Аш һеңдереү
Аш һеңдереү — ашалған ашамлыҡты ваҡлауҙан, химик бүлемләүҙән һәм кеше организмы өсөн яраҡлы итеүҙән торған ҡатмарлы физиологик процесс[1]; организмға ингән ҡатмарлы аҙыҡ матдәләренең ябай химик ҡушылмаларға тарҡалып үҙләштерелеү процессы[2].
Аш һеңдереү барышында аҙыҡ макромолекулалары вағыраҡ молекулаларға, йәғни аҙыҡ биополимерҙары мономерҙарға әүерелә. Был процесс ферменттар ҡатнашлығында башҡарыла. Эшкәртелгән аҙың эсәклек стенаһы аша организмдың шыйыҡлыҡ системеһына (ҡан һәм лимфаға) эләгә[3]. Шулай итеп, аш һеңдереү аҙыҡты эшкәртеү һәм аҙыҡты үҙләштереүҙән тора.
Төрлө хайуандар төркөмөндә аш һеңдереү ысулдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күҙәнәк тышында аш һеңдереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архейҙар, бәшмәктәр, бөжәктәр менән туҡланыусы йыртҡыс үҫемлектәр өсөн хас. Аш һеңдереүсе ферменттар күҙәнәктең тышына бүлеп сығарыла. Аш эшкәртеү күҙәнәктең тышында башҡарыла. Аҡһым-транспортерҙар яҙмамында мономерҙар күҙәнеҡ эсенә ташыла.
Аш һеңдереү трактында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп күҙәнәкле хайуандарға хас, аш һеңдереү трактында (ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, ас һәм йыуан эсәк) башҡарыла.
Аш һеңдереү тракты тышында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аш һеңдереү һутын ҡорбанының тәненә индереп (үрмәксе) эшкәртелгән аҙыҡты һурып алыусы хайуандарҙа.
Мембрана ҡырында (париеталь) аш һеңдереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәҙек эсәктең бөтә эске йөҙөн ҡаплап алған өбөрсәләр араһында, туранан-тура уларҙың өҫтөндә (гликокаликста) аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар бүлемләнеүе процесы. Аҙыҡ бутҡаһы нәҙек эсәктең лайлалы шекәрәһендә урынлаш ҡан бик күп һандағы ваҡ ҡына биҙҙәрҙе ҡуҙғыта. Улар эсәк һуты бүлеп сығара. Эсәк һуты ферменттары тәьҫиренән туҡлыҡлы матдәләрҙең ябай, һыуҙа эрей торған берләшмәләргә: аҡһымдарҙың — аминокислоталарға, майҙарҙың — глицеринға һәм май кислоталарына, углеводтарҙың глюкозаға тиклем бүлемләнеүе тамамлана.
Күҙәнәк эсендә аш һеңдереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аш һеңдереүсе махсус матдәләр (ферменттар) менән эшкәртелә. Күҙәнәк эсендә аш һеңдереү эндоцитоз менән тығыҙ бәйле процесс булып тора.Был процесс күҙәнәк стенаһы булмаған эукариот (ҡайһы бер протистар һәм күпселек хайуандар) төркөмдәргә генә хас.
Филогенез йәһәтенән аш һеңдереүҙең был төрө иң боронғо булып тора. Сөнки ул иң ябайҙар һәм примитив организмдарҙа киң таралған (йыш ҡына яҫы селәүсендәрҙә).
Күҙәнәк эсендә аш һеңдереүҙең ике төрө бар. Беренсеһе күҙәнәк мембраналары аша ваҡ молекулаларҙы ташыу һәм артабан цитозоль ферменттары ярҙамында аш һеңдереү менән бәйле.
Күҙәнәк эсендәге аш һеңдереү шулай уҡ күҙәнәк эсендәге махсуслашҡан ҡыуышлыҡтарҙа — аш һеңдереү вакуолдарында ла булырға мөмкин. Улар фагоцитоз һәм пиноцитоз процесына бәйле даими барлыҡҡа килә һәм килеп ингән аҙыҡты һыеңдереу тамамланғандан һуң юҡҡа сыға.
Күҙәнәк эсендә аш һеңдереүҙең был икенсе төрө лизосомалар ярҙамында бара. Лизосомаларҙа төрлө гидролитик ферменттарҙың йыйылмаһы бар. Ниндәй организмға ҡарауына ҡарамаҫтан, уларҙа оптималь рН ҡиммәте 3,5—5,5 арауығын тәшкил итә. Лизосомаларҙағы ферменттары күҙәнәктән тыш аш һеңдереүҙе тормошҡа ашырыусы ферменттарҙан ныҡ айырыла.
