Эстәлеккә күсергә

Аҡ күл (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ күл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Майҙан 0,257 км²
Карта
 Аҡ күл Викимилектә

Аҡ күл — Мәскәүҙең Көнсығыш административ округы Косино-Ухтомский районындағы күл. 2006 йылдан алып «Косинский» тәбиғи-тарихи паркы биләмәһенең өлөшө булып тора[1]. Яҡындағы күлдәр менән Косинский күлдәр системаһы составында тора.

Аҡ күл, 2007 йыл

Аҡ күл — Косинский күл комплексындағы иң ҙур күл. Овал формала, күл көҙгөһө майҙаны 27,5 га тәшкил итә[2]. Ҡаршы яҡ ярҙары аралары — 710 һәм 530 метр. Максималь тәрәнлеге — 19 метр, уртаса — 4,5 метр. Күлдең атамалаһы һыу харктеристикаһынан килеп сыҡҡан. Был тәрән булмаған, ә ныҡ йылытылған эвтрофный һыу ятҡылығы; һыуы үтә күренмәле, ҡомло ташлы, ҡайһы бер урындары ләм менән ҡапланған. Күл ер өҫтө һәм грунт һыуҙары иҫәбенә туҡлана. Шулай уҡ уның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ағым бар, шул ағым менән ул Черное күле менән тоташҡан. Ярҙары һөҙәк , ҡоро, бөтә тирә яғында ла тиерлек ауыл ҡаралтылары бар. Көнсығыш яғында ҡорам комплексы һәм Косинский фабрикаһының таш бинаһы тора[3].

Күл Нищенка йылғаһы бассейнында урынлашҡан. Күл һыуы Косинский шишмәһе, артабан күл ҡылым менән Пономарка һәм Нищенка йылғалары менән тоташҡан. Һыу алмашыуҙың әкренлеге ҡылым менән бәйле, улар әленән-әле йәй кибеп ҡала[4]. Күл Кузьминский быуаһынан Жулебино торлаҡ комплексы, һәм шулай уҡ Ухтомский һәм Кожуховский һыу системалары — артезиан скважиналарын бикләсе коллектор менән айырылған. 1950 йылда, торф эшкәрткән саҡта Аҡ һәм Ҡара күлдәр араһында яһалма һыу ятҡылыҡтары яһайҙар, уларҙың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә күлдәрҙең һыуы бер кимәлдә һаҡлана[5].

Успенский һәм Тихоновский ҡорамдары, 2010 йыл

Күл буйындағы ҡомло пляждар, кәмә прокат пункты эшләй, балалар диңгеҙ клубы, балыҡсы йорто һәм МЧС ҡотҡарыу станцияһы эшләй[6][7][8]. Пикник зонаһы менән балыҡ тотоу зонаһында мангал, беседка, урналар, өҫтәл һәм кибеттәр бар[9][10][11].

2016 йылда Аҡ күл янында тәүге тапҡыр Hard Out Work Кубогы өсөн воркаут ярышы үткәрелә[12]. Күл эргәһендә Хәрби-диңгеҙ флоты көндәренең байрамы, шулай уҡ фестивалдәр, Нептун көнө, спорт ярыштары, һыу аттракционы, викторина һәм конкурстар үткәрелә [13]. Йыл һайын Косинский диңгеҙ клубы Петр I ботигын күлгә төшөрә[14].

Ҡышын күлдә Крещение Господня ваҡытында күлгә сумыусылар өсөн мәкеләр уйыла, улар янында кейем алмаштырыу һәм йылыныу пункттары эшләй[15][16]. Күлдең тирә-яғы яҙ һайын талпандарҙан эшкәртелә[17].

  • «Выхино» метроһынан теләһә ниндәй автобус йә маршрут таксиһында барырға мөмкин.
  • Косино тимер юл станцияһынан ҡасабаға тиклем йәйәү.
  • Автомобилдә «Локомотив» ФК спортбазаһы туҡталышына тиклем һәм Аҡ күл пляжына тиклем барырға мөмкин.
  • Список особо охраняемых природных территорий Москвы
  • Красная книга Москвы
  • Природно-исторический парк «Косинский»
  1. Постановление Правительства Москвы № 901-ПП от 14 ноября 2006 года. Электронная Москва (2017). Дата обращения: 17 июль 2017. 2017 йыл 31 июль архивланған.
  2. Юрий Насимович. Реки, озера и пруды Москвы. журнал "Тёмный лес" (2017). Дата обращения: 26 июль 2017.
  3. Живой мир Косино: флора и фауна. Погружение. КожуховоОнлайн (2002). Дата обращения: 26 июль 2017.
  4. Валерий Бриних. Косинский заповедник. Экорепортер (2017). Дата обращения: 26 июль 2017. 2017 йыл 31 июль архивланған.
  5. Регулирование нарушений экосистемы и необходимость аэрации на Косинских озерах. Бесплатная электронная библиотека (2017). Дата обращения: 26 июль 2017. 2017 йыл 31 июль архивланған.
  6. Удочки и лодки можно будет взять напрокат в лесопарках. Москва24 (29 май 2013). Дата обращения: 17 июль 2017.
  7. Количество собак-спасателей увеличится в Москве в два раза. Москва24 (14 июнь 2017). Дата обращения: 17 июль 2017.
  8. Роспотребнадзор снял запрет на купание в Белом озере- и в Тропареве. Москва24 (10 август 2018). Дата обращения: 13 август 2018.
  9. 51 городская зона отдыха готова к работе - Роспотребнадзор. Москва24 (11 июнь 2015). Дата обращения: 17 июль 2017.
  10. Более 300 пикниковых точек города оборудовали мангалами и беседками. Москва24 (7 май 2015). Дата обращения: 17 июль 2017.
  11. На лето в Москве: рассказываем, где искупаться в городе. Москва24 (1 июнь 2018). Дата обращения: 11 август 2018.
  12. Впервые на берегу Белого озера пройдёт Кубок Work Hard Out. Официальный портал управы района Перово города Москвы (8 июль 2016). Дата обращения: 26 июль 2017. 2017 йыл 31 июль архивланған.
  13. День Нептуна и День Военно-морского флота отметят в Косино-Ухтомском. Префектура Восточного административного округа (24 июль 2017). Дата обращения: 26 июль 2017. 2017 йыл 28 июль архивланған.
  14. На Белое озеро спустили ботик Петра I. Префектура Восточного административного округа (26 май 2014). Дата обращения: 26 июль 2017. 2017 йыл 31 июль архивланған.
  15. Полный список мест для крещенских купаний опубликован на data.mos.ru. Москва24 (18 ғинуар 2016). Дата обращения: 17 июль 2017.
  16. МЧС возьмет на контроль проведение крещенских мероприятий в более 400 храмах Москвы. ТАСС информационное агентство (17 ғинуар 2017). Дата обращения: 26 июль 2017.
  17. В Москве от клещей обработано 59 зон отдыха. ТАСС информационное агентство (5 июнь 2017). Дата обращения: 26 июль 2017.