H системаһы
Уҡыу көйләүҙәре
H системаһы (эспер. H-sistemo, ho-sistemo) – эсперанто телендә яҙыу системаларынан береһе. Был системала эсперантоның диакритик тамғалы хәрефтәрҙең урынында тура килгән диакритикаһыҙ хәреф һәм h хәрефенән торған диграфтар ҡулланыла. X системаһы йышыраҡ ҡулланыла, әммә H системаһын Людвиг Заменһоф тәҡдим иткән, шулай итеп ул Эсперанто Академияһы тарафынан рәсми тип иҫәпләнә.
Диакритикалы хәреф (ĉapela litero) | h-системаһында яҙыу |
---|---|
ĉ | ch |
ĝ | gh |
ĥ | hh |
ĵ | jh |
ŝ | sh |
ŭ | u(*) |
(*) Был системала au/eu диграфтары aŭ/eŭ тип билдәләй (башҡа хәрефтәрҙән һуң ŭ хәрефе ҡулланылмай) , шуға күрә uh тип яҙырға кәрәк түгел.