Эстәлеккә күсергә

Таш аҫты алабуғаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Romanichthys битенән йүнәлтелде)
Таш аҫты алабуғаһы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Romanichthys valsanicola Dumitrescu, Bănărescu & Stoica, 1957

Һаҡлау статусы
en:Critically endangered species
Критик хәлдәге төр
IUCN 3.1 Critically Endangered : 19740

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Таш аҫты алабуғаһы[1] (лат. Romanichthys valsanicola) — реликтив төр[2], алабуғаларҙың сөсө һыуҙа йөҙөүсе нур-ҡанат балыҡтар ғаиләһенә ҡарай (Percidae)[3]. Таш аҫты алабуғаһы (Romanichthys) төрөнөң берҙән-бер вәкиле. 1957 йылда тәүге тапҡыр румын ихтиологтары М. Думитреску, П. М. Бэнэресук һәм Н. Стойка[4][5] тарафынан телгә алына.

Вылсан йылғаһы — таш аҫты алабуғалары тереклек иткән берҙән-бер урын

12,5 см оҙонлоҡҡа етә Тәне йоморайып тора, арҡаһында осона ҡарай ҡалынайған ике ҡанаты бар. Башы яҫы, тулыһынса тиерлек тәңкәләр менән ҡаплаған. Енес папиллаһы яҡшы үҫешкән[6].

Тәңкәһенең төҫө — ҡара-һоронан алып тоноҡ һороға тиклем, ҡорһағы аҡтан алып ҡоңғорт — һары төҫтә була.

Элек бөтә Палеарктикала киң таралған төрҙәрҙең береһе була, беҙҙең көндәрҙә Румыния эндемиктының реликты һанала. Башта (таксон тасуирламаһы мәлендә) Арджеш һәм уның ике ҡушылдығы — Рыул-Доаменей һәм Вылсан йылғаларында тереклек итә; хәҙерге көндә Вылсан биләмәһендә был төрҙөң таралыу өлкәһе бер саҡрымға ҡәҙәр тарайыуы хәбәр ителә.

Һыу төбөндәге таштар араһында йәшәй.

Инә балыҡ таштар араһына яҡынса 120–150 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 40–50[7]) ыуылдырыҡ һала. Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡыты, күрәһең, самалы, ул майҙың икенсе яртыһына тура килә.

Енси айырмалыҡ инә һәм ата балыҡта күҙгә ташланып тормай.

Һыу күбәләге йәки һыу мыры кеүек бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары менән туҡлана. Ҡайһы ваҡыт үҙе лә ҙурыраҡ йыртҡыс балыҡтарҙың табышына әйләнә[8].

Һаҡлау буйынса иҫкәрмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Таш аҫты алабуғаһы һүрәте төшөрөлгән 10 лей номиналлы румын почта маркаһы

Теүәл һаны билдәһеҙ[3]

1996 йылғы халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берләшмәһе мәғлүмәттәре буйынса, алабуғаның был төрөнә юғалыу ҡурҡынысы янай («CR» статусы). Иң ҙур хәүефтәрҙең береһе — таш аҫты алабуғаһы тереклек иткән һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы. Хәҙерге ваҡытта балыҡтың һирәк осрай торған был төрөн һаҡлау буйынса әүҙем саралар алып барыла, әммә улар иректәре сикләнгән шарттарҙа үрсемәҫкә лә мөмкин.

Алабуғаның был төрө балыҡсылыҡ өсөн ҡулай түгел, шулай ҙа элегерәк заманда таш аҫты алабуғаһына браконьерҙарҙың ауға сығыуы тураһында хәбәрҙәр бар.

  • Bănărescu Petru Jelihovschipetru. Fauna Române Republicii Populare. Vol. XIII : Pisces — Osteichtyes (și osoși ganoizi Pești). București. Editura Academiei România Republicii Populare, 1964.
  • George D. Vasiliu. Noastre Peștii apelor. București : Edit. Științifică, 1959.
  • Th. Bușniță, I Alexandrescu. R. S. din România apele Atlasul peștilor. București, 1971.
  • L. Lustun, Rădulescu I, V Voican. Dicționar piscicol. Ceres Editura. 1978 București.