Витязь (рус фольклоры)
Бәһлеүән — ҡыйыу һуғышсы, батыр
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тел белгесе Фасмерҙың этимологияһына ярашлы, «витязь» һүҙе иҫке норвег телендәге "vikingr"тан (викингтар) сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта Фасмер «витязь» дөйөм славян һүҙе булыуын күрһәтә, был скандинав теленән үҙләштереү тураһында фаразды аңлатыуы ауыр[1]. Бынан тыш, скандинав суффиксы-ing боронғо урыҫ телендә язь булараҡ түгел, ә яг булараҡ тапшырылыуын иҫәпкә алырға кәрәк: vaering-варяг, kulfing-колбяг. «З» боронғо рус грамматикаһы ҡағиҙәләре буйынса күплек һанда ғына барлыҡҡа килгән: варяг-варяздар, ятвяг-ятвязь[2][3].
Башҡа этимология буйынса, поляк-чех-лужи тикшеренеүселәре А.Брюкнер, К. Махек һәм Х. Шустер-Шевц хронологик һәм фонетик сәбәптәр буйынса һүҙҙе боронғо славян һүҙе тип иҫәпләй[4].
Өсөнсө этимология буйынса, «витязь» һүҙе «витингас» тигән прус һүҙенән килеп сыға. («Лайыҡлы атлы яугир, рыцарь»). Сағыштырыу өсөн, литва телендә «витис» һүҙенә тап килә (шул уҡ мәғәнәлә — «атлы яугир, рыцарь»).
Терминды ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был һүҙҙең беренсе теркәлгән ҡулланылышы 1460-сы йылдарҙа Переяслав йылъяҙмаһы (Повести временных лет) йылъяҙмаһында бирелгән[5].
Рус теленең XI—XVII быуаттарҙағы һүҙлеге терминдың рус йылъяҙмаларында, атап әйткәндә, Переяслав йылъяҙмаһында «кенәз дружинаһы яугиры, батша һаҡсыһы» мәғәнәһендә ҡулланылыуын күрһәтә. XV—XVII быуаттарҙа «ҡыйыу яугир, батыр» мәғәнәһендә рыцарь романдарын тәржемә иткәндә ҡулланыла[6][7]. Был һүҙҙе XV быуатта Ефросин Белозерский йыш ҡуллана[5].
ЭСБЭ иҫкәрмәһе буйынса һүҙ йыш ҡына рус халыҡ әкиәттәрендә «еңеүсе, ҡыйыу, рыцарь, батыр» мәғәнәһендә ҡулланыла[8]. Рус теленең Милли корпусында һүҙҙе ҡулланыуҙың максималь йышлығы XIX быуат башында теркәлә, артабанғы бер аҙ күтәрелеш Пушкин менән Лермонтовтың әҙәби эшмәкәрлеге менән тап килә[9].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Юлбарыҫ тиреһендәге бәһлеүән»
Исемен йөрөтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Был исемде Мәскәү эргәһендә хоккей клубы йөрөтә. «Витязь» 1996 йылда Чехов районында, Венюково биҫтәһендә урынлаша. Матчтар асыҡ һауала үтә. Башта Беренсе лигала, һуңынан Юғары лигала уйнай. 2022/2023 йылдар миҙгелендә клуб Балашихаға күсә[10]
- 604-се Ҡыҙыл Байраҡлы махсус тәғәйенләнештәге «Витязь» үҙәге[11]
- Алтын Витязь — халыҡ-ара кинофорумы, православие киноһы кинофестивале. Беренсе тапҡыр 1992 йылда үткәрелә[12]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ См. статью «витязь» в словаре Фасмера (1, 322—323).
- ↑ Макс Фасмер Этимолонический словарь, стр. 322—323 2020 йыл 26 октябрь архивланған..
- ↑ Ключевский В. О. Публицистика. — Directmedia, 2014-03-14. — 362 с. — ISBN 9785446044337. Архивная копия от 1 март 2017 на Wayback Machine
- ↑ Шустер-Шевц Х. Древнейший слой славянских социально-экономических и общественно-институциональных терминов и их судьба в сербо-лужицком языке // Этимология 1984. М.: Наука, 1986. С. 232.
- ↑ 5,0 5,1 Бобров Александр Григорьевич Существовал ли Мусин-Пушкинский сборник со «Словом о полку Игореве»? (об одном заблуждении Эдварда Кинана) // Studia Slavica et Balcanica Petropolitana. — 2007. — В. 1—2. — ISSN 1995-848X.
- ↑ Словарь русского языка XI—XVII вв. 2021 йыл 15 апрель архивланған. Академия Наук СССР, М. 1975, стр. 194.
- ↑ Бобров Александр Григорьевич Существовал ли Мусин-Пушкинский сборник со «Словом о полку Игореве»? (об одном заблуждении Эдварда Кинана) // Studia Slavica et Balcanica Petropolitana. — 2007. — В. 1—2. — ISSN 1995-848X.
- ↑ Витязь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Национальный корпус русского языка . processing.ruscorpora.ru. Дата обращения: 9 апрель 2021.
- ↑ Официаль сайт
- ↑ 604-й Краснознамённый центр специального назначения «Витязь»
- ↑ Понятия со словом «витязь»