Аҙыҡ киҫәксәләре йәки аҙыҡ эретмәләре плазма мембранаһының эскә ҡарай өңөлөүенә, итоплазмаға сумыуына һәм уларҙың мембрана менән уратып алыныуына килтерә. Һөҙөмтәлә пино- һәм фагоцитлы вакуолдәр барлыҡҡа килә. Улар лизосомалар менән ҡушылып фагосомаларҙы барлыҡҡа килә. Унда ферменттар тейешле субстраттар менән бәйләнешкә инә. Был осраҡта күҙәнәк эсендәге аш һеңдереү күҙәтелә. Уның физик-химия асылы эсәк ҡыуышлығында барған аш һеңдереү процестарынан әллә ни айырылмай.
Шуға күрә икенсе типтағы аш һеңдереүҙе микроҡыуышлыҡ эсендәге процесс тип ҡылыҡһырларға мөмкин. Лизомалар һәм вакуолдар мембранаһының эске йөҙөндә төрлө гидролитик ферменттар булғанлыҡтан, микроҡыуышлыҡ эсендәге гидролиз мембрана янындағы гидролиз менән тулыландырылырға мөмкин.
Килеп сыҡҡан гидролиз продукттары фагосом мембранаһы аша һеңдерелә. Аш һеңдереү циклы тамамланғандан һуң фагосома ҡалдыҡтары экзоцитоз ярҙамында күҙәнәктән сығарыла.
Хайуандарҙа аш һеңдереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселек хайуандарҙа аш һеңдереү аш кайнатыу трактында һәм күҙәнәк эсендә башҡарыла. Тик болоттарҙа (губки) ғына аш һеңдереү күҙәнәк эсендә башҡарыла.
Бөжәктәр, нематодалар һәм умыртҡалыларҙа аш ҡайнатыу трактында (өҫтәмә булараҡ аш ҡайнатыу тракты тышында) башҡарыла. Быуынтыҡ аяҡлылар ҡатмарлыраҡ аш һеңдереү системаһына эйә. Аш һеңдереү биҙе бауыр барлыҡҡа килгән.
Умыртҡалыларҙың аш һеңдереү системаһы ауыҙ тишегенән башлана. Йыртҡыс хайуандарҙың ауыҙ ҡыуышлығында ҡорбанын тотоп алыуға һәм үлтереү өсөн яраҡлашҡан төрлө яйланмалары булған яңаҡтары бар. Шулай уҡ үлән ашаусы хайуандарҙың ауыҙы аҙыҡты өҙөп алыуға, бөтә нәмәләрҙе ашаусыларҙың — аҙыҡты ваҡлыуға, орлоҡ йәки бөжәк ашаусы ҡоштарҙың — сүкып алыуғы, йыртҡыс ҡоштарҙың — өҙгөләүгә, һыу ҡоштарының һәм кит һымаҡтарҙың — һөҙөп алыуға яраҡлашҡан.
Кешенең аш һеңдереү процессы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыҙ ҡыуышлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыҙ ҡыуышлығында аҙыҡ тәмләп ҡарала, ваҡлана, иҙелә һәм ш айыҡ менән сылана. Аҙыҡты механик эшкәртеү тештәр һәм тел ярҙамында бара.Аҙыҡтың тәмен, механик үҙсәнлеген һәм температураһын тойорға ярҙам итеүсе күп рецепторҙар телдә урынлашҡан.
Ауыҙҙа аҙыҡ шайыҡ менән сылатыла. Уны өс пар эре шайыҡ биҙҙәре һәм тел менән ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы шекәрәһендә урынлаш ҡан күп һанлы ваҡ биҙҙәр бүлеп сығара. Ш айыҡ биҙҙәре тәүлегенә 0,5-тән алып 2 литрға тиклем шайыҡ эшләп сығаралар.
Кешенең шайығында ҡатмарлы углеводтарҙы ябайыраҡҡа бүлемләүсе ферменттар ҙа бар. Шайыҡ көсһөҙ һелтеле реакцияға эйә һәм унда йоғошһоҙландырыусы айырым бер матдә — лизоцим була. Лизоцим ауыҙ ҡыуышлығындағы лайлалы шекәрәнең зарарланыуын уңалта.
