Эстәлеккә күсергә

Высоцкий Александр Исаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Высоцкий Александр Исаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Курск губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Старая Белица[d], Конышёвский район[d], Льговский округ[d], Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР
Вафат булған көнө 23 апрель 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Рязань, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө психолог, уҡытыусы
Уҡыу йорто Курск дәүләт университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә психология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
"Праганы азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Высоцкий Александр Исаевич (19221988) — совет ғалим-психологы һәм педагог, психология фәндәр докторы, профессор.

Нәшер ителгән 40 ғилми мәҡәлә һәм эш, шул иҫәптән юғары педагогия уҡыу йорттары өсөн «Волевая активность школьников и методы её изучения» (1979) уҡыу әсбабы авторы.

Александр Исаевич Высоцкий 1922 йылдың 14 октябрендә Курск губернаһының Иҫке Белица, хәҙер Курск өлкәһенең Конышевский районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1937 йылда Иҫке-Белица ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Дмитриев педагогия училищеһында уҡыуын дауам итә, уны 1940 йылда тамамлай. Ошо уҡ йылдың октябрендә ул Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Бөйөк Ватан һуғышының[1][2] башынан уҡ һуғышта ҡатнаша. Һуғыш барышында ҡамауҙа ҡала һәм әсирлеккә эләгә. Германияға сығарылған ваҡытта, Чехословакия территорияһында булғанда ҡаса, әммә тотола һәм немец фермерына эшкә йүнәлтелә. 1945 йылдың апрель айында Чехословакия совет армияһы тарафынан азат ителгәс, немецтар менән һуғышта ҡатнаша. 1945 йылдың ноябрь айында демобилизациялана.

Тыуған иленә ҡайтҡас, 1946 йылда Александр Высоцкий физкультура уҡытыусылары курсын тамамлай һәм хәрби һауа көстәренең Курск махсус мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә йүнәлтелә. Был мәктәптә булып, психология уҡытыусыларының йыллыҡ курсын, һуңынан ситтән тороп — Курск педагогия институтының тарих факультетын (хәҙерге Курск дәүләт университеты) тамамлай.

1955 йылда Высоцкий, махсус мәктәптең тарҡатылыуы менән бәйле, урта мәктәпкә тарих, физкультура һәм автодело уҡытыусыһы булып эшкә күсә. 1959 йылдан 1965 йылға тиклем Курск ҡалаһының мәктәп-интренатында өлкән тәрбиәсе, тарих һәм автодело уҡытыусыһы булып эшләй. 1964 йылда ситтән тороп Рязань дәүләт педагогия институтына психология буйынса аспирантураға уҡырға инә. Уны тамамлағас, институттың уҡытыусылар штатына алына. 1967 йылда «Психологическая характеристика самовоспитания у подростков» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм 1971 йылдан психология кафедраһы доценты вазифаһында эшләй. 1982 йылда «Возрастная динамика волевой активности школьников и методы её изучения» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3] һәм 1985 йылда Высоцокийға психология кафедраһы буйынса профессор исеме бирелә.

1987 йылдан А. И. Высоцкий психология кафедраһы мөдире вазифаһында эшләй. Ул юғары уҡыу йортоноң ихтыяр проблемалары буйынса ғилми етәксеһе була, РСФСР педагогия йәмғиәтенең Үҙәк советы ағзаһы, РСФСР Мәғариф министрлығының психология буйынса ғилми комиссияһы һәм педагогия йәмғиәтенең өлкә советы Президиумы рәйесе була[4] Миҙалдар менән бүләкләнгән.

А.И.Высоцкий 1988 йылдың 23 апрелендә Рязандә вафат була. Ҡаланың Новогражданский зыяратында ерләнгән.[5]