Эстәлеккә күсергә

Гопак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гопак

"Гопак". Билдәһеҙ рәссам, XVIII быуат аҙағы
Юнәлеше:

украин халыҡ бейеүе

Үлсәме:

2/4

Инеше:

ир - аттың таһыллығын күрһәтеү

Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты:

XVI—XVIII быуаттарҙағы Запорожье ғәсҡәре

Родственные:

Тетяна

Тағы ҡарағыҙ:

Бейеү

Гопак ( укр. гоп — бейеү ваҡытында ҡысҡырып әйтелә торған  өндәү тауышы; ошо ауаздан барлыҡҡа килгән ҡылымдар гопати — тапылдатыу, аяҡ тибеү, гопҡати — һикереү) — украин милли  бейеүе[1]. Гопактың музыкаль  размеры — 2/4.

Тышҡы видеофайлдар
Гопак (2011)
Gopak-Гопак - украинский танец
Hopak - Гопак - Igor Moiseyev Dance Troupe - Russia
Австралия имеет талант - Украинский гопак
Боевой гопак, исполняемый мужчинами с саблями

Гопактың барлыҡҡа килеүен XVI—XVIII быуаттарҙағы Запорожская Сечь казактары  менән тоташтыралар. Шуның өсөн дә был бейеүҙә тик ир - егеттәр  генә ҡатнашҡан[2].

Яңы тарихта гопактың тергеҙелеүен 1937 йылда УССР халыҡ бейеүе ансамблен булдырған һәм 1955 йылдан  1975 йылға тиклем Украин ССР халыҡ бейеүе Дәүләт ансамбле художество етәксеһе булған  П.П. Вирский эшмәкәрлеге менән бәйләйҙәр.  Классика һәм традицион фольклорға таянып ул, академик бейеү булып киткән һәм бөгөнгө көнгә тиклем уның исемендәге Украина  Академия бейеү ансамбле концерттарын  тамамлаған, гопакты сәхнәгә ҡуя[2].

Гопак бейеүендә ҡулланыла торған  ирҙәр костюмы (ҡыҙыл салбар, биҙәкле билбау, сигелгән күлдәк, осло башлы итектәр) асылда шул ваҡыттағы казак формаһы булып тора[2]. Ҡатын-кыҙҙарҙың гопакта ҡатнашлығы  тик уның сәхнә вариантында барлыҡҡа килә.  Уларҙың костюмдары, ғәҙәттә, Украинаның үҙәк өлөшө тарихи костюмдары: сигелгән блуза, запаска (алъяпҡысҡа оҡшаған сигелгән туҡыма), кирсетка (блуза өҫтөнән кейелә торған жилет), осло башлы ҡыҙыл итектәр, төрлө төҫтәге таҫмалы таж[2].

Бейеүҙең үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
 ПГАТиНМ «Виорика» артисы башҡарыуында разножка (гопак бейеүе элементы)

Бейеүҙең характерлы һыҙаты — көс, етеҙлек, ҡаһарманлыҡ һәм юғары выжданлылыҡты демонстрациялау. Бейеү импровизация тибында. Парлап түңәрәк буйлап йөрөй - йөрөй, егеттәр етеҙлектә ярышалар. Ҡыҙҙар уларҙы яңынан - яңы трюктарға дәртләндерәләр, шунан лирик өлөшөн бейейҙәр. Бейеүҙең финалында гопак ҡабаттан ярһыу, ут сәсеүсе һәм темпераментлы була[3]. Гопактың үҙенсәлектәренә ырғыған саҡта аяҡ - ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйеп  шпагат эшләүҙе индереп була. Шулай уҡ "ползунок" тип аталған хәрәкәт бар, уны башҡарғанда бейеүсе сүгәләгән рәүештә ике ҡулын артҡа ҡуйып, уларға таяна, ә аяҡтарын  алға ырғыта, үҙе шул уҡ ваҡытта сәхнәне әйләнеп үтә.

  • Пол Маккартни  Киевта 2008 йылдың 14 июнендә Үҙаллылыҡ майҙанында үҙенең хәйриә сығышынан һуң,  даими рәүештә концерттар  плей-листына Mrs Vandebilt (Гоп, хей гоп...) йырын индерә башлай. Йырҙы башҡарғандан һуң  ул, һүҙҙәренә хәрәкәттәр өҫтәп,  ошо композицияның припевы гопак бейеүе менән ауаздаш булғаны өсөн Украинала  популяр булып киткәне тураһында һөйләгй [4].
П. П. Вирский исемендәге Украина Милли атҡаҙанған академия бейеү ансамбле. Донецк ҡалаһы. 30 апрель, 2006

Операларҙа:

  • "Майська нiч" (Н. А.Римский-Корсаков)
  • "Сорочинский ярмарок" (М. П. Мусоргский)
  • "Мазепа" (П. И. Чайковский)
  • "Запорожець за Дунаем" (С. С. Гулак-Артемовский)
  • "Енеiда" (Н. В. Лысенко)

Балеттарҙа:

  • "Конёк-горбунок" (Пуни)
  • "Тарас Бульба" (В. П. Соловьёв-Седой)
  • "Гаянэ" (А. И.Хачатурян)
  • "Маруся Богуславка" (А. Г. Свечников)
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «гопак» мәҡәләһе бар