Витя Черевичкин исемендәге балалар паркы
Витя Черевичкин исемендәге балалар паркы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1880 йыл |
Урынлашыуы | |
47°13′37″ с. ш. 39°44′57″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Ҡала | [[Дондағы Ростов|Дондағы Ростов]] |
Тарихи район | Дондағы Ростовтың Пролетар районы |
Витя Черевичкин исемендәге балалар паркы Викимилектә |
Витя Черевичкин исемендәге балалар паркы — Дондағы Ростов парктарының береһе; ҡалалағы берҙән-бер балалар паркы. Совет урамында, ҡала үҙәгенән алыҫ түгел, яр буйында урынлашҡан[1].
Тарихы һәм эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паркка 1880 йылда нигеҙ һалына[2]. Уның тарихи атамаһы — Александр баҡсаһы — Нахичевань ҡала Думаһы ҡарары буйынса "Император ғали йәнәптәре Александр II хакимлыҡ итеүенең тантаналы 25 йыллығына" бағышлап бирелә.[3] 1894 йылда бында Александр колоннаһы — Н. Н Дурбах проекты буйынса итальян архитекторы Тонетти төҙөгән 11 метрлыҡ Александр бағанаһының күсермәһе ҡуйыла. 1994 йылда гранит күсермәгә совет йылдарында алып ташланған иҫтәлекле таҡтаташтар һәм ике башлы сәмреғош кире ҡуйыла. Хәҙерге ваҡытта колонна урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
1936 йылдан парк "Пионерҙарҙың һәм мәктәп уҡыусыларының балалар паркы" тип атала. Унда күперле канал һәм тамашалар өсөн сәхнә ҡорола. 1965 йылдан немец оккупанттары тарафынан үлтерелгән Ростов үҫмере Витя Черевичкин (1925-1941) исемен йөрөтә. Унан алдараҡ, 1961 йылда уға Ростов скульпторы Н. В. Аведиков эшләгән бюст-һәйкәл ҡуйыла.
Витя Черевичкин паркы Дондағы Ростовта ғына түгел, ә Ростов өлкәһендә берҙән-бер балалар паркы. Мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләнә. Бында балалар аттракциондары ҡаласығы, балалар манежы (батут), аквапарк һәм "Шхуна" балалар уйын комплексы урынлашҡан. Никахҡа инеүселәр парк күперенә бәхет йоҙаҡтары элә башлағандан һуң, хәҙер ул "Мөхәббәт һәм бәхет күпере" тип атала.
2000 йылда Мәҙәниәт идаралығы ярҙамы менән парк реконструкциялана - яңы балалар уйын майҙансыҡтары ҡуйыла, яҡтылыҡ сығанаҡтары урынлаштырыла, аллеяларға плиткалар һалына[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Парк им. 2018 йыл 2 август архивланған.
- ↑ Детский парк имени Вити Черевичкина
- ↑ 3,0 3,1 Детский парк им. 2018 йыл 22 июль архивланған.