QRpedia

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
QRpedia
Логотип
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 9 апрель 2011[1]
Хужаһы Викимедиа UK[d][1]
Булдырыусы Roger Bamkin[d] һәм Terence Eden[d]
Репозиторий исходного кода gerrit.wikimedia.org/g/q…
Рәсми сайт qrpedia.org
Лицензия лицензия MIT[d]
Правовой статус защищено авторским правом[d]
Commons-logo.svg QRpedia Викимилектә

QRpedia — Википедияла мәҡәләләрҙе туған телендә уҡыу өсөн QR-код файҙаланыусы мобиль интернет базаһындағы система[2][3].

Процесс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡәләгә алып сығыусы, QR-код өлгөһө
Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһына килеүселәр QRpedia кодын уҡыу өсөн кеҫә телефонын ҡуллана

Ҡулланыусы QRpedia QR-кодын үҙ мобиль яйланмаһы менән сканлағанда, ҡулайлама QR-код уны Википедия мәҡәләһенә алып сыға, бер үк ваҡытта һылтанма буйынса күрһәтелгән мәҡәләне QRpedia серверына һорау ебәрә, яйланманың тел көйләнешен дә тапшыра[4].

QRpedia серверы, был мәғлүмәтте алғас, ҡорамал телендә мәҡәлә бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн Википедияның API файҙалана, мәҡәлә булғанда, уны кеҫә телефонынан уҡыу уңайлы булған форматта күрһәтә. Әгәр ҙә һоралған мәҡәләнең тәржемәһе булмаһа, QRpedia Википедияның кәрәкле тел бүлегендә мәҡәләнең исеме буйынса эҙләргә тәҡдим итә һәм һөҙөмтәне күрһәтә.

Шулай итеп, бер QR-код бер ңк мәҡәләне төрлө телдәрҙә кңрһәтә ала[4]. QRpedia Шулай уҡ ҡулланыу статистикаһын йыя[4].

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

QRpedia Бөйөк Британия Викимедиаһы[5] рәйесе Роджер Бамкин[2] һәм мобиль интернет буйынса консультант[6] Теренс Эден[2] тарафынан уйлап сығарылып, Википедияла музейға бәйле мәҡәләләр яҙып яҡшыртыу буйынса берлектәге проект[7] сиктәрендә 2011 йылдың 9 апрелендә[2][8] Википедия һәм музей араһындағы хеҙмәттәшлек хөрмәтенә Backstage Pass Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы[2][6] сараһында күрһәтелә[9]. Музейға килеүселәр система ярҙамында[10] QR-код аша проект сиктәрендә яҙылған мәҡәләләрҙе уҡый ала.

Теренс Эден һүҙҙәре буйынса, системаның исеме QR — инглиз теленән тиҙ табыу һәм Wikipediaнан алынған -pedia һүҙен ҡушып яһала, сөнки QRpedia тик уның менән генә эшләй.

Проекттың башланғыс коды ирекле һәм ҡабаттан MIT лицензияһы менән урынлаштырылған булараҡ ҡулланыла ала[11].

Ҡулланылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылдың мартында QRpediaны

  • Индианаполис балалар музейы[12][3]
  • Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы[4]
  • Жоан Миро Фонды[4][13], уның Тейт галереяһы күсмә күргәҙмәһен индереп[4].
  • Бөйөк Британия Милли архивы[14][15]
  • MonmouthpediA проекты сиктәрендә Монмут ҡалаһы[16]
  • Изге Павел Сиркәүе (Бирменгем)
  • София зоопаркы[17]
  • Милли иҫәпләү музейы[18]
  • Сиднейҙағы Дева Мария һәм Фәрештәләр музейы.
  • Хосеп Коста Собрепер күргәҙмәһе.

2013 йылда Одессала Украина Викимедиаһы менән Одесса 2.0-нең QRpedia табличкалар урынлаштырыу буйынса берлектәге проекты тормошҡа ашырыла[19][20].

QRpedia шулай уҡ учреждениеларҙың мәғлүмәтенән тыш та ҡулланыла. Мәҫәлән, уны Баҫып алыу хәрәкәте ҡуллана[21].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 (unspecified title)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Eden, Terence Introducing QRpedia (3 апрель 2011). Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  3. 3,0 3,1 Anon The Children's Museum of Indianapolis Creates New Learning Opportunities through Wikipedian-in-Residence (19 август 2011). Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года. 2012 йылдың 29 март көнөндә архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Byrd Phillips, Lori Going Multilingual with QRpedia. Marcus Institute for Digital Education in the Arts (15 июнь 2011). Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года. 2012 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
  5. Board. Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  6. 6,0 6,1 Anon Quiet Realities (21 май 2011). Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года. 2012 йылдың 8 ноябрь көнөндә архивланған.
  7. Wikipedia:GLAM/Derby/Multilingual Challenge
  8. Various Wikipedia:GLAM/Derby/QR code experiment. Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  9. Various Derby Backstage Pass. Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  10. Derby Museums and Wikipedia Join Forces to Improve Content. Дата обращения: 3 май 2011. Архивировано 4 июнь 2011 года. 2011 йылдың 16 июнь көнөндә архивланған.
  11. qrwp - QR Redirection to Wikipedia. Google Project Hosting. Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  12. QR codes + Wikipedia = QRpedia. Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года. 2012 йылдың 23 июль көнөндә архивланған.
  13. QRpedia Codes at Fundació Joan Miró. The GLAM-Wiki Experience. Дата обращения: 25 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года. 2012 йылдың 21 март көнөндә архивланған.
  14. New collaboration between Wikimedia UK and The National Archives | The National Archives. Дата обращения: 16 сентябрь 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  15. National Archives and QRpedia. Дата обращения: 18 сентябрь 2011. Архивировано 26 август 2012 года.
  16. Monmouth to be Wales' first WiFi town. Monmouth Today. Дата обращения: 1 март 2012. Архивировано 26 август 2012 года. 2013 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
  17. Уикипедия:Сътрудничество/Софийски зоопарк. Wikipedia. Дата обращения: 14 февраль 2012. Архивировано 26 август 2012 года.
  18. Become an instant expert with a little help from your mobile. Дата обращения: 2 февраль 2012. Архивировано 26 август 2012 года. 2013 йылдың 21 июль көнөндә архивланған.
  19. Першим в Україні Wiki-містом стала Одеса, Укрінформ, 27.09.2013
  20. Одесса стала первым вики-городом Украины, Мир Энциклопедий, 28 сентября 2013
  21. We Don't Make Demands: Posters (2 декабрь 2011). Дата обращения: 2 декабрь 2011. Архивировано 26 август 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • QRpedia — сгенерировать QR-коды со ссылками на QRpedia
  • QRpedia в «Твиттере»