Нематодалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нематодалар
Heterodera glycines (патоген сои)
Heterodera glycines)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Nematoda Rudolphi, 1808

Синыф
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  59490
NCBI  6231

Йомро селәү, йәки немато́далар (лат. Nematoda, Nematodes) — бер төркөм йомро селәүҙәр, күптәре гельминтоз ауырыуҙарына сәбәпсе; ҡара: гельминтоз[1]; йомро селәүсендәрҙең бер төркөмө[2]. Хәҙерге ваҡытта 24 мең паразит төрө билдәле[3], әммә төрлө иҫәпләүҙәр уларҙың төрө миллиондан артыҡ тип күрһәтә[4].Нематодалар хайуандар батшалығында, бөжәктәрҙән ҡалышып төр күплелеге буйынса икенсе урында тора.

Нематодалар тупраҡта, сөсө һыуҙа, диңгеҙ һыуында тереклек итә, 1 м³ -ҙа уларҙың иҫәбе 1 миллиондан артыа китергә мөмкин. Экосистемала уларҙың әһәмиәте ҙур. Улар үҫемлектәрҙә нематод ауырыуҙарын, кеше һәм хайуандарҙа немотодоз ауырыуҙарын барлыҡҡа килтерә. Зарарланған үҫемлектәрҙең тамыры боҙола. Һабаҡ нематодалары менән зарарланған үҫемлектең һабағы сатнап ярыҡлана, япраҡтары тишкәләнә. Организмға эләккән паразиттар йоғошло ауырыуҙар тыуҙыра.

Кеше организмында паразитлыҡ итеүсе йомро селәүҙәр араһында иң таралғандары: аскаридалар, бабасыр, трихинелла, анкилостома, ришта. Уларҙың күкәйҙәре һыу һәм аҙыҡ менән кеше организмына шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә килеп эләгә. Уларҙы организмдан сығарыу өсөн көрәш алып барырға кәрәк. Тышҡы тирә-яҡта уларҙы юҡ итеү өсөн медик, социаль-санитар һәм агротехник саралар үткерелә[5].

Структураһы һәм физиологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тән оҙонлоҡтары 80 мм-ҙан алып 8,4 метрға тиклем (был кашалоттың плацентаһында йәшәгән Placentononema gigantisima паразитытың оҙонлоғо). Ирекле нематодалар һәм үҫемлектәр паразиттары ҙур түгелдәр— 1-3 мм, һирәк осраҡта ирекле йәшәү төрҙәренең генә оҙонлоғо сантиметрға етә. Хайуандарҙа паразит булып йәшәгәндәре лә ҙурҙан түгел.

Тышҡы төҙөлөштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нематодаларҙың йәшәү рәүеше күп төрлө булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың дөйөм төҙөлөшө оҡшаш.

Инә заттар ата заттарҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Нематодаларҙың кәүҙәһе сегментлы түгел, формалары менән берәүҙәре,епкә , йә орсоҡҡа, икенселәре лимонға , мискәгә лә оҡшап ҡуялар. Йомро селәүсендәрҙең тәне орсоҡҡа оҡшаш, арҡыры киҫелеше йомро (шуға күрә йомро селәсендәр атамаһы).Эске ағзалары шыйыҡса менән тулы тән ҡыуышлығында урынлашҡан.

Нигеҙҙә ике яҡлы (ике яҡлы) тән симметрияһына эйә. Тәндең (баштың) тышҡы осонда шулай уҡ өс нурлы симметрия билдәләре күренә. Ҡайһы бер һиҙеү ағзаларынан башҡа нематодаларҙың организмында керпексәле, ҡамсылы күҙәнәктәре осрамай. Ҡан әйләнеше һәм һулыш алыу системалары юҡ[

Алғы осонда — ауыҙы, ә артҡы осонда, ҡорһаҡ янында, аналь тишек урынлашҡан. Күпселек нематодаларҙың кәүҙәһе буйлап дүрт һыҙыҡ үткән: икеһе — ян-яғынан, икеһе — арҡа урталығында һәм ҡорһаҡ яғынан. Инә нематодаларҙың ҡорһағы яғында сығарыу тишегенән тыш, тағы енес тишеге лә бар.

Тире-мускул моҡсайы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нематодалар тышҡы яҡтан ҡатмарлы, күп ҡатлы кутикула менән ҡапланған. Ул үҙенсәлекле тышҡы һөлдә булып тора һәм мус­кулдарҙы тотоп торорға ярҙам итә. Кутикуланың һаҡлағыс роле лә мөһим. Ул нематодаларҙы механик зарарланыуҙан һәм ағыулы матдәләрҙән һаҡлай. Кутикула һәм тән япмаһы аҫтында мускулдар ҡатлауы урынлашҡан.

