Gracias a la vida (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Gracias a la vida
Атамаһы Gracias a la vida
Производная работа Jag vill tacka livet[d] һәм Miten voin kyllin kiittää[d]
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр фолк[d]
Башҡарыусы/артист Виолета Парра[d]
Әҫәрҙең теле Испан теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1966
Композитор Виолета Парра[d][1]
Текст авторы Виолета Парра[d][1]

A la vida Gracias (исп. — «Рәхмәт тормошҡа») — Чили йырсыһы Виолета Парраның йыры. Йыр Las Últimas Composiciones (1966) альбомына ингән, йырсының һуңғы йыры.

Йоғонто[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Gracias a la vida — Парраның иң билдәле йыры. Уны гуманизм гимны тип атайҙар[2][3].

1972 Аргентина йырсыһы Мерседес Соса Gracias a la vida йырын Парра иҫтәлегенә яҙҙыра[4]. Уны шулай уҡ ошо уҡ исемле альбом сығарған Джоан Баэз, Нана Мускури, Ясмин Леви, Шакира башҡаралар.

Фин йырсыһы Арья Сайонмаа йырҙың фин (Miten voin kyllin kiittää) һәм швед (Jag vill tacka livet) варианттарын яҙҙыра[5]; аҙаҡҡыһы 1986 йылда Улоф Пальмены ерләгәндә башҡарыла[6].

2013 йылда Gracias a la vida йыры «Грэмми» латин даны залына индерелә[7].

2010 йылғы хәйриә версияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың 27 февралендә Чилила ер тетрәү була, уның артынан — цунами. Бер нисә айҙан Чили йырсыһы Бето Куэвас Gracias a la vida йырының яңы версияһын тәҡдим итә, уны ул Латин Америка йондоҙҙары Мигель Бозе, Майкл Бубле, Фернандо Ольвер, Хуан Луис Герра, Шакира, Хуанес, Лаура Паузини һәм Алехандро Санстар ярҙамында музыкаль продюсер һәм тауыш режиссеры Умберто Гатика студияһында яҙҙырыла. Кампаниянан алынған бөтә килем ер тетрәүҙән зыян күреүселәр файҙаһына күсерелә[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 (unspecified title) (ингл.)
  2. García, Marisol. Violeta Parra - Biografía. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
  3. Radio Cooperativa. Michelle Bachelet expresó "cariño y admiración" por Mercedes Sosa.
  4. Legendary folk singer Mercedes Sosa dies at 74. France 24 (4 октябрь 2009). Дата обращения: 5 октябрь 2009.
  5. Jag vill tacka livet (билдәһеҙ). Svensk mediedatabas (1979). Дата обращения: 13 сентябрь 2014.
  6. Arja Saijonmaa på Visfestival Holmön (билдәһеҙ). Finnish Embassy in Stockholm (28 July 2012). Дата обращения: 13 сентябрь 2014.
  7. Latin GRAMMY Hall Of Fame. Latin Grammy Award. Latin Academy of Recording Arts & Sciences (2013). Дата обращения: 19 август 2014.
  8. El Mercurio S.A.P. Con voz de Shakira se completa grabación de "Gracias a la vida" para damnificados de Chile | Emol.com (билдәһеҙ). Emol (15 апрель 2010). Дата обращения: 7 октябрь 2019.