Эстәлеккә күсергә

Linux

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Linux
Нигеҙләү датаһы 17 сентябрь 1991[1]
Логотип
Спонсор The Linux Foundation[d]
Кем хөрмәтенә аталған ядро Linux[d], Линус Торвальдс[d] һәм UNIX[d]
Нигеҙендә эшләнгән ядро Linux[d]
Булдырыусы Линус Торвальдс[d]
Йоғонто яһаусы Minix[d][2] һәм UNIX[d][3]
Персонаж-талисман Tux[d]
Ҡайҙа өйрәнелә информатика
Платформа DEC Alpha[d], x86[d], x86-64[d], ARM[d], PowerPC[d], RISC-V[d] һәм MIPS[d]
Таратыу форматы цифровая дистрибуция[d][3], дискета[d][3], CD-ROM[d][3] һәм DVD-ROM[d]
Программалау теле Си[d], язык ассемблера[d] һәм Rust[d]
Ссылка на руководство пользователя kernel.org/doc/html/late…
wiki.kernel.org
Рәсми сайт kernel.org
IRC-канал irc.freenode.net/linux
Stack Exchange сайты unix.stackexchange.com
Архив рассылки электронной почты lkml.org
vger.kernel.org
 Linux Викимилектә

Linux (Ҡалып:IPAc-en [ˈlɪnəks[ˈlɪnəks]?[4][5] йәки [ˈlɪnʊks[ˈlɪnʊks]?[6][7][8]), Линукс) — Linux ядроһына нигеҙләнгән һәм  Unixҡа оҡшаш операцион системалар ғаиләһе, GNU проекты утилиталары йә программаларының теге йәки был йыйылмаһын, бәлки, башҡа  компоненттарҙы ла үҙ эсенә ала.  Linux ядроһы кеүек үк, уға нигеҙләнгән системалар ҡағиҙә булараҡ ирекле һәм асыҡ программа тәьминәте эшкәртмәләре моделенә ярашлы эшләнә һәм таратыла.  Linux системалары төрлө дистрибутивтар рәүешендә — ҡуйырға әҙер итеп һәм оҙатыу, яңыртыу йәһәтенән еңел формала — шулай уҡ  үҙ система һәм ҡулланма   компоненттары тупланмаһы менән бергә башлыса түләүһеҙ таратыла. 

1990-сы йылдар башында барлыҡҡа килтерелгән ядроға ҡарата сиселеш рәүешендә эшләнгән Linux системалары  суперкомпьютерҙар һәм серверҙар өсөн төп система булып тора.

Ғәҙәттә GNU проектының төп программаларын, мәҫәлән,  bash, gcc, glibc, coreutils, GNOME һәм башҡаларҙы үҙ эсенә компонент итеп индергән системалар ғына Linux  системалары тип иҫәпләнә. Ошоға бәйле, бөтә ғаилә GNU/Linux  булараҡ танылыу алған.  Әммә Linux ядроһына нигеҙләнгән, ләкин  GNU программаларынан бойондороҡһоҙ булған системалар ҙа бар, мәҫәлән,  Android һәм  FirefoxOS мобиль системаларын шундайҙарға индерәләр.  Linux'тың рәсми логотибы һәм талисманы итеп  Tux пингвины алынған, уны 1996 йылда Ларри Юинг эшләгән[9].  «Linux» сауҙа маркаһына ядроны барлыҡҡа килтергән һәм  эшләгән Линус Торвальдс хужа.  Шул уҡ ваҡытта Linux проекты киң мәғәнәлә ниндәй ҙә булһа ойошманыҡы йә кешенеке түгел, уны үҫтереү һәм таратыу менән меңдәрсә бойондороҡһоҙ эшкәртмәсе һәм компания шөғөлләнә,  һәм Linux'ты файҙаланыусылар төркөмө уларҙың үҙ-ара эш итешеү ҡоралы булып тора.   Linuxты үҫтереү һәм киңәйтеү маҡсатын ҡуйған коммерцияға ҡарамаған берекмәләр ҙә бар, улар араһында иң билдәлеһе һәм иң ҙуры —  2007 йылда барлыҡҡа килгән The Linux Foundation ойошмаһы. Linux-системаларҙы техник үҫтереү менән шөғөлләнгән ҙур коммерция баҙары бар, уның 70 проценттан ашыуын (2017)   Red Hat корпорацияһы биләй.

  1. https://groups.google.com/group/comp.os.minix/msg/b813d52cbc5a044b
  2. Hello everybody out there using minix
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Torvalds L., Diamond D. Just for Fun (ингл.): The Story of an Accidental RevolutionaryHarperCollins, 2001.
  4. Pronunciation of ‘Linux’ 2012 йыл 16 июль архивланған.. Safalra (14 апреля 2007). Проверено 15 сентября 2009. 23 июня 2012 года.Pronunciation of ‘Linux’ (недоступная ссылка — история). Safalra (14 апрель 2007). Дата обращения: 15 сентябрь 2009. Архивировано 23 июнь 2012 года. 2012 йыл 16 июль архивланған.
  5. Linux. Free On-Line Dictionary of Computing (июнь 2006). Проверено 15 сентября 2009. Linux (недоступная ссылка — история). Free On-Line Dictionary of Computing (июнь 2006). Дата обращения: 15 сентябрь 2009. Архивировано 23 июнь 2012 года.23 июня 2012 года.Linux (недоступная ссылка — история). Free On-Line Dictionary of Computing (июнь 2006). Дата обращения: 15 сентябрь 2009. Архивировано 23 июнь 2012 года.
  6. Ҡалып:Cite newsgroup
  7. How to pronounce Linux?. Проверено 17 декабря 2006. 23 июня 2012 года.How to pronounce Linux? (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 17 декабрь 2006. Архивировано 23 июнь 2012 года.
  8. Linus pronouncing Linux in English and Swedish. Проверено 20 января 2007. 23 июня 2012 года.Linus pronouncing Linux in English and Swedish (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 20 ғинуар 2007. Архивировано 23 июнь 2012 года.
  9. Ҡалып:Cite newsgroup
Рус телле  ресурстар
Ингиз телле ресурстар