Аҙыҡ матдәләре рецепторҙарҙы ҡуҙғытҡан саҡта, шайыҡ биҙҙәренең секрецияһы рефлектор рәүештә бара. Рецепторҙар телдә һәм ауыҙҙың лайлалы шекәрәһендә урынлашҡан. Уларҙан ярһыу һиҙгер нейрондар буйлап оҙонса мейенең шайыҡ бүлдереү үҙәгенә үткәрелә. Бынан ярһыу хәрәкәт нейрондары буйлап шайыҡ биҙҙәренә тапшырыла һәм улар шайыҡ бүлеп сығара башлай.
Аҙыҡ төйөрө ауыҙ ҡыуышлығынан тамаҡҡа, шунан тар ғына вертикаль көпшәгә — ҡыҙыл үңәскә үтә. йотҡанда ҡурылдайға инеү юлы ҡурылдай ҡапҡасы менән ябыла. Ҡыҙыл үңәс көбөнөң тулҡын һымаҡ ҡыҫҡарыуҙары аҙыҡтың ашҡаҙанға табан хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә. Ҡыҙыл үңәстең лайлалы шекәрәһе эшләп сығарған лайла аҙыҡтың күсеүен еңеләйтә.
Ашҡаҙанда аштың һеңеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙыҡ ҡыҙыл үңәстән ашҡаҙанға эләгә. Оло кеше ашҡаҙанының һыйышлығы 1,5 литр самаһы. Ашҡаҙандың лайлалы шекәрәһендәге күп һандағы биҙҙәр уның ҡыуышлығына аш ҡаҙан һуты бүлеп сығаралар.
Кешенең ашҡаҙан һуты — составында ферменттар, лайла һәм бер аҙ миҡдарҙа тоҙ кислотаһы булған төҫһөҙ шыйыҡлыҡ ул. Лайла аш ҡаҙан көбөн механик зарарланыуҙан һаҡлай. Тоҙ кислотаһы бактерияларҙы үлтерә һәм ферменттарҙы әүҙемләштерә.
Ашҡаҙан һутының аҡһымдарҙы бүлемләүсе ферменттары бар. Ашҡаҙан һуты ферменттары тән температураһы кеүек йылылыҡта һәм кислоталы средала ғына тәьҫир итә ала.Шулай уҡ, ашҡаҙан һутында һөт майын, бүлемләүсе ферменттар ҙа бар.
Пепсин — аҡһымдарҙы аминокислоталарға, полипептидтарға, олигопептидтарға бүлә.
Реннин (йәки химозин) — 1 йәшкә тиклемге балаларҙа бар, һөт ризыҡтарын аш һеңдерергә ярҙам итә. Бер йылдан һуң лимосин юҡҡа сыға, уның функцияларын гидрохлор кислотаһы башҡара.
Аҙыҡ ашҡаҙанда 4—8 сәғәт тирәһе эшкәртелә. Бөтә был ваҡытта ашҡаҙан биҙҙәре ашҡаҙан һуты бүлеп сығаралар. Ашҡаҙан һуты секрецияһы ашҡаҙандың лайлалы шекәрәһендә барлыҡҡа килеүсе биологик актив матдәләр тәьҫирендә дауам итә. Был матдәләр, ашҡаҙан биҙҙәренең әүҙемлеген көсәйтеп, ҡанға һеңәләр.
Ит, балыҡ, йәшелсә бешкән һурпала әҙер биологик актив матдәләр була. Биологик актив матдәләр аш ҡаҙан биҙҙәренең аш һеңдереү һуттарын эшләп һәм бүлеп сығарыуын стимуллаштыра.
Эсәктәрҙә туҡлыҡлы матдәләрҙең үҙгәреүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәҙек эсәктең функциялары.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шыйығайтылған аҙыҡ бутҡаһы ашҡаҙандан айырым-айырым порциялар менән ашҡаҙан каналының киләһе бүлегенә — эсэктэргэ күсә. Нәҙек эсәктә аҙыҡ матдәләренең ябайыраҡ матдәләргә артабанғы бүлемләнеүе һәм уларҙың ҡанға һәм лимфаға һеңеүе дауам итә.
Нәҙек эсәктең оҙонлоғо 3— 3,5 м була. Уның башланғыс бүлеге — бөйән эсәге (йәки ун ике иле эсәк). Бөйән эсәгенең оҙонлоғо уртаса 12 бармаҡтың бергә
ҡушылған киңлегенә тигеҙ. Бөйән эсәгенә бауырҙың һәм ашҡаҙан аҫты биҙенең сығарыу көпшәләре тоташа. Ашҡаҙан аҫты биҙе һутының ферменттары бары тик һелтеле средала ғына тәьҫир итә һәм үт менән активлаштырыла.