Тире-мускул тоҡсайы эсендә үҙен уратҡан эске ағзалар менән сикләнгән эпителийһыҙ иркен тән ҡыуышлығы урынлашҡан. Тән ҡыуышлығы матдәләр алмашыныуҙа мөһим роль уйнай. Уның аша аҙыҡтан алынған матдәләр эсәктәрҙән мускулдарға һәм енес систе­маһына күсә; эшкәртелгән аҙыҡтың бүлеп сығарыу ағзаларына еткерелеүе лә өлөшләтә уның ярҙамында башҡарыла. Шулай итеп, тән ҡыуышлығындағы шыйыҡса, ҡан кеүек үк, организмдың эске мөхит функцияһын үтәй.

Тән ҡыуышлығы.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тире-мускул тоҡсайы аҫтында тән ҡыуышлығы ята (27) Тән ҡыуышлығының үҙ стеналары юҡ, йәғни ул — бары шыйыҡса менән тулған арауыҡ ҡына. Унда аш һеңдереү һәм үрсеү ағзалары урынлашҡан. Ҡыуышлыҡтағы шыйыҡса баҫым аҫтында була, шуға ла аскариданың тәне тығыҙ, һәр ваҡыт үҙенең форма­һын һаҡлай. Бынан тыш, шыйыҡса туҡлыҡлы матдәләрҙе бүлеүҙә һәм эшкәртелгәндән ҡалған кәрәкһеҙ матдәләрҙе сығарыуҙа ара­лашсы хеҙмәтен үтәй.

Нервылар системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нервылар системаһы аш юлын уратҡан йотҡолоҡ яны нервы дүңгәләгенән ғибәрәт. Дүңгәләктән алға табан бер нисә ҡыҫҡа тармаҡ үтә. Артҡа табан алты олон һуҙылған: шуларҙың икеһе, арҡа һәм ҡорһаҡ урта һыҙыҡтарынан үтә һәм башҡаларынан ҙурыраҡ.

Нематодаларҙың һиҙеү ағзалары насар үҫешкән. Тойомлау ағза­лары, ғәҙәттә, төйөрҙәр йәки төктәр рәүешендә була һәм ауыҙ тирәһендә урынлаша. Баш мейеһенең ике яғында химик һиҙеү ағза­лары бар.

Диңгеҙ нематодаларының ҡайһы берҙәренең ябай ғына — пигмент таптар рәүешендәге — күҙҙәре бар.

Аш һеңдереү системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аш һеңдереү системаһы тәндең алғы өлөшөндә урынлашҡан ауыҙынан башлана. Эсәклек бөтә тәне буйлап һуҙылған тура көпшәгә оҡшаған. Уның алғы яғы ауыҙ ҡыуышлығына һәм йотҡолоҡҡа бүленгән. Ауыҙ ҡыуышлығы төҙөлөшө буйынса төрлөсә булыуы мөмкин. Ҡайһы бер йыртҡыс һәм хайуандарҙа паразитлыҡ итеүсе нематодаларҙың кутикуляр үҫентеләре — тештәре бар.

Үҫемлек паразиттары — селәүсендәрҙең йотҡолоғо сәнскеле- имеүсе ағзаға — стилетҡа әүерелгән. Стилет ауыҙҙан махсус мускул­дар ярҙамында шылып сыға. Йотҡолоҡтан һуң аналь тишек менән тамамланған эсәк һуҙылған.

Ирекле йәшәүсе нематодалар өсөн аҙыҡ булып ваҡ организмдар хеҙмәт итә. Паразит йомро селәүсендәр хужа хайуандың — һуты, ә ҡайһы берҙәре ҡаны менән туҡлана.

Бүлеп сығарыу ағзалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бүлеп сығарыу ағзалары тарҡалыу продукттарын бүлеп сығара торған бер күҙәнәкле тире биҙҙәренән тора. һулыш алыу һәм ҡан тамырҙары системаһы юҡ; газдар алма­шыныуы һәм матдәләрҙең организмда таралыуы тире аша диффузия ярҙамында башҡарыла.

Енес системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Енес системаһы йомортҡалар барлыҡҡа килтереүсе йомортҡа­лыҡтан һәм сперматозоидтар өлгөртөүсе орлоҡлоҡтан тора.

Нематодалар, ҡағиҙә булараҡ, айырым енеслеләр. Күп кенә осраҡта аныҡ тышҡы айырмалыҡҡа — енси диморфизмға эйә.

Күп кенә йомро селәүсендәр йомортҡа һала. Әммә уларҙың тере бала тыуҙырыусы формалары ла осрай.

Аскариданың үрсеүе һәм үҫеше.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишкәк тәпәйлеләрҙең аскаридаһы
Кеше аскаридаһы

Аскаридалар — айырым енесле хайуандар.

