Гольдгор Давид Семёнович
Давид Семёнович Гольдгор | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Ил | |||
Тыуған көнө | |||
Тыуған урыны | |||
Вафат көнө | |||
Вафат урыны | |||
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |||
Белем алған | |||
Работал в городах | |||
Мөһим төҙөлөштәре |
станция метро Нарвская | ||
Наградалары |
| ||
- | |||
Гольдгор Давид Семенович (1912—1982) — совет архитекторы, рәссам-графигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1912 йылдың 25 октябрендә[2] Гольдгор Давид Семенович Санкт-Петербургта[3] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Минскиҙа) тыуған.
Д. С. Гольдгор ЛИСИ -ҙы 1934 йылда тамамлаған . Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Ленпроект» институтында башлап ебәргән[4]. Е. А. Левинсон һәм И. И. Фомин оҫтаханаһында эшләй, Эксперименталь медицина институты биналарының проекттары өҫтөндә эшләүҙә ҡатнаша[5].
1941 йылдың 4 июлендә «Ленпроект»тың башҡа хеҙмәткәрҙәре менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китә. Алты кешенән торған төркөмдә Б. Н. Журавлев һәм Л. С. Косвен менән бергә халыҡ ополчениеһының 2-се дивизияһының беренсе уҡсылар полкына ебәрелә[6]. Д. С. Гольдгор сапер булып хеҙмәт итә[7], Гатчина районы өсөн барған хәрби операцияларҙа полк составында ҡатнаша [8]. Ҡаланы блокаданан азат иткәндән һуң , уны төҙөкләндереүҙә ҡатнаша[9]. Ленинградта еңеүселәрҙе ҡаршы алыу өсөн төҙөлгән тәүге ваҡытлы триумф аркаларын проектлай. «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[2].
Һуғыш тамамланғандан һуң, № 5 «Ленпроект» оҫтаханаһында эшләй[5], 1953 йылда уның етәксеһе була[3] (1968 йылға тиклем Е. А. левинсон менән берлектә).
1950 йылда уның проекты буйынсаСуворов проспектындағы 62-се йорт төҙөлә (ул торлаҡ һәм административ өлөштәрҙән тора), «Нарва» метро станцияһы (1955, А. В. Васильев һәм С. Б. Сперанский менән авторҙашлыҡта), Выборгтағы тимер юл вокзалы (шул уҡ авторҙаштары менән). 1957-1960 йылдарҙа уның проекты буйынса ҡаланың Седов һәм Иванов урамдарында эре панелле торлаҡ йорттар төҙөлә[4].
1960-1980 йылдарҙа Гольдгор оҫтаханаһы Щемиловка, Купчин, Неваның Уң яры (Володарский күпере янындағы майҙанда) «йоҡо» райондарындағы йорттарҙы проектлай һәм төҙөй[3].
1967-1977 йылдарҙа Синоп яр буйы, Александр Невский майҙаны ("Мәскәү" ҡунаҡханаһы, АТС), Политик ағартыу йорто бинаһы (1974) һәм Ленинград өлкә советының халыҡ депутаттары бинаһы (1975-1981), Шпалер урамындағы «Сәскә» павильоны, «Торналар» Нева мемориалы, Шпалер урамының таҡ яғындағы ҡаралтыларҙы реконструкциялау һәм төҙөү, крематорий комплексы[3], Тула урамындағы универсам бирнаһы һәм башҡа эре проекттарҙы эшләй[5].
Д. С. Гольдгор 1982 йылдың 12 июнендә 70-се йәшендә вафат була. Большеохтинский зыяратында ерләнгән[3][5].
Ҡатыны — рәссам һәм архитектор Ушакова Екатерина Константиновна[5].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Вестник. «Зодчий. 21 век» — информационно-аналитический журнал Часть 1. Май 2015 года
- ↑ 2,0 2,1 Гольдгор Давид Семенович :: Память народа
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 В. Г. Исаченко. Энциклопедия Санкт-Петербурга. Гольдгор Д. С. (1912—1982), арх. 2020 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Санкт-Петербург, ХХ-ХХI век: Что? Где? Когда?: сборник. 2008 — С. 130
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Гольдгор Давид Семенович (1912—1982)
- ↑ Подвиг века: Художники, скульпторы архитекторы, искусствоведы в годы Великой Отечественной войны и блокады Ленинграда. Лениздат, 1969. — С. 310
- ↑ Валерий Исаченко ВСПОМНИМ ИХ ПОИМЕННО… 2021 йыл 26 февраль архивланған. // журнал «Ардис». № 1(44) 2010 год
- ↑ Арон Абрамович. В решающей войне: участие и роль евреев СССР в войне против нацизма. — 1999. — С. 282
- ↑ Еврейский Петербург
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. В. Шприц Давид Гольдгор. // Зодчие Санкт-Петербурга. XX век / сост. В. Г. Исаченко; ред. Ю. Артемьев, С. Прохватилов. — СПб.: Лениздат, 2000. — 720 с. — ISBN 5-289-01928-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 25 октябрҙә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 12 июлдә вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- В Санкт-Петербурге вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса архитекторҙар
- СССР архитекторҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторҙары
- Санкт-Петербургта вафат булғандар