Был кодтарҙың сиратлашыу үҙенсәлеге сканерға логика кимәлендә 13 һанды табырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, «1» һаны өсөн G-код — өсөнсө, бишенсе һәм алтынсы һандарҙа, йәғни һул өлөштөң G-коды ошо тәртиптә урынлашҡан булһа, сканер компьютерға беренсе һан тип «1» һанын тапшыра. «2» һаны өсөн G-код — өсөнсө, дүртенсе һәм алтынсы һандарҙа, шуға ярашлы, сканер компьютерға «2» һанын сығара. Башҡа һандарға ҡарата был логика таблицала күрһәтелгән.
һан | L-код | R-код | G-код |
---|---|---|---|
0 | 0001101 | 1110010 | 0100111 |
1 | 0011001 | 1100110 | 0110011 |
2 | 0010011 | 1101100 | 0011011 |
3 | 0111101 | 1000010 | 0100001 |
4 | 0100011 | 1011100 | 0011101 |
5 | 0110001 | 1001110 | 0111001 |
6 | 0101111 | 1010000 | 0000101 |
7 | 0111011 | 1000100 | 0010001 |
8 | 0110111 | 1001000 | 0001001 |
9 | 0001011 | 1110100 | 0010111 |
L-кодтың, R-кодтың һәм G-кодтың график айырмалары түбәндәгенән ғибәрәт. Һәр һан өсөн был — аҡ-ҡара штрихтарҙың бер үк комбинацияһы, L-код R-кодтан тик фото негативындағы кеүек башҡарылыш менән генә айырыла, ә G-код R-кодтан реверслы (көҙгөләге сағылыш кеүек) башҡарылышы менән айырыла.
0 һаны өсөн кодта һул өлөштәге алты һандың береһенең дә көҙгө-негатив әүерелеше юҡ, йәғни бөтә штрихтар ҙа UPC-тағы кеүек L-код менән кодлана. EAN-сканер, G-кодлы штрихтары булмаған кодты осратһа, компьютерға беренсе итеп 0 һанын сығара. Ошо уҡ кодты хәҙер һирәк ҡулланыла торған UPC штрих-код сканеры уҡыһа, ул уны UPC өсөн үҙ коды тип күрәсәк. Ә UPC сканеры G-кодлы штрихлауға тап булһа, ул уны уҡый алмаясаҡ һәм йә хата тип баһалаясаҡ, йә бөтөнләй күрмәйенсә компьютерға бер ниндәй код та сығармаясаҡ. «Аҫтан-өҫкә» тулы ярашлылыҡ ошоноң менән тәьмин ителә лә инде.
Шулай итеп, «Америка» кодтарының «Европа» сканерҙарында уҡылыу мөмкинлеге тулыһынса тәьмин ителә, ә киреһе — юҡ. EAN-13 коды менән уның 13-сө һаны кодтың һул өлөшөндәге штрихтар сиратлашыуының негативлы-көҙгөлө «уйыны» аша формалаша, ошо арҡала «Американың» UPC сканеры Европа кодын уҡый алмай, ләкин кодтарҙың бер-береһенә максималь оҡшашлығы тәьмин ителә. Ваҡыт үтеү менән АҠШ-та һәм Канадала сканерҙарҙың ул тибы магазиндарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм EAN-13 кодировкаһын уҡый торғандары ҡуйыла. Шулай итеп, башҡа илдәрҙең тауарҙарын һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Штрих-кодты визуаль сисеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара һәм аҡ штрихтарҙың киңлеген күҙ менән айырырға (ҡара һыҙыҡтарҙың киңлеге 1, 2, 3, 4 шартлы берәмек һәм һыҙыҡтар араһындағы бушлыҡтар 1, 2, 3, 4 шартлы берәмек тәшкил итә) түбәндәге таблица ярҙам итер:
Штрихтар | Һан |
---|---|
1-1-1-4 | 6 |
1-1-2-3 | 0* |
1-1-3-2 | 4 |
1-1-4-1 | 3* |
1-2-1-3 | 8 |
1-2-2-2 | 1* |
1-2-3-1 | 5 |
1-3-1-2 | 7 |
1-3-2-1 | 5* |
1-4-1-1 | 3 |
2-1-1-3 | 9* |
2-1-2-2 | 2 |
2-1-3-1 | 7* |
2-2-1-2 | 2* |
2-2-2-1 | 1 |
2-3-1-1 | 4* |
3-1-1-2 | 9 |
3-1-2-1 | 8* |
3-2-1-1 | 0 |
4-1-1-1 | 6* |
Штрихтар киңлеге арта барыу тәртибендә теҙелгән. Йондоҙло һандар кодлаштырыуҙың L-G схемаһына ишаралай, йәғни йондоҙҙар иң беренсе (13-сө) һанды асыҡлау өсөн кәрәк. Геометрик йәһәттән ҡара һыҙыҡтың киңлеге (буш араның киңлеге менән сағыштырғанда) бер берәмеккә киңерәк булырға мөмкин, был штрих-кодтың ҡайһы берҙә ағымлы принтерҙа баҫылыуы һәм буяуҙың ҡағыҙға һеңеүе йә таралыуы менән бәйле.
EAN-8
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]EAN-13 штрих-кодтарын ҡулланыу уңайлы, ләкин мөмкинлеге сикле. Әгәр тауар ваҡ булһа, уның этикеткаһында EAN-13 кодын һуғырға урын етмәҫкә мөмкин. Кодты бәләкәйләтеү штрихтарҙың киңлегендә сағыла. Штрихтар үтә тар булһа, сканер дөрөҫ уҡый алмаҫҡа мөмкин. Ваҡ тауарҙарҙы маркировкалау өсөн EAN-8 штрих-код стандарты булдырылған. Уның эсендә 13 урынына 8 һан ғына кодлаштырыла.
