Эстәлеккә күсергә

Ворошилов күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ворошилов күпере
Ворошилов күпере
Ворошилов күпере

Географик координаталар: 47°12′51″ с. ш. 39°43′20″ в. д.HGЯO

Файҙаланыу өлкәһе

автомобиль һәм йәйәүлерәр өсөн

Киҫешә

Дон

Урынлашыу урыны

Ростов-на-Дону

Конструкция
Дөйөм оҙонлоғо

450 м

Эксплуатация
Асылыу ваҡыты

9 октября 1965

Закрытие

15 февраль 2014

Файҙалы һылтанмалар

на Яндекс. Картах

Төнгө күпер
Ворошилов проспекты

Вороши́лов күпере — Дондағы Ростовта Дон йылғаһы аша күпер.

1961—1965 йылдарҙа инженер Н. И. Кузнецов һәм архитектор Ш. А. Клейман проекттары буйынса төҙөлгән. Күперҙе һалғанда, донъяла тәүге тапҡыр иретеп йәбештереп йәки болт ярҙамында тоташтырыу урынына төкәлгән урындарҙы елемләп нығытыу файҙаланғандар. Күпер аша Ростовты юлдаш-ҡалалары Батайск һәм Аҙау менән тоташтырыусы трасса үтә. Ворошилов проспектының дауамы булғанлыҡтан, күперҙе лә Ворошилов күпере тип атай башлағандар.

Ворошилов күпере 1961 йылдан 1965 йылға саҡлы төҙөлгән. Ворошилов күперен һалыу 1947 йылдан уҡ башланған Ростов ВКП(б) өлкә комитеты беренсе секретары Николай Семёнович Патоличев инициативаһы менән Дон йылғаһы ярын һуғыштан һуңғы реконструкциялау планын тамамлаған. Күпер үҙ ваҡыты өсөн яңы технологияға таянып төҙөлгән. 30 тоннаға яҡын ауырлыҡтағы бетон блоктарҙың һәр береһе ғәҙәттәгесә иретеп йәбештереү йәки сигә (заклёпка) ярҙамында түгел, ә елемләп тоташтырылған. Йәбештереп һәм болтлап тоташтырыу урынына, П-рәүешле терәүҙәргә бустилат елеме ярҙамында тура мөйөшлө тимер-бетон ҡыуыш эсле блоктар нығытып, бөтөн конструкция шулар аша һуҙылған ҡорос тростарға теҙеп урынлаштырылған. Был СССР-ҙа шуға оҡшаш тәүге төҙөлөш тәжрибәһе булған. Көсөргәнешле тимер-бетон һәм елем ярҙамында тоташтырылған күпер конструкциялары технологияһы иң алдынғы технология булып торған.

Быға тиклем ҡалала Дон йылғаһы һул ярына төп аша сығыу урыны булып Будённовский проспектына сыҡҡан ерҙә урынлашҡан күпер хеҙмәт иткән. Төҙөлөү барышында, Дон йылғаһы буйлап Европа-Азия сиге үтә тигән фараздарҙың береһенә ярашлы, күпергә ике материк сиген билдәләүсе обелиск ҡуйыу идеяһы ла ҡаралған була. Әммә проект тормошҡа ашырылмай ҡалған[1]. Баштараҡ Ворошилов күперен тәүлегенә 19 мең машина үткәрә алыу мөмкинлеге менән файҙаланыу (эксплуатациялау) ҡаралған булһа, ҡалала автомобилдәр һаны күбәйә барғанлыҡтан (тәүлегенә 48-50 мең берәмек техника тура килгән), конструкцияға көсөргәнеш тә артҡан. 2010 йылда төҙөлгән Темерницкий күпере Ворошилов күперенән үтеүсе автомобилдәр ағымын ике тапҡырға кәметеү мөмкинлеген биргән[2].

Ворошилов күпере Дондағы Ростовтың мөһим архитектур элементы булып тора. Уның тирә-яҡ ландшафт менән бәйләнешен һәм ҡала панорамаһы менән килешле тура килеүен проект авторҙары алдан ентекле уйлап тормошҡа ашырған. Күперҙең Ворошилов проспекты дауамы булып торған ынтылышлы горизонталь һыҙығы юл буйлап алыҫҡа атлыҡҡан һул ярҙың тупраҡ өйөмөнә талғын ғына күсә. Күперҙең матур күренешле силуэты туристарҙы һәм ҡала халҡын үҙенә тартып тора. Тороҡтары һыҙығының һығылмалы бөгөлөшлө, таяуҙары күркәм һәм ныҡлы булыуы арҡаһында күпер еңел һәм килешле күренә. Күперҙең оҙонлоғо 620 метр, киңлеге — 12 метр, йылға өҫтөндәге бейеклеге — 32 метр; уның аҫтынан төрлө типтағы йылға суднолары үтеп йөрөй ала[3].

