Эстәлеккә күсергә

Bilateria

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ике яҡ симметриялылар битенән йүнәлтелде)
Bilateria

Парусник антимах (Papilio antimachus)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Bilateria

Кесе төркөмдәр

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Ике яҡлы симмертиялы[1] йәки билатера́ль симметриялы хайуандар(лат. Bilateria, рус. Двусторонне-симметричные йәки рус. билатера́льные) — тән өлөштәре алғы һәм артҡы өлөштәргә махсуслашҡан (дифференцацияланған) өс ҡатлаулы (тәндәре өс яралғы япрағынан ярала торған) күп күҙәнәкле хайуандарҙы берләштергән таксон.

Ике яҡлы симмертиялылар әлеге ваҡытта билдәле булған барлыҡ хайуандарҙың 99% -ын үҙ эсенә ала.

Был төркөмгә дүрт тип хайуандар ғына инмәй: болоттар тибы (рус.губки, лат. Porifera, 8000 төр), эсәк ҡыуышлылар (Coelenterata, 11000 төр), Ctenophora (рус. гребневики, 150 төр) һәм Placozoa (рус. пластинчатые, 1 төр — трихоплакс). Ҡалған 1.6 млн тирәһе төрҙө үҙ эсенә алған 28 тип ике яҡлы симмертиялыларға инә [4].

Ике яҡлы симмертия — билатерияларҙың үҙенсәлекле айырмаһы булып тора. Уларҙың организмын көҙгөләге сағылыш кеүек, уң һәм һүл яҡҡа бүлеп була. Организм үҫкән ваҡытта симметрия боҙолорға мөмкин. Мәҫәлән, кешенең тышҡы ҡиәфәте симметриялы булһа ла, эске органдарында симметрия боҙола.

  1. Эуметазои // Биологический энциклопедицеский словарь / Под ред. М. С. Гилярова. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — С. 743. — 831 с.