EAN-8 кодының һәр һаны, EAN-13 кеүек үк, дүрт штрих — ике аҡ һәм ике ҡара — ярҙамында кодлана. Штрихтарҙың сағыштырмаса киңлеге бер, ике, өс йә дүрт берәмек булырға мөмкин. Бер һан штрихтарының дөйөм киңлеге ете берәмек тәшкил итә. Штрихтар комбинацияһын ҡайһы йүнәлештә уҡыһаң да була.
EAN-128 (GS1-128)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был формат сәнәғәт предприятиелары араһындағы йөк тураһында мәғлүмәт тапшырыуға тәғәйенләнгән. Кодта һүҙлек (Code-128) һәм код төркөмдәре регламентланған, әммә оҙонлоғо бирелмәгән. Бындай кодта төрлө мәғлүмәт булыуы ихтимал, мәҫәлән, тауар коды, яраҡлылыҡ мөҙҙәте, үлсәмдәр, күләм, етештереүсенең партия коды һ. б.
GS1 милли ойошмаларының төбәк кодтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Префикс | GS1 милли ойошмаһы |
---|---|
000-139 | GS1 АҠШ |
200-299 | Эске нумерация (предприятиелар эсендә ирекле ҡулланыу өсөн) |
300-379 | GS1 Франция |
380 | GS1 Болгария |
383 | GS1 Словения |
385 | GS1 Хорватия |
387 | GS1 Босния-Герцеговина |
400-440 | GS1 Германия |
450-459 490-499 |
GS1 Япония |
460-469 | GS1 Рәсәй |
470 | GS1 Ҡырғыҙстан |
471 | GS1 Тайвань |
474 | GS1 Эстония |
475 | GS1 Латвия |
476 | GS1 Әзербайжан |
477 | GS1 Литва |
478 | GS1 Үзбәкстан |
479 | GS1 Шри-Ланка |
480 | GS1 Филиппин |
481 | GS1 Беларусь |
482 | GS1 Украина |
484 | GS1 Молдова |
485 | GS1 Әрмәнстан |
486 | GS1 Грузия |
487 | GS1 Ҡаҙағстан |
489 | GS1 Гонконг |
500-509 | GS1 Бөйөк Британия |
520 | GS1 Греция |
528 | GS1 Ливан |
529 | GS1 Кипр |
530 | GS1 Албания |
531 | GS1 Македония |
535 | GS1 Мальта |
539 | GS1 Ирландия |
540-549 | GS1 Бельгия, Люксембург |
560 | GS1 Португалия |
569 | GS1 Исландия |
570-579 | GS1 Дания |
590 | GS1 Польша |
594 | GS1 Румыния |
599 | GS1 Венгрия |
600-601 | GS1 Көньяҡ Африка |
603 | GS1 Гана |
608 | GS1 Бахрейн |
609 | GS1 Маврикий |
611 | GS1 Марокко |
613 | GS1 Алжир |
616 | GS1 Кения |
618 | GS1 Кот д'Ивуар |
619 | GS1 Тунис |
621 | GS1 Сүриә |
622 | GS1 Мысыр |
624 | GS1 Ливия |
625 | GS1 Иордания |
626 | GS1 Иран |
627 | GS1 Күвейт |
628 | GS1 Сәғүд Ғәрәбстаны |
629 | GS1 БҒӘ |
640-649 | GS1 Финляндия |
690-699 | GS1 Ҡытай |
700-709 | GS1 Норвегия |
729 | GS1 Израиль |
730-739 | GS1 Швеция |
740 | GS1 Гватемала |
741 | GS1 Сальвадор |
742 | GS1 Гондурас |
743 | GS1 Никарагуа |
744 | GS1 Коста-Рика |
745 | GS1 Панама |
746 | GS1 Доминика Республикаһы |
750 | GS1 Мексика |
754-755 | GS1 Канада |
759 | GS1 Венесуэла |
760-769 | GS1 Швейцария |
770 | GS1 Колумбия |
773 | GS1 Уругвай |
775 | GS1 Перу |
777 | GS1 Боливия |
779 | GS1 Аргентина |
780 | GS1 Чили |
784 | GS1 Парагвай |
786 | GS1 Эквадор |
789-790 | GS1 Бразилия |
800-839 | GS1 Италия |
840-849 | GS1 Испания |
850 | GS1 Куба |
858 | GS1 Словакия |
859 | GS1 Чехия |
860 | GS1 Сербия һәм Черногория |
865 | GS1 Монголия |
867 | GS1 Төньяҡ Корея |
869 | GS1 Төркиә |
870-879 | GS1 Нидерланд |
880 | GS1 Көньяҡ Корея |
884 | GS1 Камбоджа |
885 | GS1 Таиланд |
888 | GS1 Сингапур |
890 | GS1 Һиндостан |
893 | GS1 Вьетнам |
899 | GS1 Индонезия |
900-919 | GS1 Австрия |
930-939 | GS1 Австралия |
940-949 | GS1 Яңы Зеландия |
950 | GS1 Баш офис |
955 | GS1 Малайзия |
958 | GS1 Макао |
977 | Матбуғат баҫмалары, матбуғат (ISSN) |
978-979 | Китаптар (ISBN) |
980 | Ҡайтармалы квитанциялар |
981-982 | Валюта купондары |
990-999 | Купондар |
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Штрих-код
- Контроль һан
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт GS1
- EAN database
- Расшифровка и генерирование штрихкодов EAN-13 2013 йыл 20 сентябрь архивланған.