2007 йылдың 22 октябрендә Ворошилов күперен план буйынса тикшереү барышында уның сатнаған урынын тапҡандар, шуның арҡаһында күпер бөтөн төр транспорт өсөн, һуңынан йәйәүлеләр өсөн дә билдәһеҙ ваҡытҡа ябылған. Был хәл ҡалған ике күпергә көсөргәнеш өҫтәгән һәм ҡалалағы транспорт ситуацияһын киҫкенләштергән. 2007 йылдың декабрендә тик күперҙең бер осонан икенсе осона ғына 2 түләүһеҙ пассажирҙар ташыған «гармошка» автобустар йөрөй башлаған.

2007 йылдың 27 декабренән, күперҙән бер ваҡытта бер генә автобус һәм күперҙең тик көнсығыш яҡтағы юлынан ғына үтеүе шарты менән, ҡала һәм «батайск» автобустарының регуляр хәрәкәт итеүе яңыртылған. 2008 йылдың 23 июненән Ворошилов күпере аша (йөк автомобилдәренән тыш) транспорт хәрәкәте асылған[4]. 2008 йылдың 25 июлендә 1-се Икмәк заводы районында, Дон йылғаһы аша яңы күпер асыу маҡсатында, Сиверс урамы буйлап хәрәкәт ябылған.

Күпер реконструкцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йыл дауамында Дондағы Ростов властары, юлды, ике һыҙатлынан алты һыҙатҡа тиклем киңәйтеп, Ворошилов күперен реконструкцияларға йыйына[5]. Был күрһәткесте тормошҡа ашырыу өсөн, иҫке күпер урынына һәр тороғонда бер яҡлы 3 хәрәкәт һыҙаты булған, иҫке күпергә тыштан оҡшаған, ике яңы күпер төҙөү планлаштырыла. Проектта ҡайһы бер айырмалыҡтар ҙа бар - яңы күперҙәрҙең тороҡтары ҡоростан буласаҡ, суднолар үткәрә торған төп тороҡ күпкә киңәйтелгән (бының өсөн Дон уртаһындағы иҫке таяуҙар ҡутарып алынған), һул яҡ яр буйындағы таяу һаны кәметелгән.

Иҫке һәм яңы таяуҙар үҙәге араһын 14,4 метр[6], күпер конструкциялары ҡырҙары араһын 1-1,5 м. итеп үҙгәртеү планлаштырыла. Проект буйынса дублёр күперҙең үткәреү мөмкинлеге — тәүлегенә 66 540 автомобиль, киңлеге - 36 метр, тротуарҙар киңлеге 3 метра; һыу тотҡарлығы өҫтөнән күперҙең оҙонлоғо — 624,2 м, ҡалаға яҡынайған юлдары менән — 1 821 метр[7].

МКУ-ға тәҡдим ителгән «Дондағы Ростов ҡалаһының транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөү Дирекция» схемаһы һәм рендерына ярашлы, реконструкция процесында күпергә, һәр ярҙа 2-шәрҙән, барлығы 4 лифт, шулай уҡ йәйәүлеләр йөрөгән ерҙә үтә күренмәле козырёктар ҡуйыласаҡ.

Төҙөлөш-монтаж эштәре 2013 йылдың көҙөндә башланған, эштәрҙе тамамлау 2017 йылдың 30 ноябренә планлаштырылған; эштәрҙең дөйөм хаҡы 6,03 млрд һум тип баһалана[5]. Эштәр графиктан алдараҡ үтәлә, 2-се күперҙең үҙәк тороғо 2016 йылдың 20 октябренә ҡуйылды.

2014 йылдың 15 февраленән иҫке Ворошилов күперенән хәрәкәт ябылған, ә күпер – тулыһынса ҡутарып алынған. Күперҙе ябыу тураһындағы ҡарар «Проектмостреконструкция» институты һығымталары нигеҙендә ҡабул ителгән. Тикшереү тороҡ төҙөлөшөндә һығылмалы булмаған деформациялар күбәйеүен, ә бөгөлөп төшкән ерҙәренең суммала 63 сантиметр тәшкил иткәнен асыҡланы.

2015 йылдың 11 авгусынан Ворошилов күперенең өҫкө (һул) өлөшөнән эш хәрәкәте асылды.[8]

  • Дондағы Ростов күперҙәре


Ҡалып:Rostov-on-Don-stub Ҡалып:Дондағы Ростовтың урамдары, майҙан һәм күперҙәре