ProZorro

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ProZorro
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Украина
Рәсми сайт prozorro.gov.ua
 ProZorro Викимилектә
Ҡатнаш электрон система
ВI аналитика модуле
Партнёрлыҡтың алтын өсмөйөшө: власть, йәмәғәтселек һәм бизнес

ProZorro (укр. Прозоро — асыҡ, үтә күренмәле) — Украинала асыҡ һәм дәүләт электрон һатыу-һатып алыуҙарында тендер процесын системалы реформалау.

Система үҙе һәм «ProZorro» системаһына авторлыҡ хоҡуҡтары меморандумға ярашлы «Украина халҡына (дәүләтенә) тапшырыла»[1]. 2015 йылдың декабрендә «ProZorro» системаһы «Зовништоргвыдав» дәүләт предприятиеһы балансына тапшырыла, һуңыраҡ уны «Прозорро» дәүләт предприятиеһы тип атайҙар[2].

Принциптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Prozorro» философияһы төп 3 өлөштән тора:

  • Хәҙерге заман ҡатнаш электрон системаһы «open source» (йәғни асыҡ программа тәьминәте) принциптары буйынса ҡоролған. Ҡатнаш модель тигәндә, моноплатформалы һәм мультиплатформалы моделдәрҙән айырмалы, үҙәк дәүләт модуленең коммерция майҙансыҡтары менән бергә эш итеүен аңларға кәрәк. Үҙәк мәғлүмәт базаһындағы бөтә мәғлүмәт клиенттарҙы йәлеп итеү һәм хеҙмәтләндереү өсөн яуаплы майҙансыҡтар аша тапшырыла. Системаның юридик яғын эшләү билдәле «NGO Трансперенси Интернешнл» тарафынан башҡарыла. Системаның коды тулыһынса асыҡ, «Apache 2.0» лицензияһына ярашлы, уны ирекле һурҙырып алырға һәм файҙаланырға мөмкин.
  • «Бөтәһе бөтәһен күрә» — реформаның рәсми слоганы. Тендер тамамланғас, электрон системала бөтә ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәре, тендер комиссияһының ҡарарҙары буйынса барлыҡ мәғлүмәтте, бөтә квалификацион документтарҙы һ.б. ҡарарға була. Был мәғлүмәткә уңайлы аналитика модуле аша киң йәмәғәтселек инә ала.
  • «Golden triangle of partnership» алтын өсмөйөшө — үҙгәрештәрҙе алға этәреү өсөн бизнестың, дәүләттең һәм граждандар йәмғиәтенең уникаль берләшмәһе, ул реформа ваҡытында төп стейкхолдерҙар араһында юғары ышаныслылыҡ кимәлен тәьмин итә.

Ҡулланыуға индереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинаның «Асыҡ һатыу-һатып алыуҙар тураһында»ғы Законында[3] түбәндәгеләр күҙҙә тотола:

  • Процедураларҙы электрон система аша үткәреү мотлаҡлығы;
  • Тендер тәҡдимдәрен автоматик баһалаусы электрон аукцион индереү;
  • «Авторлаштырылған электрон майҙансыҡ», «һатыу-һатып алыуҙарҙың электрон системаһы», «үҙәкләштерелгән һатыу-һатып алыу ойошмаһы», «болот хисаплауҙар системаһы» кеүек яңы төшөнсәләргә билдәләмәләр биреү;
  • 5 процедура урынына 3 ҡалдырыла (асыҡ сауҙалашыуҙар, конкуренциялы диалог, һөйләшеүҙәр процедураһы);
  • Терминологияны үҙгәртеү, атап әйткәндә, «дәүләт һатыу-һатып алыуы» урынына «асыҡ һатыу-һатып алыу» термины; «конкурс», «конкурслы сауҙалашыуҙар документациялары», «конкурслы сауҙалашыуҙар тәҡдиме», «конкурслы сауҙалашыуҙар комитеты» терминдары урынына «тендер», «тендер документацияһы», «тендер тәҡдиме», «тендер комитеты» төшөнсәләре индерелә[4].

Көтөлгән өҫтөнлөктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Коррупцияға юл ҡуймау һәм уны тамырҙан бөтөрөү
  • Бөтә тендер барышының үтә күренеүсәнлеге
  • Ғаризаларҙы дискриминациялауҙың юл ҡуйылғыһыҙлығы
  • Тендер ғаризаларына объектив баһа
  • Тендер процедураларын ҡулланыуҙың ябайлығы һәм еңеллеге
  • Электрон документтар әйләнешенә күсеү
  • Тулы отчетлылыҡ һәм бөтә дәүләт һатыу-һатып алыуҙарын анализлау
  • Ҡарар ҡабул итеүҙең асыҡ процедуралары
  • Йәмәғәтселекте киң йәлеп итеү
  • Хосуси электрон майҙансыҡтар[5].

Танылыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уникаль архитектуралы электрон системаны эшләгән һәм ҡулланыуға индергән өсөн «ProZorro» асыҡ һатыу-һатып алыуҙар өлкәһендәге «Public Sector Procurement Award» халыҡ-ара премияһы менән билдәләнә. Был системаны асыҡ кодлы программа тәьминәте базаһында эшләү власть, бизнес һәм йәмәғәтселек партнерлығында бара һәм Украинаның «Transparency International» коррупцияға ҡаршы ойошмаһы тарафынан администрациялана[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]