Версаль (ҡала)
Версаль (франц.Versailles) — Франциялағы ҡала. Версаль (коммуна) ҡалаһы Францияның баш ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 17,1 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, Ивелин департаментының административ үҙәге булып тора. Халыҡ 2004 йылда яҡынса 85 900 кеше тәшкил иткән, 1975 йылда 94 145 кеше йәшәгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пункт беренсе тапҡыр 1038 йылда телгә алына[13]. Ҡала Версаль короле резиденцияһының тышҡы һарай даирәһенән үҫешә, ул һуңғы йөҙ йыллыҡта король һарайының төп урыны булған (1666—1789 йыл). 1919 йылда Беренсе донъя һуғышы йомғаҡтары буйынса, һарайҙа Версаль тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала диңгеҙ кимәленән 130 м алып 140 м тиклем бейеклектә (Париж үҙәге — бары 33 м) урмандар менән уратып алынған яйлала урынлашҡан. Версаль 26,18 км² майҙанды тәшкил итә, был Париждың яҡынса дүрттән бер өлөшө; халыҡ тығыҙлығы — 3,275 кеше/км² (1999 йыл мәғлүмәттәре буйынса), ә Парижда — 20,164 кеше/км² йәшәй. Версаль урамдары тура һәм симметриялы планлаштырылған, һәм XVIII быуат үлсәмдәре буйынса иң заманса европа ҡалаһы. Версаль Вашингтон ҡалаһын планлаштырыу өсөн модель булып торған.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оло Версаль һарайы ҙур паркы менән һәм кесе һарайҙары —Ҙур һәм Бәләкәй Трианон менән музей комплексы, донъя әһәмиәтендәге туристик объекттар булып тора.
- Нотр-Дам (XVII быуат) һәм Изге Людовик (XVIII быуат) сиркәүҙәре иғтибарға лайыҡ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ http://cassini.ehess.fr/cassini/fr/html/fiche.php?select_resultat=39569
- ↑ 3,0 3,1 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Министр внутренних дел Франции (unspecified title)
- ↑ https://data.iledefrance.fr/explore/dataset/villes_idf_label_vvf/download?format=csv
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 7,0 7,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-sx11b3/Versailles/?center=48.80102%2C2.13032&zoom=19&popup=48.80121%2C2.13033
- ↑ https://www.versailles.fr/mairie/relations-internationales/
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 https://lannuaire.service-public.fr/ile-de-france/yvelines/mairie-78646-01
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ Jacques Levron, Versailles, royale ville, éd. La Nef de Paris, 1964, 19 page.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡала советының рәсми сайтында (инг.) (фр.)