Эстәлеккә күсергә

IS.E.R.EK (альбом)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
IS.E.R.EK
S.E.R.-ҙың студия альбомы
Сығыу датаһы

21 май 2019

Жанрҙар

эксперименталь хип-хоп, аңлы хип-хоп, хип-хоп

Оҙайлылыҡ

35:51

Продюсерҙар

Reldnah, Инсан

Ил

Рәсәй

Йырҙар теле

башҡортса

К:Проект:Музыка:Последняя правка в 2024 году
IS.E.R.EK альбомынан синглдар
  1. «It's My Life»
    Нәшер ителгән: 1 февраль 2018
  2. «Ҡал»
    Нәшер ителгән: 10 май 2019

К:Проект:Музыка:Последняя правка в 2024 году

IS.E.R.EK (IŞEREK булараҡ стилләштерелгән) — башҡорт рэперы S.E.R.-ҙың тәүге студия альбомы. 2019 йылдың 21 майында нәшер ителгән. Альбомда KEMUL, LeNar15KH, Yalaguy, TRTI, Зөлфиә Хәйруллина ҡунаҡ сифатында ҡатнашҡан. Альбомдан ике сингл сығарылған: «It's My Life» һәм «Ҡал (feat. Зөлфиә Хәйруллина)». Reldnah альбомдың йырҙарының продюсеры була. Шулай уҡ альбом 2016 йылдың 29 ноябрендә сыҡҡан Инсан тарафынан продюсерланған «Яна күперҙәр» йырының ремастерланған версияһын бонус-трек булараҡ үҙ эсенә ала.

Тәүҙә альбом 10 йырҙан тирәһе торған тип уйланылғайны. Уның өсөн Инсан менән берлектә йыр планлаштырылғайны[1][2].
2017 йылдың 7 сентябрендә S.E.R. «It's My Life» йырын башҡарған студияла төшөрөлгән видеояҙма Интернет селтәренә һалына[3]. Был йыр, альбомдан тәүге йыр булып, 2018 йылдың 1 февралендә сыға.
2019 йылдың 17 февралендә икенсе Үәт_Әй_Баттлдың беренсе баттлы S.E.R. vs. AKMAN (еңеүсеһе — S.E.R.) донъя күрә. Унда S.E.R. альбом хаҡында бер нисә һүҙ әйтеү генә түгел[4], уның март аҙағында сығасағы тураһында белдерә:

« Көт яңы альбомды, март аҙағы...[5]

»

Ләкин альбом сығыуы күсерелә.
2019 йылдың 3 апрелендә «Бәйләнештә» селтәрендәге «Үәт, әй...» исемле төркөмгә S.E.R.-ҙың Кесе менән берлектә «Төнгө уттар» йырына төшөрөлгән клип һалына. Шунда уҡ альбомдың тиҙҙән сығыуы иғлан ителә[6].
2019 йылдың 10 майында S.E.R. Зөлфиә Хәйруллина менән берлектә яҙҙырылған «Ҡал» йырын сығара. Шунда уҡ альбом исеме билдәле була. 3 көн үткәс, альбом сэмплеры сыға.
2019 йылдың 21 майында альбом «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башкирская Эстрада» төркөмөнә һалына[7]. Бөгөнгә был яҙма 76 репост һәм 450 лайк йыйған.

Йырҙарҙың барыһына һүҙҙәр авторы S.E.R., автор күрһәтелмәгән осраҡта, йырҙарҙың барыһына көй авторы Reldnah, автор күрһәтелмәгән осраҡта.

ИсемҺүҙҙәр авторы Оҙонлоғо
1. «Башланыҡ»   3:22
2. «Уйын һинеке»   3:17
3. «Юғары» (feat. KEMUL, LeNar15KH)S.E.R., KEMUL 5:47
4. «Яңғырау» (feat. Yalaguy, TRTI)S.E.R., TRTI 4:48
5. «It's My Life»   3:07
6. «Ҡал» (feat. Зөлфиә Хәйруллина)  3:25
7. «Азатлыҡ»   4:16
8. «Экскалибур» (аутро)  3:04
Бонус-трек
ИсемМузыка Оҙонлоғо
9. «Яна күперҙәр» (feat. LeNar15KH, remastered)Инсан 4:40
35:51

Альбомды яҙҙырыуҙа ҡатнашыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • S.E.R. — речитатив
  • Reldnah — продакшн (1-8), сведение, мастеринг, скрэтчтар (1, 2, 6), тамбурин (1, 2), шэйкер (7), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
  • KEMUL — речитатив (3), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
  • TRTI — речитатив (4), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
  • LeNar15KH — вокал (1-3, 5, 7-8)
  • Yalaguy — вокал (3-5, 8)
  • AlmaSH — вокал (4), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
  • Зөлфиә Хәйруллина — вокал (6)
  • Гөлназ Асаева — вокал (1)
  • Фәнис Шәрипов — гитара сололары (6)
  • Ислам Рафиҡов — ҡурай (6-7)
  • Радик Ҡорманаев — яҙҙырыу (1-3, 5-8)
  • Алик Халиков — яҙҙырыу (4)
  • DeZ — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
  • Romull — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
  • Гүзәлиә Саматова — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
  • Лилиә Мөхәмәҙиева — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
  • Денис Бадамшин — альбом дизайны
  • Алиса Йомағәлиева — ҡатын-ҡыҙ опера партиялары (2)
  • Илһам Сираев — ир-егет опера партиялары (2)
  1. Продюсерский центр- Үәт,Әй. Башҡорт баттлы Акман-СЕР. YouTube (17 февраль 2019). Дата обращения: 22 май 2024.
  2. «Юлдаш» радиоһы. «Андеграунд» тапшырыуы. Бәйләнештә (1 апрель 2024). Дата обращения: 22 май 2024.
  3. Радик Курманаев. S.E.R. - Its my life (LiVE) 2017. YouTube (7 сентябрь 2017). Дата обращения: 21 май 2024.
  4. Продюсерский центр- Үәт,Әй. Башҡорт баттлы Акман-СЕР. YouTube (17 февраль 2019). Дата обращения: 22 май 2024.
  5. Продюсерский центр- Үәт,Әй. Башҡорт баттлы Акман-СЕР. YouTube (17 февраль 2019). Дата обращения: 21 май 2024.
  6. Үәт, әй... Кесе & Сер - Төнгө уттар. Бәйләнештә (3 апрель 2019). Дата обращения: 19 июнь 2024.
  7. Башкирская Эстрада. S.E.R. - IS.E.R.EK. Бәйләнештә (21 май 2019). Дата обращения: 21 май 2024.