Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бызылдауыҡтар, бызылдаҡ ҡуңыҙҙар (лат. Carabidae, рус. Жужелицы) — ҡаты ҡанатлылар отрядынан бөжәктәр ғаиләһе; урта бүлкәттәрҙә йәшәй торған ҡуңыҙҙар ғаиләһе[1]. Йыртҡыстар (Adephaga). 20 меңләп төрҙө үҙ эсенә алған аҫотрядынан иң күп һанлы ғаилә. Татарстан биләмәһендә 64 ырыуға кергән 306 төр билдәле.
Төрлө формалағы, төҫтәге һәм ҙурлыҡтағы (1-ҙән алып 47 мм- ға хәтле) ҡуңғыҙҙар. Кәүҙәләре оҙонса, матур, аяҡтары оҙон, йүгереүгә яйлашҡан, мыйыҡтары еп кеүек йәки ҡыл һымаҡ һәм төп буынтыҡтарҙан тыш, ҡуйы ваҡ тоташ төклө. Барлыҡ аяҡтары ла 5 буынтыҡлы, ата ҡуңғыҙҙарҙың алғы аяҡтары киңәйгән һәм аяҡ табандары ла төклө. Личинкалары камподео һымаҡ формала. Башы асыҡ айырылып тора. Мыйыҡтары 4 буынтыҡлы, күҙҙәре йыш ҡына 6 була йәки бөтөнләй булмай. Аяҡтары 5 буынтыҡлы. Ҡорһағы 10 сегменттан тора, 8 пар ябай һулыш юлы бар. Туғыҙынсы ҡорһаҡ сегменты, ғәҙәттә, церкалар, унынсыһы терәк булып тора.
Бызылдауыҡтарҙың күпcелеге йыртҡыстар, бөжәктәр, уларҙың личинкалары, моллюсклар, селәүсендәр һ.б. умырткаһыҙҙар менән туҡлана (зоофагтар), ҡайһы берҙәре үҫемлек һәм хайуан аҙыҡтары менән дә туҡлана (пантофагтар), бик аҙҙары — үлән менән туҡланыусылар (фитофагтар), улар араһында ауыл хужалығы һәм урман культураларын зарарлаусылар ҙа бар, башҡалары хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтары менән туҡлана (сапрофагтар).
Бызылдауыктар умыртҡалы хайуандарҙың туҡлану сылбырында әһәмиәтле урын алып тора, ауыл һәм урман хужалығындағы ҡоротҡостар һаны динамикаһын көйләү процессында ҙур роль уйнай. Бызылдауыҡтар биоценозда антропоген һ.б. факторҙар тәьҫирендә үтүсе процесстарҙың һәм тереклек итеү мөхитенең алыштырғыһыҙ индикаторҙары булып торалар.
- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)