Аллаһыҙ (журнал)
Уҡыу көйләүҙәре
«Аллаһыҙ» | |
«Аллаһыҙ» — ижтимағи-сәйәси, фәнни һәм әҙәби журнал. Һуғышсан аллаһыҙҙар союзының Башҡортостан өлкә советы органы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға (1929 йылдан айырым һандарҙың исемдәре һәм текст өлөштәре — татар телендә). 1929 йылдың майынан «Дәһри (журнал)». 1929 йылдың ғинуарынан алып 1935 йылдың июленә тиклем «Аллаһыҙ» исеме менән нәшер ителә. 1933 йылда бер һан донъя күрә. Фәнни дингә ҡаршы материалдар, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр баҫтыра, халыҡтың грамоталылығын үҫтерергә саҡыра. Баҫманың төрлө йылдаҙа мөхәррирҙәре: Булат Ишемғол, Г. Алтай, Ш. Шәһәр, Г. Сирай. һ.б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аллаһыҙ (журнал) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.