Эстәлеккә күсергә

It's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
It's My Life
Атамаһы It's My Life
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр Хип-хоп
Нәшер ителеү урыны Башҡортостан Республикаhы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1 февраль 2018
Оҙайлылыҡ 190 секунд
Таратыу форматы музыканы күсереп алыу[d] һәм музыка ағымы[d]

«It's My Life» (ингл. Был минең тормош) — башҡорт рэперы S.E.R.-ҙың IS.E.R.EK альбомынан тәүге синглы. 2018 йылдың 1 февралендә сыҡҡан. Octava RECords студияһында яҙҙырылған. Reldnah был йырҙың продюсеры була, шулай уҡ ул сведение һәм мастеринг өсөн яуаплы. lenar15kh, үҙ нәүбәтендә, бэк-вокалсы сифатында ҡатнаша.
Әйтергә кәрәк, Yalaguy-ҙың тауышын да ишетергә мөмкин. Альбом сыҡҡас ҡына, ул хаҡта билдәле була[1].
Был йыр «Юлдаш Plus» радиоһында яңғыраған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 7 сентябрендә S.E.R. «It's My Life» йырын башҡарған Octava RECords студияһында төшөрөлгән видеояҙма Интернет селтәренә һалына[2]. Был йыр, альбомдан тәүге йыр булып, 2018 йылдың 1 февралендә «Бәйләнештә» селтәрендәге «Музыка, Һүнмә» төркөмөнә һалына[3].
2019 йылдың 21 майында S.E.R.-ҙың IS.E.R.EK альбомы донъя күрә. Альбом өсөн был йырға сведение яғынан ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелә. 5 көн үткәс, S.E.R. был йырҙы Каруанһарай алдындағы майҙанда уҙғарылған «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивалендә башҡара.
2021 йылдың 14 сентябрендә S.E.R.-ҙың Нурсилә Усмановаға интервьюһы сыға. S.E.R. был йыр тураһында түбәндәгесә әйтеп ҡуя:

« «It's My Life» оҡшай. [Ул] минең үҙемдең яратҡан йырҙарымдың береһе үҙемдең ижадтан. Ләкин [ул бөйөк әҫәр түгелдер], сөнки мин хәҙер ул тематиканан китергә тырышам. <...> Унда мин шул ваҡытта алып барған тормош тураһында яҙғайным[4]. »

2024 йылдың 1 апрелендә сыҡҡан «Андеграунд» тапшырыуының подкасында S.E.R. был йырҙың, күп кешеләргә ысынында оҡшамаһа ла, ул үҙе айырыуса ныҡ ғорурланған уның йырҙарының береһе икәнен белдерә[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. S.E.R. Участники записи альбома «IS.E.R.EK». Бәйләнештә (21 май 2019). Дата обращения: 18 июнь 2024.
  2. Радик Курманаев. S.E.R. - Its my life (LiVE) 2017. YouTube (7 сентябрь 2017). Дата обращения: 18 июнь 2024.
  3. Музыка, Һүнмә. S.E.R. - It's my life. Бәйләнештә (1 февраль 2018). Дата обращения: 18 июнь 2024.
  4. Нурсиля Усманова. S.E.R артабанғы ижады, башрэптан дуҫтары, насар ғәҙәттәре тураһында. YouTube (14 сентябрь 2021). Дата обращения: 18 июнь 2024.
  5. «Юлдаш» радиоһы. «Андеграунд» тапшырыуы. Бәйләнештә (1 апрель 2024). Дата обращения: 18 июнь 2024.