Skydome (Флагстафф) ябыҡ стадионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Skydome ябыҡ стадионы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы сентябрь 1977
Дәүләт Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Аризона
Урынлашыу Флагстафф (Аризона)
Хужаһы Northern Arizona University[d]
Обитатель Northern Arizona Lumberjacks[d] һәм Northern Arizona Lumberjacks women's basketball[d][1]
Вместимость 11 230
Рәсми сайт www8.nau.edu/skyd…​ (инг.)

Дж. Лоуренс исемендәге «Skydome» стадионы   Флагстаффтағы (Аризона) Төньяҡ Аризона  университеты кампусында унынлашҡан күп маҡсатлы ябыҡ стадион. Стадион нигеҙҙә университеттың футбол һәм баскетбол командаларының үҙ майҙансыҡтары булараҡ файҙаланыла. Ултырырлыҡ урын һаны барлығы 11 230  дана тәшкил итә, шуларҙың 10 000 — даими, ә ҡалған 1230 — портатив.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стадион 1977 йылда асыла[2][3]. Беренсе миҙгелдә унда 5 уйын үткәрелде һәм уртаса 13 029 тамашасы  килгде [4]. Быға тиклем университет футбол командаһы Lumberjack стадионының асыҡ майҙансығында уйнаған [5][6]. 1987, 1997, 1998 һәм 2006 йылдарҙа стадион территорияһында баскетбол буйынса ирҙәр турниры үткән.

Асылғанғандан һуңғы алты йыл дауамында Skydome үтә күренмәле көмбәҙ аҫтындағы иң ҙур ағас стадионы статусына эйә булған. 1983 йылда Dome Tacoma Такомалағы (Вашингтон) Tacoma Dome төҙөлөп бөткән һәм Skydome үҙенең статусын[7] юғалтҡан. Шул уҡ осорҙа университет кампусындағы башҡа биналарҙы поектлау менән дә шөғөлләнгән (Финикс ҡалаһынан) Уэнделл Россман ҡоролманың архитекторы булған. Үҙағас Һары көньяҡ ҡарағайынан алынған..

Стадион 1957-1979 йылдарҙа Төньяҡ Аризона университетының президенты вазифанын үтәгән Дж. Лоуренс Вакуп (1914-2002) хөрмәтенә аталған. Был осор университеттың тиҙ үҫеш ваҡыты һаналған. 1970 йылда илдә көрсөк булған һәм Дж. Лоуренс төҙөлөштө грамоталы көйләй алмаған [8][9][10]. Проект хаҡының яртыһынан күберәге ирекле иғәнәләр иҫәбенә йыйылған; дәүләт 1,5 доллар һалған, ә 2 миллионы кампус фондынан. 1974 йылдан  1983 йылға саҡлы университеттың спорт директоры Хэнк Андерсон булған[11].

Был ҡоролманың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 2100 м  (6 800 фут)[12] тәшкил итә.

Ремонтлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың декабренән 2011 йылдың сентябренә тиклем стадионға сығымдары 26 млн доллар тәшкил иткән капиталь ремонт үткәрелгән. Янғын системаһы, ванна бүлмәһе, залдар, офистар, ҡунаҡтар өсөн апартаменттар, сисенеү бүлмәләре тулыһынса алмаштырылған. Шулай уҡ комплекс өс лифт менән йыһазландырылған. Урындар һаны 10 меңгә саҡлы кәметелһә лә, ғәҙәти урындыҡтар арҡалы 21-дюймлы креслолар менән алмаштырылған.

Файҙаланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт сараларынан тыш, арена шулай уҡ асыу тантаналары, концерттар, сығыштар һәм  күргәҙмәләр үткәреү өсөн файҙаланыла. Арена майҙаны — 97000 фут (йәки 9 000 квадрат метр)[13][14].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://issuu.com/nau_athletics/docs/2017-18_wbb_media_guide
  2. Lumberjacks to open dome, Lewiston Morning Tribune (September 17, 1977), стр. 3B.
  3. NAU gets its kick, Lewiston Morning Tribune (September 18, 1977), стр. 2B.
  4. NAU dome aids attendance (April 19, 1978), стр. 12.
  5. Vandals concerned with NAU (September 20, 1975), стр. 17.
  6. Drosendahl, Glenn. Idaho sends Lumberjacks back to woods (September 21, 1975), стр. 1B.
  7. Skydome Information. Northern Arizona University. 26 апрель 2006 тикшерелгән.
  8. J. Lawrence Walkup, NAU Library. 21 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  9. Former NAU president Walkup is dead at age 88 (August 9, 2002), стр. 3A.
  10. J. Lawrence Walkup (1914-2002). Arizona Historical Society. 21 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  11. Dome may get new name (October 9, 1979), стр. 3.
  12. Topographic map from USGS The National Map
  13. Cards begins football camp with changes (July 14, 1997), стр. 6.
  14. Cardinals reach accord on training at NAU (February 8, 1990), стр. 8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Изолированная статья