Эстәлеккә күсергә

Вьяса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вьяса
санскр. व्यास
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Куру[d]
Тыуған көнө билдәһеҙ
Вафат булған көнө билдәһеҙ
Атаһы Парашара[d]
Әсәһе Сатьявати[d]
Внебрачный партнёр Амбика[d] һәм Амбалика[d]
Балалары Панду[d], Дхритараштра[d], Шукадева[d] һәм Видура[d]
Воплощение для Вишну
Һөнәр төрө шағир, фәлсәфәсе, составитель
Эшмәкәрлек йылдары Б. э. т. XV быуат
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Vyasa
 Вьяса Викимилектә

Вьяса (санскр. व्यासव्यास, Vyāsa IAST — «бүленгәнлек», «бүлеү», «ентеклек», «ентекле һүрәтләү», as тамыр + vi префикс: «бүлеп сығарыу», «һибеү», «таратыу»[1]), шулай уҡ Ведавьяса, Вьясадева, Бадараяна йәки Кришна-Двайпаяна булараҡ билдәле — аҡыл эйәһе,  күп кенә боронғо һәм киң күләмле ҡомартҡыларҙың — индуизм текстары йыйынтығы, Пуран, веданта философия системаһының, шулай уҡ билдәле «Махабхарата» эпосының авторы йәки мөхәррир төҙөүсеһе булып иҫәпләнә.  Вьяса исеме шулай уҡ башҡа боронғо авторҙарға ла, компиляторҙарға ла  бирелә, әммә  махсус рәүештә Шашвата («үлемһеҙ», «мәңгелек») тип тә аталған индуизм тәғлимәттәре төҙөүсеһенә бирелә. 

Вьяса  индуизм философияһын таныған индуизм мәктәбенең һәм йүнәлешентәренең мөһим «өсләтә ҡанунына» ингән  «Веданта-сутралар» авторы тип һанала, ул «өсләтә ҡанунға» «Бхагавадгита» һәм төп дини- фәлсәфәүи характерҙағы боронғо һинд тракттары ла (Уланишадтар)  инә.  

Риүәйәттәр буйынса, Ведавьяса  аҡыл эйәһе Парашара һәм Сатьяватиның никахтан тыш тыуған улы булған; баланы Капли ҡалаһы янындағы  Джамна йылғаһы буйындағы утрауға алып баралар. Сығышы буйынса ул Канин  исемен ала («бастард»), тәненең төҫө буйынса — Кришна («ҡара»), ә тәрбиә һәм тыуған урыны буйынса — Двайпаяна («утрауҙа тыуған»).  Вьяса тыуғандан һуң Сатьявати   Шантану батшаға  кейәүгә сыға  һәм уның ике улы тыуа. Уларҙың өлкәне — Читрангада — яуҙа һәләк була, ә кесе — Вичитравирья — балалары булмай үлә. Вьяса, урманда аскет тормош алып бара, илдең законы һәм әсәһенең талабы буйынса үҙенең әсәләш кесе ҡустыһының ике балаһыҙ тол ҡатындарын ала  — Амбика һәм Амбаликаны. Уларҙан ике улы: «Махабхарата» ырыуҙарында дошманлашҡан ике —  Каурав һәм Пандав  ырыуҙарының башлыҡтары Дһритараштра һәм Панду тыуа.

«Бхагавата-пуранаға» ярашлы (  1-се йыр, 3-сө бүлек, 21-се шиғыр) -  Вьяса Аллахтың ун етенсе  кәүҙәләнеше була.

Вьясаға хөрмәтенә  Меркурийҙа кратер аталған.

  1. Булич С. К. Вьяса // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)