Бөйән эсәгендә аш һеңдереү һуты ферменттары тәьҫирендә аҡһымдарҙың, майҙарҙың һәм углеводтарҙың бүлемләнеүе бара. Үт кеше тәненең иң эре биҙе — бауырҙа эшләнә һәм майҙарҙы һеңдереүгә булышлыҡ итә.
Эсәктәр көбөнөң тулҡын һымаҡ ҡыҫҡарыуҙары аҙыҡ бутҡаһын әкренләп эсәктәр буйлап күсерә. Аҙыҡ бутҡаһы нәҙек эсәктең лайлалы шекәрәһендә урынлашҡан бик күп һандағы ваҡ ҡына биҙҙәрҙе ҡуҙғыта. Улар эсәк һуты бүлеп сығара. Эсәк һуты ферменттары тәьҫиренән туҡлыҡлы матдәләрҙең ябай, һыуҙа эрей торған берләшмәләргә: аҡһымдарҙың — аминокислоталарға, майҙарҙың — глицеринға һәм май кислоталарына, углеводтарҙың глюкозаға тиклем бүлемләнеүе тамамлана.
Нәҙек эсәктең бөтә эске йөҙө, өбөрсәләр менән ҡапланғанлыҡтан, бәрхәт һымаҡ булып күренә . Өбөрсәләр ярҙамында аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар бүлемләнеүе продукттарының һеңеүе бара. Уларҙың бик күп булыуы (1 см"-ҙа 2500 өбөрсә) нәҙек эсәктең лайлалы шекәрәһенең йөҙөн байтаҡ ҙурайта.
Әберсәләрҙең көбө бер ҡатлаулы эпителийҙан тора . Һәр өбөрсәгә ҡан һәм лимфа тамырҙары инә. Уларҙа туҡлыҡлы матдәләрҙең һыуҙа эрегән бүлемләнеү продукттары һеңә. Һеңеү — ул фильтрлау, диффузия процесы ғына түгел, ә өбөрсәләр көбө аша матдәләрҙе әүҙем күсереү юлы менән тормошҡа ашырылыусы ҡатмарлы физиологик процесс.
Өбөрсәләр, эсәктәрҙә тереклек итеүсе микроорганизмдарҙың ҡанға һәм лимфаға үтеп инеүен тотҡарлап, һаҡлағыс функция ла башҡара.
Йыуан эсәктең функциялары.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙыҡтың һеңмәй ҡалған ҡалдыҡтары ун ике сәғәт буйына йыуан эсэк буйлап үтә. Был ваҡыт эсендә һыуҙың ҙур өлөшө ҡанға һеңә. Йыуан эсәктең лайлалы шекәрәһенең өбөрсәләре юҡ. Уның биҙҙәре эшләп сығарған һуттың составында ферменттар әҙ, ә лайла күп була.
Лайла аҙыҡтың һеңдерелмәгән ҡалдыҡтарын күсереүҙе һәм тышҡа сығарыуҙы еңеләйтә. Йыуан эсәктә бактериялар күп. Улар нормаль аш һеңдереү өсөн кәрәк. Улар ҡатнашлығында ҡайһы бер витаминдар барлыҡҡа килә.Йыуан эсәктә формалаш ҡан тиҙәк массалары тура эсәккә эләгә һәм унан тышҡа сығарыла.
Эсәк микрофлораһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешенең эсәгендә йәшәгән микроорганизмдары аш һеңдереү ферменттарын бүлеп сығара. Улар аҙыҡтың айырым төрҙәрен аш һеңдереүгә булышлыҡ итә:
Эсәк таяҡсаһы (Eschерichia coli) — лактозаның аш һеңдерелеүенә булышлыҡ итә;
Лактобактериялар — лактозаны һәм башҡа углеводтарҙы һөт кислотаһына әйләндерә.
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биология. Хайуандар: дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек/ В. В. Латюшин, В. А. Шапкин. ISBN 978-5-295-05368-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
- ↑ Краткая энциклопедия домашнего хозяйства / Под ред. И. М. Скворцова. — 1-е изд. — М.: Большая советская энциклопедия, 1967. — Т. II. — С. 461. — 772 с. — 50 000 экз.