Инә аскариданың ике йомортҡалығы, ата аскариданың бормалы оҙон нәҙек көпшәләргә оҡшаш бер орлоҡлоғо була. Аскарида ғәйәт үрсемле: инә селәүсен көнҺайын бик беше тиресә менән ҡапланған йөҙҙәрсә мең (200 000-гә тиклем) йомортҡа һала. Йомортҡалар кеше эсәклегенән тупраҡҡа барып эләгә, бында дымдың етерлек булыуы Һәм һауаның килеп тороуы уларҙың үҫеүенә булышлыҡ итә. 2—3 аҙнанан һуң йомортҡалар эсендә личинкалар барлыҡҡа килә.

Личинкалы йомортҡаларҙың насар йыуылған йәшелсәләр менән бергә, йәки ҡулдар таҙа булмаһа, кешенең ауыҙына, ә унан эсәкле­генә эләгеүе ихтимал. Бында личинкалар йомортҡаларҙан сыға, эсәк­лек стеналарын тишеп инеп, ҡан тамырҙарына эләгә. Ҡан ағымы менән бергә личинкалар үпкәләргә барып етә. Бында улар альвеола- ларҙың (үпкә ҡыуыҡсаларының) стеналары аша трахеяға, боғар­лаҡ та һәм ауыҙ ҡыуышлығына үтә. Унан һуң личинкалар, ҡаҡырыҡ ' йәки төкөрөк менән бергә йотолоп, яңынан эсәклеккә килеп эләгә, унда ҙур селәүсен булып үҫеп етә. Личинкаларҙың кеше тәне буйлап бындай сәйәхәте 1—2 аҙна дауам итә.

Аскариданың зарары.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аскаридалар, кешенең ҡаны йәки уның эсәклегендәге күҙәнәктәр менән туҡланмаһа ла, кешене ағыулы мат­дәләр менән ағыулай, эсәк ауырыуҙары, баш ауыртыуҙары барлыҡҡа килтерә. Үпкәнең стеналарын тишкән саҡта, личинкаларҙың үпкә ауырыуҙарын тыуҙырыуы ихтимал. Уларға ҡаршы төп көрәш сара­лары профилактиканан, гигиена ҡағиҙәләрен һаҡлауҙан тора. Ауы­рып киткәндә, врачҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башҡа йомро селәүсендәр.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нематода

Аскариданан тыш, йомро селәүсен­дәрҙең 5 меңгә яҡын төрө бар. Улар кеше, хайуандар һәм үҫемлек­тәр организмдарында паразит булып йәшәй.

Бәләкәй быуаларҙа ҡайһы берҙә ҡыбырлаусы төйөрҙәр осрай — оҙон сәстәр елберләгән кеүек тойола. Был — ҡыл селәүсендәр. Кеше һәм хайуандар тәненә инә тип иҫәпләп, күп кешеләр ҡыл селәүсендәрҙән ҡурҡа. Ысынында уларҙың зыяны юҡ. Улар бөжәктәрҙә паразит булып йәшәй, ә йомортҡа һалыр өсөн өлкән ҡыл селәүсен­дәр һыу өҫтөнә сыға, һәм шул саҡта уларҙы күрергә мөмкин.

Йомро селәүсендәргә дөйөм характеристика.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уларҙың цилиндр һымаҡ һуҙынҡы тәне, ғәҙәттә, ике яҡтан да осло була.

- өс ҡатлаулы организмдар, йәғни тәндәре өс яралғы япрағынан:эктодерма, эндодерма, мезодерманан хасил була.

- Беренсе ауыҙлылар (ауыҙҙары бластопорҙан барлыҡҡа килә).

- Уларға беренсел тән ҡыуыш­лығы хас (йәғни тән ҡыуышлығының стенаһы эпителиаль күҙәнәктәр япмаһы менән көпләнмәгән.

- Тән ҡыуышлығы шыйыҡса менән булған. Шыйыҡса бер үк ваҡытта гидроһөлдә функцияһын үтәй.Эске ағзалар шул шыйыҡса эсендә ята.

-Аш һеңдереү системалары асыҡ, йәни ауыҙҙан башла­нып, аналь тишек менән тамамлана.

Власоглав

- Ҡан әйләнеше һәм һулыш системалары юҡ.

- Бүлеп сығарыу ағзалары —протонефридийҙар.

- Айырым енеслеләр.

Йомро селәүсендәрҙең 20 меңгә яҡын төрө билдәле. Уларҙың күпселеге — паразиттар, әммә ҡайһы бер йомро селәүсендәр ирекле рәүештә һыуҙа һәм тупраҡта тереклеклек итә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нематодалар — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Нематоды // Биологический энциклопедический словарь / Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Бабаев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др. — 2-е изд., исправл. — М.: Советская энциклопедия, 1986.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  2. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  3. Hodda, Mike. Phylum Nematoda Cobb 1932 // Zootaxa. — 2011. — Vol. 3148. — P. 63-95.
  4. Lambshead, P. J. D. (1993). «Recent developments in marine benthic biodiversity research». Oceanis 19 (6): 5–24.
  5. Нематодалар — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә