Аукштайтия милли паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аукштайтия милли паркы
лит. Aukštaitijos nacionalinis parkas
Лушяй күле
Лушяй күле
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны40 574 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[1974 йылда йыл]] 
Урынлашыуы
55°19′37″ с. ш. 26°06′03″ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаИгналина 

aparkai.lt
Литва
Литва
Точка
Аукштайтия милли паркы
 Аукштайтия милли паркы Викимилектә

Аукштайтия милли паркы (лит. Aukštaitijos nacionalinis parkas) — Литваның төньяҡ-көнсығышында, Вильнюстан төньяҡҡа табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан милли парк. 1974 йылда нигеҙләнгән, илдең иң тәүге милли паркы булып тора. Башта Литва ССР-ының милли паркы тип атала. 1991 йылда тағы ла 4 парк ойошторола, бөтә парктарға Литваның этнографик төбәктәренең атамалары бирелә — Литва ССР-ының милли паркы Аукштайтия исемен ала.

Милли парктың территорияһы 405,7 км² тәшкил итә, ошо майҙандың яҡынса яртыһы Игналина районына тура килә. Утена һәм Швенчёна райондарының һәр береһе парк биләмәләренең яҡынса ¼ өлөшөнә эйә. Территорияның яҡынса 2,1 % ҡәтғи һаҡланыусы зона биләй, был урынға тик парк хемәткәре оҙатыуы менән генә барырға мөмкин. Паркта Литваның Ҡыҙыл китабына кергән үҫемлектәрҙең 64 төрө, бәшмәктәрҙең 8 төрө, ҡоштарҙың 48 төрө осрай. Милли парк үҙенең биотөрлөлөгө менән айырылып тора, ил территорияһының 1 % аҙыраҡ биләгәүгә ҡарамаҫтан, бында Литвала осраған үҫемлектәрҙең 59 % табырға мөмкин.

Тәбиғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ладакальнис убаһынан күренеш
Стипейкяйҙа умарталар музейы

Урмандар һәм убалар араһында 126 күл бар, уларҙың күбеһе шишмәләр һәм бәләкәй йылғалар менән үҙ-ара тоташҡандар. Күлдәр һыу туризмы өсөн популяр булып тора, туризм инфраструктураһы бында үҫешкән. Күлдәр паркт территорияһының 59,30 км² (йәғни 15,5 %) биләй. Улар араһында Литваның иң ҙур күле — Кретуонас (майҙаны 8,29 км²), һәм иң тәрән күле — Таурагнас (максималь тәрәнлеге 60,5 м) бар. 14 күлдең һәр береһенең майҙаны 1 квадрат километрҙан ашыу, 6 күлдең майҙаны — 0,5 һәм 1 км² араһында, тағы ла 35 күлдең майҙаны — 50 һәм 5 гектар араһында. Ҡалған күлдәрҙең майҙандары 5 гектарҙан кәмерәк, уларҙың ҡайһылары әкренләп һаҙлыҡтарға күсә.

Балуошас күлендә 7 утрау урынлашҡан, шуларҙың береһендә үҙ күле бар. Бәләкәй генә шишмә был күлдән Балуошасҡа ҡоя — был Литвала берҙән-бер күл эсендәге күл булып тора. Парктағы иң ҙур йылға — Жеймяна, уның оҙонлоғоноң 22 км парк биләмәләре аша үтә (йылғаның дөйөм оҙонлоғо 114 км тәшкил итә). Милли парктың барлыҡ йылғалары һәм күлдәре Жеймяна бассейнына ҡарай.

Милли парк биләмәләрендә Ладакальнис убаһы урынлашҡан, ул тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Тораҡ пункттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркта 116 ауыл иҫәпләнә, уларҙа яҡынса 2300 кеше йәшәй. Тәүге ауылдар XIV быуатта телгә алына.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]